Фекер алышыу майҙаны15.01.2013
Йәнә бер йыл тарихта ҡалды. Тормошобоҙға электрон мәғлүмәт сығанаҡтары, Интернет көндән-көн нығыраҡ үтеп инһә лә, телевизорҙа йөҙәрләгән канал эшләп торһа ла, халҡыбыҙҙың гәзит-журналдарға мөнәсәбәте һүрелмәүе ҡыуандыра. Бәғзеләренең уларҙы уҡып ҡына ҡалмай, гәзит менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыуы, тирә-яғыбыҙҙағы матур үҙгәрештәр, уңғандар, булдыҡлылар хаҡында редакцияға хәбәр итеүе – һөйөнөслө күренеш.

Редакциябыҙ почтаһына былтыр ике меңдән ашыу хат килде. Әлбиттә, уларҙың һәйбәт тип табылғандары донъя күрҙе, ҡайһылары сара күреү өсөн тейешле ойошмаларға ебәрелде. Егәрле авторҙарыбыҙ Рауил Бикбаев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Зөһрә Ҡотлогилдина, Ризван Хажиев, Рамаҙан Ҡотошов, Сәлимйән Ғүмәров, Лира Яҡшыбаева, Рафаэль Аҙнағолов, Илдар Ғәбитов, Ләлә Бейешева, Мәхмүт Хужин, Дамир Шәрәфетдинов, Зиннур Нурғәлин, Мәрйәм Бураҡаева, Гүзәл Ситдиҡова, Самат Ғәлиуллиндар йыл буйына республикабыҙҙың төп баҫмаһына тоғролоғон фәһемле яҙмалары менән раҫланы. Улар донъяла, илдә, республикала барған хәл-ваҡиғаларға үҙҙәренең ҡарашын еткерә торҙо.
Белореттан Нурулла Миһранов, Бөрөнән Рияз Мәсәлимов, Учалынан Спартак Ильясов, Бишбүләктән Әнүәр Сөләймәнов, Баймаҡтан Рәшит Үтәев, Урал Мостафин, Салауат Мөхәмәтшин, Ҡырмыҫҡалынан Рим Исхаҡов, Ғафуриҙан Флүрә Хәлилова, Сибайҙан Хәйҙәр Тапаҡов, Стәрлетамаҡтан Кәрим Булат, Рәйлә Наҙарғолова, Роза Ҡобағошова, Салауаттан Римма Ҡотлоғәлләмова үҙҙәре йәшәгән төбәктәге уңғандар, ябай хеҙмәт кешеләре хаҡындағы мәҡәләләре менән баҫмабыҙҙың йөкмәткеһен байытты. Чехиянан Миләүшә Ҡолмөхәмәтова (Годбодь), Татарстандан Рәхимә Вәлиуллина, Ырымбурҙан Дауыт Амангилдин сит тарафтарҙа, күрше өлкәләрҙә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙең тормошо, эшмәкәрлеге хаҡында таныштырҙы.
Хаттарҙың йөкмәткеһе лә төрлөсә. Берәүҙәр ҡыуанысын уртаҡлаша, икенселәр йән әрнеткес күренештәргә битараф ҡала алмай. Әйткәндәй, тормошобоҙҙо етешһеҙлектәрҙән арындырыу ниәтенән булдырылған “Ялыу кенәгәһе”, “Халыҡ тауышы” рубрикаларын уңышлы табыш тип баһалай гәзит уҡыусылар. “Ошо рубрикала сыҡҡан яҙмаларҙың буш һүҙ булып ҡалмауы, яуаплы кешеләрҙең, ойошмаларҙың уларға яуап биреүе баҫманың абруйы хаҡында һөйләй”, – тип яҙа Салауаттан Ринат Собханғолов.
Баймаҡтан Илһөйәр Байраҡаева: “Мәктәптә уҡытыусы булып эшләйем. Гәзит – минең кәңәшсем дә, ярҙамсым да. Баҫмалағы тәрбиә, тел, тарих тураһындағы мәҡәләләрҙе класс сәғәттәрендә уҡыйбыҙ, бергәләшеп фекер алышабыҙ. Киләсәктә әхлаҡ темаһына яҙмалар күберәк булһын”, – тигән.
Гәзиттәге урыҫса мәғлүмәти белдереүҙәргә, реклама мәҡәләләренә ҡарата: “Шуларҙы бирмәһәгеҙ, һәйбәтерәк булыр ине”, — тип ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар. Һеҙҙең фекер менән килешмәү мөмкин түгел, әлбиттә. Әммә баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Тотош Рәсәйҙә барған ҡулайлаштырыу сәйәсәте беҙҙе лә урап үтмәне, ҡағыҙ, типография, почта сығымдары ошо юҫыҡта аҙмы-күпме аҡса эшләргә мәжбүр итә.
Мәғлүм булыуынса, 2013 йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Ошо йәһәттән һеҙ ҙә ҙур өлөш индерә алаһығыҙ: йәнтөйәкте ҡурсалау йәһәтенән үҙегеҙҙең матур, фәһемле эштәрегеҙ хаҡында хәбәр итегеҙ.
“Ҡәләмгир” конкурсы быйыл да дауам итә. Бөтәбеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, көн ҡаҙағына һуҡҡан проблемаларҙы ҡыйыу яҡтыртыу, кешеләрҙең йәшәйешен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү ниәтенән ойошторолғайны ул.
Гәзит – ул фекер алышыу майҙаны, барлыҡ уҡыусыларҙың уртаҡ ижад емеше. “Башҡортостан” күптән һәммәбеҙҙең ышаныслы дуҫына, кәңәшсеһенә әүерелгән. Уны мөмкин тиклем байыраҡ, үткерерәк итеп сығарыу һеҙгә лә ныҡ бәйләнгән. Йөкмәткеле хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!


Вернуться назад