“Шүлгәнташ”ты “ҡотланылар”15.01.2013
Республикабыҙҙа айырыуса һаҡланған тәбиғәт объекттарының дөйөм майҙаны 407 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә. Был биләмә үҙенсәлекле флораға һәм фаунаға эйә. “Башҡортостан” милли паркының флораһы ғына ла 765 үҫемлек төрөн үҙ эсенә ала, шуларҙың — 50-һе “Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы”на, 15-е “Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы”на индерелгән.
Былтыр республикалағы махсус һаҡланған биш тәбиғәт биләмәһе донъяла танылыу алды һәм “Башҡорт Уралы” биосфера резерваты статусына әйә булды. ЮНЕСКО ҡарамағындағы биосфера резерватына “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы һәм “Алтын солоҡ”, “Ыҡ” зоологик ҡурсаулыҡтары инде.
Рәсәйҙә ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө билдәләнгәндә “Шүлгәнташ”тағы байрам кәйефе бер аҙ боҙолдо: “Росприроднадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы һәм ҡурсаулыҡ етәкселеге араһында йыл ярым дауам иткән бәхәс 780 мең һум штраф менән тамамланды. Биләмәһендә рөхсәт документтары булмай тороп, көнкүреш ҡалдыҡтары һәм ат тиҙәге сүплектәрен ойошторған, сүп-сарҙы юҡ итеү буйынса белгес тотмаған өсөн ҡурсаулыҡ ошондай хаҡ түләргә тейеш.