7 400 самаһы ялыу ҡаралған15.01.2013
Былтыр Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһына 9 900-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Был элгәрге йылдағыға ҡарағанда 58 процентҡа күберәк.
Иң күп хат Өфө (6 500-ҙән ашыу), Стәрлетамаҡ (689), Октябрьский (285) һәм Салауат (281) ҡалаларынан алынған.
— Беҙгә килгән мөрәжәғәттәрҙең 43 проценты торлаҡ фондына идара итеү мәсьәләләренә, атап әйткәндә, идарасы компанияларҙың эшенә ҡағыла. Ҡайһы берәүҙәр торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе дөрөҫ билдәләмәүҙәренә зарлана. Хаттарҙың һигеҙ проценты иһә башҡа мәсьәләләргә, шул иҫәптән торлаҡтың планировкаһын үҙгәртеүгә ҡағыла, — тип хәбәр итте республиканың баш дәүләт торлаҡ инспекторы Илдар Замалетдинов.
Былтыр Дәүләт торлаҡ инспекцияһы 7 400 самаһы мөрәжәғәтте ҡараған, һәм улар буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителгән.