Ишҡарҙар табиптан уңды15.01.2013
Ишҡарҙар табиптан уңды"Күҙ төбәп, ярҙамға өмөт итеп килгән кешегә файҙам тейһә һәм йөҙҙәрендә ҡәнәғәтлек күрһәм, үҙемде бик бәхетле тоям, эшемдең мәғәнәле булыуына шатланам", — ти тәжрибәле табип Әлфиә Байназарова-Муллаянова.

Өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен кеше һаулығын һаҡлауға арнаған, Илеш районының Ишҡар ауылы дауаханаһында баш табип булып эшләгән Әлфиә Миңләхмәт ҡыҙы Ишембай районының Этҡол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Математика кеүек теүәл фәндәрҙе яратҡан ҡыҙға "иҡтисадсы булырһың" тип юраһалар ҙа, ул, барыһын да шаҡ ҡатырып, Өфө медицина институтының педиатрия факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында буласаҡ тормош иптәшен — Илеш районының Ирмәш ауылы егете Хәлил Муллаяновты — осрата. Ә һуңғы курстарҙа уҡығанда ҡыҙҙары Әлмирә тыуа. "Ул йылдар бик күңелле булды. Ятаҡта беҙҙең бәпесте ҡарамаған студент ҡалмағандыр", — тип хәтерләй Әлфиә Миңләхмәт ҡыҙы бөгөн. Медицина институтында ул лекцияларҙы ла, практик дәрестәрҙе лә ҡалдырмай.
Икеһе лә юғары белем алып, береһе — табип, икенсеһе зоотехник булараҡ Илеш районына ҡайтып төшә Муллаяновтар. Район етәкселәре уларҙы бик йылы ҡабул итә, шунда уҡ торлаҡ юллай. Йәш белгескә ҙур ышаныс белдереп, тәүге көндән үк Маншыр участка дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләйҙәр, ә ире зоотехник булып эш башлай. Аҙаҡ Ишҡарға барып төпләнәләр.
Әлфиәнең тырышлығы, эшһөйәрлеге, тәүәккәллеге, тәртип яратыуы халыҡҡа бик оҡшай, ә коллектив уны үҙенә һәм башҡаларға талапсан булғаны өсөн үҙ итә. Йәш етәксенең, ауырыуҙарҙы дауалауҙан тыш, дауаханалағы башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә йырып сығыу өсөн уйланған борсоулы көндәре, йоҡоһоҙ төндәре күп булғандыр.
Уның кеүектәрҙе "кеше йәнле" тиҙәр. Улы Алмас тыуғас та, ял итеп тормай, шунда уҡ эшкә сыға, ауырыуҙарҙы дауалауын дауам итә. Ире Хәлил менән йәмәғәт эштәрендә лә бик теләп ҡатнаша. Бөгөн Әлфиә Миңләхмәт ҡыҙы — бай тәжрибәле, тәрән белемле, абруйлы табип. Яҡташтары уның тураһында: "Мөләйем йылмайып, йылы, йомшаҡ һүҙҙәре менән дә һауыҡтыра Әлфиәбеҙ", — ти йыш ҡына.
Белемгә ынтылышы, үҙенә талапсан булыуы әле лә ташламай уны. Муллаяновтар хәҙер эшҡыуарлыҡ юлын һайлаған ҡыҙҙары Әлмирә һәм кейәүҙәре Роберттың уңыштарына шатлана, ейәндәре Арсенды ла, Рамазанды ла яратып туя алмай. Улдары Алмас менән килендәре Лилиәнең, әсәләре башлаған медицина юлын дауам итеп, Үрге Йәркәй дауаханаһында эшләп йөрөүе, үҙҙәре кеүек матур ҡыҙ Самираны үҫтереүе лә ғорурландыра.


Вернуться назад