“Беҙҙең хеҙмәт – ысын ижад ул”12.01.2013
“Беҙҙең хеҙмәт – ысын ижад ул”Риф Солтанов өсөн Иглин районының Оло Тәләк ауылы янындағы ике пассажир поезы һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөү һәм уның сәбәптәрен тикшереүҙә ҡатнашыу – иҫендә ҡалған иң ауыр ваҡиға. “Кешеләрҙең ҡот осҡос хәлгә тарығанын күреү, уларҙың ҡайһы берҙәренә бер нисек тә ярҙам итә алмау бигерәк тә аяныслы ине, — тип хәтерләй ветеран ул фажиғәне. – Һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындары менән аралашыу ҙа көсөргәнешлек талап итте”.

Эйе, ғәҙәттән тыш хәлдең уртаһында була прокурор. Бәләгә тарығандарға мөмкин булған тәүге ярҙамды күрһәтә, уларҙы дауаханаға оҙата, шулай уҡ документтарҙы, кәрәкле әйберҙәрҙе йыя һәм һаҡлауҙы ойоштора. Элемтә булдырылғас та, һәләкәт тураһында республика етәкселегенә мәғлүмәт бирә, СССР Президенты М.С. Горбачев менән Министрҙар Советы рәйесе Н.И. Рыжков килгәс, уларға хәлде аңлата. Һуңыраҡ, тейешле хеҙмәттәр фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә тотонғас, СССР Генераль Прокуроры күрһәтмәһенә ярашлы оператив тикшереү төркөмө составында эшләй. Күрһәткән фиҙаҡәрлеге өсөн ул “Почет Билдәһе” орденына лайыҡ була.
— Шул ваҡиғанан һуң миндә ҡурҡыу хисе бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Унда күргәндәрҙе күп йылдар онота алманым, — ти Риф Абдулнур улы. — Көндәлек эшмәкәрлеккә, тормошҡа ла нисектер икенсе күҙлектән ҡарай башланым.
Прокуратура органдарына эшкә килгәндә Р.А. Солтанов ярайһы уҡ тормош тәжрибәһе туплап өлгөрә. Ул Бәләбәй ҡалаһында күп балалы хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә донъяға килгән. Атаһы хеҙмәте буйынса күсерелеп йөрөтөлгәнлектән, Коми АССР-ының Ухта ҡалаһында, Татарстанда йәшәй, беренсе класҡа Бәләбәй районындағы мәктәпкә бара, аҙаҡ уҡыуын Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында дауам итә. 1958 йылдың ноябрендә әрмегә саҡырыла. Өс йыл ярым тирәһе хеҙмәт дәүерендә подразделениеның комсомол ойошмаһы секретары була, дивизияның киске партия мәктәбен тамамлай, партия сафына алына. Хеҙмәттән һуң ата-әсәһе инде ғүмерлеккә төпләнгән Октябрьский ҡалаһына ҡайтып төшә һәм күп тә тормай Ленин орденлы “Туймазынефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының скважиналарҙы капиталь ремонтлау цехына электрик булып урынлаша. Шәхсән тормошонда ла ҡояш йылмая Риф Солтановтың: ғүмерлек юлдашын, Өфөлә педучилище тамамлап, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп йөрөүсе Шишмә һылыуы Люциәне осрата.
Китап уҡыуға әүәҫлек, белемгә ынтылыш егетте әрме йылдарында ла, эш башлағас та ташламай. Өйҙәге китапханаға яңынан-яңы әҙәбиәт өҫтәлә. Лев Шейниндың “Тәфтишсе яҙмалары”н ҡат-ҡат уҡый, киң билдәле Шерлок Холмс яратҡан геройына әйләнә. Шуға ла юғары белемгә ынтылған Риф бер икеләнеүһеҙ Свердловск юридик институтының Өфө филиалына ситтән тороп уҡырға инә. Юрист дипломы алырға әҙерләнеп йөрөгән егетте партия юлламаһы буйынса прокуратураға эшкә ебәрәләр.
— Тәү ҡарашҡа барыһы ла асыҡ һымаҡ, тик тормошта улай еңел генә булмай шул, — тип һөйләй Риф Абдулнур улы. — Бына миңә социализм шарттарында эшләргә тура килде. Үткән быуат аҙағында яңы йәмғиәт — баҙар сәйәсәтенә ярашлы, дәүләт төҙөү башланғанын да күрҙем. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәү 70 — 80-се йылдарҙа еңелерәк ине. Барыһы ла оло энтузиазм, иртәгәгә ышаныс менән йәшәне һәм эшләне. Ҡанундарға ла башлыса ихтирам менән ҡаранылар. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре эш барышында бар ерҙә лә аңлау таба ине, етәкселәр ҙә, ябай кешеләр ҙә беҙгә ярҙам итергә әҙер булды. Элекке хеҙмәттәштәрем — Учалы район-ара прокуратураһынан Р.Б. Мөхәррәмов менән У.Н. Сәфиуллин, Благовар район прокуратураһынан С.З. Әхмәҙуллин, Иглин район прокуратураһынан С.М. Караваев һәм башҡаларҙы оло хөрмәт һәм ихтирам менән йыш иҫкә алам.
Ун йылға яҡын үҙе етәкләгән Нефтекама ҡала прокуратураһы тураһында Риф Абдулнур улы бик күпте һөйләй ала. Был осорҙа прокуратура өсөн ике ҡатлы бина һалынды, хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы эш шарттары булдырылды, ҡала прокуратураһы — республикала иң алдынғыларҙан, ә уның коллективы иң көслөләрҙән һаналды. Бар хеҙмәткәрҙәр юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә ине, улар дөйөм бурыстар менән янып эшләне һәм йәшәне.
— Һәр эш, шулай уҡ прокурор хеҙмәте лә, уны яратып башҡарһаң – ысын ижад ул, – ти Риф Солтанов. – Күп йылдар тәжрибә туплап, юғары һөнәрилеккә эйә булаһың. Мин үҙем һәр ваҡыт тәфтишсе-прокурор һөнәренең бар нескәлектәренә төшөнөргә ынтылдым. Хеҙмәтеңә бар күңелеңде һалһаң ғына ниндәйҙер уңышҡа өлгәшергә мөмкин, сөнки уңыш үҙе көндәлек ваҡ еңеүҙәрҙән торалыр ул. Прокурор алдындағы бурыстар бер ҡасан да еңел булманы: дәүләт ҡоролошон ғына түгел, ә илдең һәр гражданын, уның ғүмерен, кешелек дәрәжәһен һәм хоҡуҡтарын яҡлау һәм һаҡлау. Прокурорҙың төп тәғәйенләше — йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәһендә ҡанундарҙың мотлаҡ үтәлешен тәьмин итеү. Шуға ла граждандарҙы нигеҙһеҙ ҡулға алыуҙы, уларға нигеҙһеҙ енәйәт эше асыуҙы булдырмау өсөн күп көс һалдым. Мәҫәлән, мин эшләгән дәүерҙә прокуратура хеҙмәткәрҙәре йылына уртаса бер мең ярымдан ашыу енәйәт эшен тикшерә торғайны. Шулар араһында ҡанунды боҙоп, граждандарҙы нигеҙһеҙ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙың бер осрағы ла булманы. Прокуратура эшмәкәрлегенең башҡа мөһим йүнәлештәре — административ практиканы күҙәтеү, тикшереү эштәренең сифатын тәьмин итеү, судтан үткән эштәрҙе ҡарау һәм, әлбиттә, граждандарҙың ғариза һәм ялыуҙары менән эшләү буйынса ла Нефтекама ҡала прокуратураһының күрһәткестәре йылдан-йыл яҡшырҙы.
…Отставкаға китерҙән йыл самаһы алдараҡ ойошторған бер әңгәмәлә Риф Абдулнур улы шундай фекер әйткәйне: «Үҙенең эшен хурлап-яманлап һөйләгән кешеләргә аптырайым, уларҙы бер нисек тә аңламайым. Бына мин утыҙ йылдан ашыу ғүмеремде прокуратураға арнаным, үҙемде ошо эштән башҡа күҙ алдына килтерә алмайым. Ә беҙҙең эш еңелдән түгел бит».


Вернуться назад