Бар яҡтан да килгән!14.01.2013
Бар яҡтан да килгән!Ҡәҙерле кешем Фәниә Шәймөхәмәтова Балтас районының Юғары Ҡарыш ауылында йәшәй. Ул минән башҡа тағы 13 кешегә һөйөклө өләсәй. Һәр ҡайһыбыҙҙың тыуыуын көтөп алған, беренсе тапҡыр мунсала сапҡан, итәгендә һөйөп, иркәләп үҫтергән, әсәйҙәребеҙгә беҙҙе тәрбиәләшкән. Шуға күрә уны яҡын күрәбеҙ, һағынып ҡайтабыҙ, йылы ҡуйынына һыйынабыҙ, янында рәхәтләнеп ял итәбеҙ. Эргәһенән китке лә килмәй!

"Биш балам — иң ҙур байлығым!" — тип ғорурланып ҡабатларға ярата өләсәй. Ғорурланырлыҡ та шул: Филүс улы — атайым — "Башҡортостан" МТС-ының Балтас бүлексәһенә етәкселек итә, Фәнис ағай — район мәғариф бүлегенең үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы мөдире, Вәхит ағай — "ашығыс ярҙам" хеҙмәте фельдшеры, Әлиә апай — "Яңауыл таңдары" гәзите редакцияһы хеҙмәткәре, Ильяс ағай — спортсы, үҙе һәм уҡыусылары гер күтәреү буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан күләмендәге ярыштарҙа гел еңеү яулай. Өләсәйҙең дүрт килене лә уҡытыусы.
Олатайым менән икеһе балаларына йорт һалышты. Әле Ильяс ағай ғаиләһе менән төп йортта йәшәй, яңы урында өй күтәрә. Өләсәй, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның мәшәҡәттәре менән яна, ҡулынан килгәнсе ярҙам итә.
Татыу, берҙәм ғаиләбеҙҙе йыш ҡына ҙур карап итеп күҙ алдына килтерәм. Өләсәй уның штурвалында тора һәм ҡаршы иҫкән елдәргә бирешергә ирек бирмәй, кәртәләрҙән ҡурҡмай, гел алға бара.
Өләсәйем — Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. Ул 30 йылдан ашыу ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған — башланғыс кластарҙы уҡытҡан. Уҡыусылары йыр-бейеүгә, ҡул эшенә оҫта булыуы менән айырылып тора, өләсәйемде һағынып, йыш ҡунаҡҡа киләләр.
Тәрбиә өлкәһендә уның белмәгәне юҡтыр. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән килеп тыуған мәсьәләләрҙе тауыш күтәрмәйенсә, тиргәшмәйенсә хәл итә, һәр кемгә һабаҡ булырҙай тапҡыр мәҡәлдәрҙе күп белә. Унан эшкә өйрәнеүе лә рәхәт, сөнки яйлы итеп аңлата. Балаларын, һуңынан килендәрен күпме эшкә өйрәткән! Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен, үҙе әйтмешләй, тормошҡа әҙерләй. Беҙ һәр һүҙен тыңлайбыҙ, "аҡыл һандығы"на һалып ҡуябыҙ, сөнки өләсәй менән олатайыбыҙ исеменә тап төшөрмәй, атай-әсәйебеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәргә теләйбеҙ.
Өләсәйем бар яҡтан да килгән — ҡулы нәмәгә генә ҡағылһа ла, күҙ яуын алырҙай әйберҙәр хасил була. Йәш сағынан уҡ тегеүсе тигән даны таралған. Был һөнәргә әсәһе Бибинур өйрәткән. Уҙған быуатта әлеге кеүек әйбер тулы магазиндар булмаған, шуға күрә яҡын-тирәләге халыҡ күлдәк тектерер өсөн өләсәйемә килгән. "Бер күлдәкте бер һумға тегә ине. Итәгендәге кескәй балаһы машинаның келдер-келдер эшләгәненә йыуанып ултыра. Шулай аҡса йыйып өй һалдыҡ. Ул теккән зауыҡлы күлдәктәрҙе ауыл ҡатын-ҡыҙҙары уңайлы тип маҡтап кейҙе", — тип хәтерләй олатай.
Ҡәҙерлебеҙ бәйләм оҫтаһы ла. Ауылда үҙенсәлекле биҙәкле бейәләй йә ултырғыс түшәге күрһә, әхирәттәренән яңы алымды бик тиҙ отоп ала ла, бәйләп, бөтәбеҙгә лә тарата. Үҙе лә белгәндәрен башҡаларға ихлас өйрәтә.
Өләсәйҙе аш-һыу оҫтаһы тип тә беләләр. Унан туйҙарға, байрамдарға бауырһаҡ, түңәрәк икмәк бешертәләр. Ваҡ ҡына бауырһаҡтары майға һалыу менән ҡабара, ҙур булып бешә. Өләсәйем табаларҙы алыштырып ҡына тора, сөнки бауырһаҡтарҙы үтә ҡыҙыу майға һалырға ярамай. Артыҡ ныҡ ҡыҙарғандарын, шиңгәндәрен беҙ ашай барабыҙ. Әй, тәмле лә инде үҙҙәре! Унан һуң өләсәй, шәкәр эретеп, бауырһаҡтарҙы бер-береһенә йәбештерә-йәбештерә бейек тау өйә. "Ҡуптарып алып булмаҫлыҡ итеп йәбешһендәр. Шулай булһа, ҡауышҡан пар айырылмай, татыу йәшәй", — ти ул.
