Беҙҙең тыныслыҡ өсөн улар яуаплы12.01.2013
Иң олпат хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәттәренең береһе — прокуратура органы барлыҡҡа килеүгә 291 йыл тулды. Рәсәйҙә уларҙың профессиональ байрамы йыл һайын 12 ғинуарҙа билдәләнә.
Кисә Өфөлә прокурорҙарҙы ошо байрам менән ҡотлау тантанаһы булып уҙҙы, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, федераль һәм республика министрлыҡтары һәм ведомстволар башлыҡтары уларға бик күп йылы һүҙҙәр әйтте.
— Һеҙҙең эш даирәһе бик киң. Енәйәтселек, иҡтисади енәйәтселек менән көрәш, төрлө яҡлап халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау. Алданған өлөшсөләр яҙмышын хәл итеүҙә бергә эшләйбеҙ. Бурыстарығыҙ күп, һәм һеҙ уларҙы лайыҡлы үтәйһегеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Константин Толкачев урындағы норматив базаны ипкә килтереүҙәге өлөштәренә баҫым яһаны. Әле лә прокуратура хеҙмәткәрҙәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүҙәрен әйтте.
— Көндәлек ауыр хеҙмәт. Йыш ҡына ялһыҙ, төнгә тиклем эшләргә тура килә, — тине Өфө ҡалаһының Киров районы прокуроры Роберт Йәркәев. — Эш күләме ҙур, өҫтөнлөклө йүнәлештәр байтаҡ. Иң мөһиме — граждандарҙың хоҡуҡтарын, айырыуса аҙ тәьмин ителгәндәрҙең һәм бәлиғ булмаған балаларҙың, мәнфәғәттәрен яҡлау. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәйбеҙ. Кешеләр урам буйлап көндөҙ ҙә, төнөн дә тыныс, хәүефләнмәй йөрөһөн тип тырышабыҙ.
Ун биш йылдан ашыу прокурор булып эшләгән Роберт Салауат улына “Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” тигән исем бирелде. Әйтергә кәрәк, маҡтаулы исемдәр, илдең һәм республиканың дәүләт, тармаҡ наградалары был көндө бик күптәргә тапшырылды. Оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға киткәндәр ҙә онотолманы, үҙ наградаларын улар ҙа алды. Әҙерләнгән байрам концерты ла күңелдәренә хуш килде.