Фарфорҙан – Аждаһа13.12.2011
2012 йылды ҡаршылар алдынан "Башҡорт фарфоры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (элекке "Октябрьский фарфор изделиелары заводы") ҡулланыусыларҙы өр-яңы тауар менән шатландырған.
Завод эшселәре киләһе йыл символы булған Аждаһаны бер нисә төрлө итеп һынландарған, һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас һыҙаттары бар. Әйткәндәй, һәр һын ҡулдан эшләнә. Аждаһа һәм башҡа төрлө әкиәт персонаждары ҡала сауҙа селтәренә сығарылған да инде. Сифатлы һәм күркәм сувенирҙарға ихтыяж ҙур.