Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исемен биреү өсөн ҡултамға йыйыу дауам итә. Беҙҙең гәзиткә лә Башҡортостаныбыҙҙа батырыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү тәҡдимдәре менән хаттар килеүе туҡтамай.
Мәғлүм булыуынса, былтыр ноябрҙә республикабыҙҙың район һәм ҡалалары, төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ветерандар, шулай уҡ Миңлеғәле Минһаж улы башын һалған Украина еренән килгән делегация ҡатнашлығында данлыҡлы дивизиябыҙҙың ойошторолоуының 70 йыллығына арналған конференция булып үтте. Ошо мәртәбәле сарала батырыбыҙға Герой исемен юллау буйынса тәҡдимдәр яңғыраны, һәм ул киң яҡлау табып, ҡултамғалар йыйыу башланып китте. Ветерандар, тотош республикабыҙ халҡы, хатта мәктәп уҡыусылары ла был акциянан ситтә ҡалманы. Уға сит өлкәләр, элекке союздаш республикалар вәкилдәре лә дәррәү ҡушылды. “Башҡортостан”ға ла өҙлөкһөҙ хаттар ағылды, беҙ уларҙың һәр береһен баҫтырып барырға тырыштыҡ. Гәзит уҡыусылар, генерал Шайморатовҡа Герой исемен юллауҙан тыш, Башҡортостаныбыҙҙа ла уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында урынлы һәм ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр еткерҙе: урамдарға уның исемен биреү, баш ҡалабыҙҙа һәйкәл асыу һәм башҡалар.
Урам тигәндән, 2006 йылда уҡ ошо тәҡдим менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенә мөрәжәғәт ебәрелгән булған, ләкин шундай яуап алынған: баш ҡалала Шайморатов урамы бар! Ләкин уның ҡайҙа булыуын ситтән килгәндәр генә түгел, өфөләр ҙә белмәй булып сыҡты. Мин дә күпме кешенән һорашып ҡараным, карталарҙы аҡтарҙым, тик был бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Бынан ике йыл элек осраҡлы ғына барып юлыҡтым уға. Йәйге ял көнө ине. Колхоз баҙарын ҡыҙырып йөрөнөм дә өйгә йәйәү генә тәпәйләргә булдым. Трамвай йөрөгән урман аша Александр Невский урамына сыҡтым. (Черниковканы аңламаҫһың: әллә оҙон булғанғамы, Невский урамы 17-се балалар дауаханаһынан һуң ҡапыл Богдан Хмельницкийҙыҡына әүерелә). Тротуар булмағанлыҡтан, машиналар эргәнән гөжләп үтә лә үтә. Шуға вьетнам баҙары янындараҡ бәләкәй генә һуҡмаҡты күреп ҡалдым да ағастар араһына инеп киттем. Иншалла, бәләкәй генә бер тыҡрыҡҡа барып сыҡтым. Ике яҡтан ағас өйҙәр теҙелешкән, һәр береһенең ихатаһында эттәр лауылдаша. Әйтерһең, мин Өфөлә түгел, ә ниндәйҙер урыҫ ауылында! Аңғарыбыраҡ ҡараһам, “Шайморатов урамы” тигән яҙыуҙы күреп ҡалдым! Иҫ-аҡылым китеп оҙаҡ атларға насип булманы: сиркәүгә барып төртөлөү менән урам, дөрөҫөрәге, тыҡрыҡ та бөттө. Мәскәүҙән Шайморатовҡа Герой исеме биреүҙе юллау – бер, әммә ҡайһы саҡта үҙебеҙҙең ҡулдан килерлекте лә эшләмәйбеҙ түгелме һуң? Хатта урыҫтар үҙҙәре белмәгән яу башлыҡтары Борис менән Глебҡа ла (Борисоглебская) оҙон ғына урам табылған.
Әле ҡултамғалар йыйыу буйынса акция ни рәүешле бара? Ниндәйҙер һөҙөмтәгә өмөт итергә мөмкинме? 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры Илүзә Ғәйнуллинаға шылтыратып, ошо хаҡта белештек.
– Барлығы 400 меңгә яҡын ҡултамға йыйылғас, музейға килгән сағында беҙ уларҙы республикабыҙ етәксеһе Рөстәм Хәмитовҡа тапшырҙыҡ. Ул үтенесебеҙҙе ил Президенты Владимир Путинға еткергән, ләкин әлегә яуап юҡ. Шуныһы күңелгә өмөт өҫтәне: Рәсәй Президенты Затондағы 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядҡа генерал Шайморатов исемен биреү тураһында Указ сығарҙы. Ошо уңайҙан декабрь аҙағында Конгресс-холда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, дивизия ветерандары, йәмәғәтселек вәкилдәре, Мәскәүҙән килгән генералдар ҡатнашлығында тантана булып уҙҙы. Әле отряд торған урында бюсмы-һәйкәлме ҡуйырға уйлайҙар, музейҙан Шайморатовҡа бәйле материалдар һората башланылар.
Урам тигәндән, ул баш ҡалабыҙҙың лайыҡлы урынында булырға тейеш. Дим районының 100 йыллығын билдәләгәндә Кусимов урамын астырыуға өлгәштек бит! Ә Шайморатовтың атҡа атланған һәйкәле Өфөнөң уртаһында, уның исемен йөрөткән паркта торорға тейеш. Мәҫәлән, Украинаның Луганск өлкәһендәге Петровское ҡалаһында Башҡорт һыбайлылары скверы бар. Унда тулыһынса асфальт түшәлгән, шыршылар ултыртылған, эскәмйәләр ҡуйылған. Хәҙер ул ҡала йәштәренең иң яратҡан ял итеү урынына әйләнгән.
Ҡултамғалар йыйыуға килгәндә, акция әле лә дауам итә. 23 февралдә ҡаһарман батырыбыҙҙың һәләк булыуына 70 йыл тулған көндәрҙә уға лайыҡлы баһа бирелер тигән өмөт бар.