Бөрйәндәрҙән дәғүәсе әҙер15.01.2013
Район мәҙәниәт һарайында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2013” конкурсының финал этабы үтте.

Иҫке Собханғол, Әбделмәмбәт, Ырғыҙлы, Байназар һәм Аҫҡар мәктәптәре педагогтары иң яҡшы уҡытыусы исеме өсөн ярышты. Улар алдына үҙең менән таныштырыу, оҫталыҡ дәресе үткәреү, педагогия эшмәкәрлегендә яңы алымдарҙы файҙаланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, ирекле темаға лекция уҡыу бурысы ҡуйылды.
Конкурсанттарҙың барыһы ла юғары әҙерлек кимәле, һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө күрһәтте. Йәш уҡытыусылар уларҙан ижади ҡомар, туған телгә һәм әҙәбиәткә, уҡыусыларыңа һөйөү тойғоһон үҙләштерә ала.
Ярыш һөҙөмтәһе буйынса Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Баязитова еңеп сыҡты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурста көс һынашыу айырым педагогтарҙың ғына түгел, бөтә уҡытыусылар коллективының шәхси, шулай уҡ һөнәри үҫешенә булышлыҡ итә, сөнки ҡатнашыусыларға мәктәптәге бөтә хеҙмәттәштәре ярышҡа әҙерләнеүҙә ярҙам күрһәтә.


Вернуться назад