Сканворд башты эшләтә15.01.2013
Беҙ ҡартым менән алтмыш йыл самаһы бергә йәшәйбеҙ, икебеҙ ҙә педагогик хеҙмәт ветерандары, "Башҡортостан"дан айырылғаныбыҙ юҡ.

Бик уҡымлы гәзит, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа йөкмәткеһе матурланды. Баҫманы алдырып уҡымағандар күп нәмәнән мәхрүм ҡала, тип уйлайым.
Был хатты яҙыуымдың төп сәбәбе — Илдар Ғәбитовҡа сканвордтары өсөн рәхмәт белдереүем. Көн дә сыҡҡан "Комсомольская правда" бер ваҡытта ла кроссворд, сканвордһыҙ булмай. Ниңә башҡортса сканворд төҙөүсе юҡ икән, тип уйлай торғайным. Былтыр "Башҡортостан"да ла бирелә башлағас, ҡыуанысымдың сиге булманы. Был бик яҡшы. 2012 йылдың 9 ноябрь һанында Илдар Ғәбитовтың төрлө башватҡыстары урын алыуы үҙе генә ни тора! Сканворд, кроссвордтар оло кешеләргә ялды күңеллерәк үткәреү, бигерәк тә башты эшләтеү өсөн файҙалы.


Вернуться назад