Артабан да сая бул, бирешмә!12.01.2013
Артабан да сая бул, бирешмә!Олатай-өләсәйҙәребеҙ — “Йәш юҡһыл”, “Башҡортостан йәштәре”, атай-әсәйҙәребеҙ “Ленинсы” тип яратып уҡыған баҫма заман йәштәре ҡулына ҡәләме шаҡтай үткерләнгән “Йәшлек” гәзите булып килеп етте. Бер нисә быуынды бәйләп торғас, уны йәше лә, олоһо ла яҡын күрә.

Йәштәр гәзитемен, тип иләҫ-миләҫләнеп бармай “Йәшлек”. 1990 йылда “Ленинец”тың дубляжы булыуҙан туҡтағандан һәм хәҙерге исеме менән сыға башлағандан алып ул милли матбуғатыбыҙҙың ҡыйыу, аныҡ маҡсатлы баҫмаларының береһенә әүерелде. Ошо хәтәр осорҙа “Йәшлек” халҡыбыҙҙың үҙаңын уятыуға булышлыҡ итеп, дәүләт суверенитетының мөһимлеген аңлатып, ҙур абруй яуланы. Гәзит әле лә йәштәрҙе туплауға, республика мәнфәғәттәрен яҡлауға тос өлөш индерә.
Күркәм байрамы айҡанлы баҫманың артабан да үҙ маҡсаттарына тоғро ҡалыуын, уҡыусылары менән берҙәм йәшәүен теләйбеҙ. 90 йәшең һиңә заман елдәренә ҡаршы торорлоҡ ғәйрәт, дәрт-дарман, сәм генә өҫтәһен, “Йәшлек”!


Вернуться назад