Ауылда иң тығыҙ кәбеҫтәләр, иң эре помидор менән ҡыярҙар өләсәйемдең түтәлдәрендә генә үҫә. Ейән-ейәнсәрҙәре лә баҡса емештәренән рәхәтләнеп һыйлана. "Үҙегеҙ ҙә еләк кеүекһегеҙ бит. Һеҙҙең өсөн үҫтерәм", — тип, беҙҙең уҙышып ашағанды ҡарап һоҡлана. Биҙрә-биҙрә еләк-емеш йыйыр өсөн күпме көс талап ителә! Рәт араһын ҡаҙып, йомшартып торорға, ашлама индерергә, сүп үләндәрен йолҡорға, һыу һибергә кәрәк... Көндәлек мәшәҡәттәрҙе һис ауырһынмай, оло йәштә булыуын да онотоп, йүгерә-йүгерә башҡара өләсәйем. "Хәрәкәттә — бәрәкәт, балалар. Арымаһаң, йоҡо ла йоҡо булмай ул!" — тип шаҡ ҡатыра беҙҙе. Компьютер алдында ҡуҙғалмай ултырған үҙеңде ирекһеҙҙән өләсәйҙән дә олораҡ итеп тояһың.
Алдынғы ҡарашлы булыуы, замандан ҡалышмауы ла һоҡландыра: автомат машинала кер йыуа, DVD уйнатҡысынан йырҙар тыңлай, кинолар ҡарай, скайп аша балалары менән һөйләшә.
Тормоштан йәм таба белеүсе өләсәйебеҙ бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй. Бер аҙ сирләп китһә, шунда уҡ халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итә, төрлө үлән ҡайнатып, һауығырға тырыша. Яҙға сыҡҡас та шифалы үләндәр, тамырҙар, сәскәләр йыя. "Ауырып, балаларымды көйәләндереп ултырмайым әле", — ти.
26 кешенән торған ғаиләбеҙҙе туплауҙы үҙенең маҡсаты итеп күрә өләсәйем. Мосолман байрамдарында, өмәләрҙә гел бергә булабыҙ. Бындай ваҡыттар күңелдә йылы тойғолар уята, ҡәҙерле минуттар булып һаҡлана.
Өләсәйем Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы менән олатайым Әхнәф Миңлеғәле улы Шәймөхәмәтовтарҙың 45 йыл бергә татыу ғүмер кисереүе, һәр эштә бер-береһенә терәк булып йәшәүе тураһында әйтмәһәм, яҙмам тулы булмаҫ төҫлө. Ҡәҙерлеләребеҙҙе сәхнә таныштырған: икәүләп йырлай-йырлай "Ғәлиәбаныу" спектаклендә уйнағандар ҙа бер-береһенә ғашиҡ булғандар. Олатайыбыҙ етемлек, аслыҡ, ҡыйырһытылыу ғазаптарын күреп үҫкән, шуға ла күңеле моңлолор инде — баянда, тальянда өҙҙөрөп уйнай, йөрәккә үтеп инерлек итеп йырлай. Оҙаҡ йылдар клубта эшләне. Клуб уларҙың өйөнә йәнәшә генә. Һәр тамашаға бергәләп әҙерләнәләр ине: пьеса һайлайҙар, рольдәрҙе бүләләр, репетицияға йөрөйҙәр. Спектакль көндө өйҙәге йыһаздың яртыһы клуб сәхнәһенә күсә. Үҙҙәре лә төнгә тиклем шунда инеп китә. Ҡуйған тамашаларын, парлашып башҡарған йырҙарын ауыл халҡы әле лә һағынып һөйләй.
Күпме йәштәрҙе сәнғәт донъяһына йәлеп итте, күпме талантты асты улар! Кистәрен клуб тирәһендә буталған үҫмерҙәрҙе лә сәхнәгә баҫтырҙы, урам йоғонтоһонан йолоп алды олатай: йырларға, образға инергә өйрәтте. Ҡәҙерлеләребеҙҙең балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә йыр-бейеүгә, нәфис һүҙгә маһир.
Мин дә бейергә, йырларға, концерттар алып барырға яратам. Бешеренергә лә оҫтарҙым, ҡышҡылыҡҡа ҡыяр тоҙлайым, өләсәйем килеүгә ҡоймаҡтар ҡойоп ҡуям. Ул мине маҡтай-маҡтай сәй эсә, уҡыуым, дуҫтарым тураһында һораша, теләктәрен теләй-теләй доға уҡый. Һуңынан йәһәт кенә һикереп тора ла, күстәнәстәрен тотоп, беҙҙең эргәлә йәшәгән икенсе улына йүгерә. Эй, бәхетле үҙе шул саҡта! Өләсәйле һәм олатайлы булып, иркәләнеп һәм үрнәк алып, оҙаҡ йәшәһәк ине, тип теләп ҡалам уның артынан.


Вернуться назад