Батырға ла ял кәрәк...12.01.2013
Батырға ла ял кәрәк...Яңы йыл башындағы байрамдар үтеп тә китте. Әммә арабыҙҙа уның эҙемтәһенән һаман да яфаланыусылар юҡ түгелдер. Оҙайлы каникулдан һуң йыш ҡына организмыбыҙ тағы ла ял талап итә. Ни тиһәң дә, Яңы йыл шыршы, Ҡыш бабай менән бүләктәрҙән генә тормай. Был байрамдар – хәл бөткәнсе бейеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр, мул табын, ҡайһы саҡта хатта спиртлы эсемлектәр ҙә. Әлбиттә, кәйеф-сафа ҡороу эҙемтәһеҙ үтмәй: күптәр аҙаҡ үҙен хәлһеҙ хис итә, эшкә лә бөтөнләй әҙер булмай сыға.

Байрамдарҙан һуң тиҙ генә үҙ хәлеңә нисек ҡайтырға һуң?
Бер нисә серен асабыҙ.


1. Һис шикһеҙ ауыл мунсаһы, сауна, спа-процедуралар ярҙам итәсәк. Улар организмығыҙҙа ауырлыҡтан ҡотолорға, еңеллекте тойорға булышыр. Шулай уҡ еңел үҙләштерелгән аҙыҡҡа өҫтөнлөк биреү ҙә яҙыҡ булмаҫ.
2. Дөрөҫ туҡланығыҙ. Тәүҙәрәк аҙ ғына күләмдә, өс-дүрт сәғәт һайын ашау яҡшыраҡ, әммә артығынан тыйылығыҙ (ошо ысул менән ашҡаҙан эшмәкәрлеге ҡәҙимге хәленә ҡайтыр). Асығырға ла ярамай. Өҫтәлегеҙҙә йәшелсә (сей килеш, быҡтырып, салат йә аш итеп), ярма (һыуҙа бешерелгәне), емеш-еләк (гранат, әфлисун, мандарин һәм башҡалар) урын алһын. Спиртлы эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартығыҙ. Һыуҙа бешкән һум иткә, балыҡҡа, эремсек-йогуртҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Эсәр һыуҙан өҙөлмәгеҙ (көнөнә 2,5 литрҙан да кәм булмаһын).
3. Йоҡоно ла яйға һалыу мотлаҡ. Ял көндәрендә беҙ һуң ятып һуң торорға күнегеп китәбеҙ. Хәҙер иһә нәҡ киреһен эшләргә кәрәк. Кисен мунсала (йәки ваннала) сабынып, шифалы үлән сәйе эсһәгеҙ, үҙегеҙҙе яңы тыуған сабыйҙай хис итерһегеҙ. Был йоҡоға ла ыңғай йоғонто яһар.
4. Саф һауала йышыраҡ йөрөргә тырышығыҙ. Эштә төшкө аш ваҡытында булһа ла 10-15 минут урамда йөрөп килегеҙ. Моғайын, келәттә эленеп торған саңғы менән конькийығыҙҙы ла саң баҫҡандыр. Улар менән бер шыуып рәхәтләнһәгеҙ, кәүҙәгеҙгә көс ҡайтҡанын тойорһоғоҙ. Бала-саға менән урамда ҡар бабай яһау ҙа һеҙҙә бығаса булмаған дәрт уятасаҡ.
5. Иртәнсәк йоҡонан торғас та физик күнекмәләр яһарға онотмағыҙ. Тәнегеҙ яҙылыр, йоҡоғоҙ ҙа осор, үҙегеҙҙә яңы көнгә етәрлек көс-дәрт артыр. Бик булмаһа, тышҡа сығып утын ярып йә ҡар көрәп инегеҙ – быныһы икеләтә файҙалы булыр. Үҙегеҙҙә ошоларҙы башҡарырға көс табырға тырышығыҙ, ул ваҡытта кәйефегеҙ ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
6. Ҡатын-ҡыҙға косметик процедураларҙан да баш тартмаҫҡа кәрәк. Шулай итеп, үҙегеҙгә бәләкәй генә бүләк яһарһығыҙ. Бының өсөн дарыуханала йә косметика магазинында саралар тулып ята. Диңгеҙ тоҙо һалынған ванна инеү, океан балсығынан маска яһау, тәнегеҙгә массаж эшләтеү бер ҡасан да ҡамасауламай. Ҡалала йәшәһәгеҙ, матурлыҡ салонына барырға була. Былар бөтәһе лә кәйефегеҙҙе бермә-бер арттырып ебәрәсәк. Иманыбыҙ камил, йәмәғәтегеҙҙе яңы йылда үҙегеҙгә өр-яңынан ғашиҡ иттерәсәкһегеҙ.


Вернуться назад