«Йәшлек» бит ул – һөйөр, һөйөлөр саҡ...12.01.2013
«Йәшлек» бит ул – һөйөр, һөйөлөр саҡ...Буялған шаҡмаҡтарҙағы хәрефтәрҙән һүҙ төҙөп, паролде 8-962-521-19-39 телефонына шылтыратҡан уҡыусылар араһында «Йәшлек» логотибы төшкән бүләктәр уйнатыласаҡ.

Горизонталь буйынса: 1. Компастың икенсе атамаһы. 6. Бәләкәй генә мейесе булған аласыҡ. 11. «Башың диуанаға ҡалһа, бағанаға (…) бирерһең». 12. «Үгәй әсәй (…) тоттора, ашатып та ҡоҫтора». 13. Иген елгөргәндә төшкән ваҡ ҡый. 14. Зевстың резиденцияһы урынлашҡан тау. 15. Ниндәйҙер шәхестең йәки ойошманың берәй кешегә ҡарата законһыҙ эш итеүе хаҡында белдергән зар һүҙе, ялыу. 26. Генерал салбарындағы таҫма. 28. Владимир Путиндың көрәш келәме. 29. «Еккән атың (…) булһа ла, торған ерең бай булһын». 31. Үҙ файҙаңа ниҙер эшләтер өсөн вазифалы кешегә биргән аҡса йәки нәмә. 34. Ниҙелер әйләндереп алған шартлы һыҙыҡ. 35. Ҡылғандың йөнтәҫ башы. 36. Ҡарғыш, ҡәһәр. 37. Кроссворд сискәндә нимә ваталар? 39. Был ҡитғала сүллек юҡ. 42. Дон казактары йәшәгән өлкә. 45. Сербтарҙы, чехтарҙы өйрәнеүсе ғалим. 50. Ҡыуаныс. 55. Талаш, ыҙғыш, ғауға. 56. Бәләкәй тәгәрмәс. 57. Эстонияның университет ҡалаһы. 58. Ваҡ итеп тапалған үпкә-бауыр. 59. Башы һәм елкәһе ҡауырһынһыҙ ҡара көрән төҫтәге бөркөт ҙурлыҡ күсмә ҡош.
Вертикаль буйынса: 2. Мыҫҡыллы, хурлыҡлы хәл. 4. Ҙур кәүҙәле, көслө, таҙа кеше. 5. Мәскәүҙәге аэропорт. 7. Мәргән һалдат. 9. Ғишыҡ уйыны. 10. Йылтырап торған кизе-мамыҡ туҡыма. 16. Бит-ҡулға һөртә торған еҫле май. 17. Аҙна көнө. 19. Башын башҡа терәп, арҡырыға теҙеп һалған көлтә өйөмө. 20. Еҫле металл. 22. Һыйыр малының арҡа тиреһе аҫтына йомортҡа һала торған себен. 23. Тибет монахы. 28. Оло танау ҡара үгеҙ / Ерҙе йыра яуһыҙ. 30. Ҡарағас бәшмәге. 32. «Яман егет (…) боҙор, яман ҡатын өй боҙор». 33. Көсөклө ағас. 38. Һәр төрлө ваҡ-төйәк эш. 40. Өс взводтан торған төркөм. 41. Парк аты. 43. Ағастың һабағы. 44. Текльберри Финндың әҙәби «атаһы». 46. Кесе медицина хеҙмәткәре. 48. Ниҙеңдер именлеген күҙәткән һаҡ. 49. Белорет районы Манышты ауылы хәбәрсеһе Миһрановтың исеме. 51. Яҙманың айырым урындарына ҡарата бирелгән бәләкәй генә өҫтәмә аңлатма. 53. Уйын ҡомары. 54. Алһыу, күк, һары һ.б. төҫтәге ҡаты эре төшлө емеш.


Вернуться назад