Ете ғаиләгә — сертификат15.01.2013
Ҡырмыҫҡалы районындағы ете ғаиләгә өй һатып алыуға аҡса биреләсәк. Уларҙың барыһы ла торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең республика программаһында ҡатнаша.

Торлаҡ сертификаттарын тапшырыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова йәштәрҙең проблемалары власть органдарының иғтибар үҙәгендә ҡалыуын һәм мөмкин булғанса хәл ителәсәген билдәләне. Финанс ярҙамын алыусылар район етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар 2011—2015 йылдарға иҫәпләнгән “Торлаҡ” айырым маҡсатлы федераль программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” ярҙамсы программаһына ярашлы тапшырыла.


Вернуться назад