Бүләктең дә ниндәйе!12.01.2013
Бүләктең дә ниндәйе!Өфө ҡала хакимиәте алдында “Балалар” тип яҙылған 14 микроавтобус бер-бер артлы теҙелеп киткән. Баш ҡала эргәһендәге ауылдарҙағы уҡыусыларҙы мәктәпкә йөрөтөү өсөн республикабыҙ етәкселегенең бүләге улар.

Был минуттарҙы күптән көткән белем усағы директорҙарының кәйефе көр.
– Беҙҙең мәктәпкә йәнә автобус биреүҙәрен ишеткәс, ҡыуаныстың сиге булманы. Бығаса берәү генә ине, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Орджоникидзе районының 125-се мәктәп директоры Азамат Абдразаҡов. – Беҙгә балалар Никольский, Вотикеево ауылдарынан да йөрөп уҡый. Улар шаҡтай алыҫ. Берҙән-бер транспортты тәүҙә береһенә, унан икенсеһенә ебәрергә тура килде.
Совет районына ҡараған 7-се мәктәптә инвалид балалар ҙа белем ала. “Элек конкурстарға, сараларға барырға булһаҡ, тегенән-бынан транспорт эҙләп, һоранып яфа сигә инек. Айырыуса мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән йөрөү бик ауырға төшә. Хәҙер үҙебеҙҙең автобус булғас, бындай мәшәҡәттәрҙән ҡотолабыҙ инде”, – тине директор Аида Нәбиуллина, бәхетле йылмайып.
Киров районындағы 14-се мәктәпкә лә бер нисә ауылдан балалар йәмәғәт транспортында йөрөгән. Был уҡыуҙың сифатына насар йоғонто яһай: балалар дәрескә һуңлай, ҡайһылары автобусҡа ултыра алмай. “Хәстәрлегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!” – тине уның директоры Ирина Ротару.
Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов мәктәп етәкселәрен ҡотлап, был эштең “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылыуы хаҡында һөйләне.
– Былтыр республика дөйөм мәғарифты модернизациялауға ике миллиард 133 миллион һум аҡса алды. Уның күпселек өлөшө белем биреү усаҡтарын яңыртыуға, шул иҫәптән мәктәп автобустары алыуға бүленде. Быйыл да был юҫыҡта эш дауам итәсәк, – тине ул.
Ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов бындай бүләкте ҡаланыҡылар тәү тапҡыр алыуы тураһында бәйән итте. Уның әйтеүенсә, баш ҡала мәктәптәренә 24 ауылдан йөрөп уҡыйҙар. Уларҙан кескәйҙәрҙе мәктәптәргә генә түгел, экскурсияларға, олимпиадаларға, спорт сараларына, театрҙарға йөрөтөү ҙә күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Хәҙер был мәсьәләләр уңышлы хәл ителәсәк.
Был көндө шулай уҡ ҡалалағы 101-се, 102-се (Дим районы), 105-се (Калинин районы), 147-се (Октябрь районы), 61-се (Орджоникидзе районы), 34-се(Киров районы) белем усаҡтарына автобустар бирелде.


Вернуться назад