Оппозицияның юлын нимә быуҙы?12.01.2013
“Атты – ай, әҙәмде йыл һына”, тигән боронғолар. Был әйтем үтеп киткән 2012 йылдың һөҙөмтәләрен барлағанда урынлы яңғырай. Кәбисә йылын бик яҡшыға юрамаһалар ҙа, Майя календары буйынса ахырызаман менән ҡурҡытһалар ҙа, Рәсәй һәм Башҡортостан халҡы Аждаһаны арыу ғына оҙатып ебәрҙе.

Былтырғы йыл оппозицияның Мәскәүҙәге Һаҙлыҡ майҙаны менән Сахаров проспектында Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға бәйле сығыштары менән башланып киткәйне. Владимир Путин төҙөгән сәйәси системаны һәм уның үҙен “түңкәреү” уларҙың төп маҡсаты булып торҙо. Март айында үтәсәк президент һайлау алдынан был хәрәкәткә оппозиция лидерҙары ҙур өмөт бағлағайны. Улар төрлө “төҫлө” революциялар булып үткән дәүләттәр миҫалында власты ҡоралһыҙ ғына үҙ ҡулына алмаҡсы ине.
Бәхеткә күрә, “ризаһыҙҙар”ҙың сығыштарын Рәсәй төбәктәре битараф ҡабул итте. Уның ҡарауы Президент вазифаһына төп дәғүәсе Владимир Путин үҙенең һайлау алды мәҡәләләрендә илебеҙ алдында торған проблемаларҙы, уларҙы хәл итеү юлдарын аныҡ билдәләне. Оппозиция халыҡты ҡурҡытырға маташҡан бер мәлдә, ул йәмғиәт менән асыҡтан-асыҡ диалог башланы. Был ысул Путинға һайлауҙа байтаҡ тауыш өҫтәне, әлбиттә. Яңыраҡ Росстат тарафынан үткәрелгән тикшеренеүҙәр ҙә ул етәкселек иткән осорҙоң халыҡ өсөн ыңғай матди үҙгәрештәргә килтереүен күрһәтте. Атап әйткәндә 2000 йылдан алып 2010 йылға тиклем уртаса эш хаҡы ун тапҡырға артҡан. Ябай халыҡ өсөн был – бик яҡшы күрһәткес. Шуға ла һайлаусылар Владимир Путин үткәргән сәйәсәтте хупланы ла инде.
Яңынан һайланған Рәсәй Президенты үҙе вәғәҙә иткән сәйәси реформаларҙы ышаныслы тормошҡа ашыра башланы. Ысынлап та, һайлауҙан һуң власты үҙгәртеп, Владимир Путин үҙен оҫтараҡ сәйәсмән итеп күрһәтте.
Халыҡ талап иткән коррупцияға ҡаршы көрәш тә Владимир Путин тарафынан яҡлау тапты. Элек үҙенең министрҙарына һүҙ тейҙермәгән Путин тәүҙә өс министрға шелтә бирҙе, ә Олег Говорун менән Анатолий Сердюковты отставкаға ебәрҙе. Бер нисә төбәк етәксеһенә ҡаршы енәйәт эше асылды.
Башҡортостанға килгәндә, Рөстәм Хәмитов, республиканың элекке Хөкүмәтен отставкаға ебәреп, яңыһын үҙе етәкләй башланы. Был аппаратты ҡыҫҡартыу, башҡарма властың эшен ҡырҡа яҡшыртыу маҡсатында эшләнде.
“Миллиондар маршы” менән башланған 2012 йыл “һөҙөмтәһеҙ” тип табылыуы арҡаһында ябылырға тейешле Мәскәү дәүләт сауҙа-иҡтисади университетының дүрт йөҙләп студентының сығышы менән тамамланып ҡуйҙы. Был, бәлки, тыны бөткәндең көнө бөткәненә ишаралайҙыр.


Вернуться назад