Урман яҡлау талап итә13.12.2011
Яңы йыл байрамы яҡынлашҡан һайын рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар арта.
Миҫал өсөн, Белорет урман хужалығы инспекторҙары рейд үткәргән, һөҙөмтәлә законһыҙ ағас ҡырҡыусылар тотолған. Улар табыштың бер өлөшөн өй эргәһенә алып барып бушатырға ла өлгөргән. Йәмғеһе 13 кубометр, йәғни 36 төп ағас (22 ҡарағай, 12 ҡайын, 2 уҫаҡ) ҡырҡылған, дәүләткә 30 мең һумлыҡ зыян килтерелгән.
Дөйөм алғанда, урман инспекторҙары республика буйынса 600-ҙән ашыу рейд үткәргән, ҡануниәт боҙоуҙың 51 осрағы теркәлгән. Шул иҫәптән туғыҙ осраҡ законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыуға бәйле (йәмғеһе 54 кубометр; зыян күләме – 400 мең һумдан ашыу). Был факттар буйынса административ эш ҡуҙғатылған, ҡайһы бер материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән.


Вернуться назад