Бәхет сере12.01.2013
Мөхәббәт хаҡында фәһемле лә, мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғаларҙы йыш ишетергә тура килә, ҡайһы саҡ хатта күҙ йәшенә ирек бирәһең. Әле һөйләнеләсәк ваҡиға ла мәңгелек мөхәббәт темаһына ҡағыла. Уйҙырма түгел, ысын тормоштан алынған. Уны миңә шәфҡәт туташы Айгөл һөйләгәйне.

Был хәл илдә үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда була. Айгөл, медицина училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса хәрби госпиталгә шәфҡәт туташы булып эшкә килә. Белеүегеҙсә, бында, нигеҙҙә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, афған һәм чечен һуғышында ҡатнашыусылар дауалана, һаулығын нығыта. Оло йәштәгеләрҙең, һуғышта алған яраларҙан ыҙа сигеүселәрҙең кәйефе юҡ, һәр кем үҙ ҡайғыһы менән йәшәй, табиптарға ла төрлө дәғүә белдерә. Ҡыҫҡаһы, күңелле урын түгел.
Айгөл эшләгән травматология бүлегендә йәштәр бөтөнләй тиерлек булмай. Уға ғаиләле апай-ағайҙар, пенсионерҙар менән дауахана йөгөн тартырға тура килә. Әммә 18 йәшлек ҡыҙыҡай тәжрибәле белгестәр янында эшләүенә ҡыуанып бөтә алмай, тегеләре лә уны йәберһетмәй, кәңәштәре менән гел ярҙам итә. Тормош тәжрибәһе бай булғандарҙан Айгөл яҡшыны ямандан айырырға, дуҫлыҡ ебен нығытырға өйрәнә. Ул хеҙмәттәштәре араһынан Таңһылыу исемле 40 йәшлек мөләйем апайҙы бер туғанылай яҡын күрә. Айгөл мәктәп йәшендәге малай менән ҡыҙ үҫтергән ҡатындың йыш кәйефһеҙ булыуына иғтибар итә. Кеше менән аралашмаған, үҙ-үҙенә бикләнгән кешенән Айгөл һөйләшмәүенең сәбәбен һорашырға ла уңайһыҙлана. Тик күпселеген ҡатын-ҡыҙ тәшкил иткән коллективта сер оҙаҡ һаҡланамы һуң инде?
...Таңһылыу иренән уңмай. Ул сит ҡатындар менән дә типтерергә ярата, йыш ҡына өйөнә иҫерек ҡайтып, балаларын йәберләй, ҡайһы саҡ ҡул да күтәргеләй. Бешергән аш-һыуын оҡшатмай, өҫтәлдән тәрилкәне бәреп тә осорған саҡтары булғылаған, хатта башына һуғырға ла ҡыйынһынмаған. Ғаиләлә эскелек арҡаһында гел ғауға ҡупҡан, балаларының да, ҡатынының да күҙ йәше ир кешене яҡшы юлға баҫырға ярҙам итмәгән.
Башҡортостанға күрше өлкәнән килен булып төшкәс, Таңһылыуҙың күҙ төбәп барыр кешеһе лә, ҡайғыһын һөйләргә туған-тыумасаһы ла булмаған. Шуға ла ғауға ҡупҡанда ул ике балаһын эйәртеп, ҡайҙа барып баш төртөргә белмәй аҙапланған сағында, госпиталдә бергә эшләгән әхирәттәрендә иренән ҡасып йәшеренгән, хәсрәтен уртаҡлашҡан. Ә улары сер тота алмаған булып сыға, Таңһылыуҙың ғаилә хәлен яҡшы белә тороп та, ғәйбәт таратырға тартынмай. Әкренләп уның кешеләргә ҡарата ышанысы кәмей, ғаилә хәлен башҡаларға белдермәҫ, һөйләшмәҫ була...
Шулай бер ваҡыт травматология бүлегенә инвалид ирҙе дауаларға килтерәләр. Рим дауаханаға килгәндә (исемен шулай атайыҡ) ныҡ ябыҡ була, төҫкә лә әллә ни түгел, етмәһә, яңғыҙ ҙа. Зәңгәр күҙҙәре моңһоу, уйсан һәм ғазаплы күренә. Ул коляскала йөрөй, иң үкенеслеһе – ике аяғы төптән ҡырҡылған. Рим палатала ятҡан ир-егеттәр менән дә әллә ни һөйләшеп бармай, онотҡанда ғына бер-ике һүҙ ҡуша ла йәнә үҙ-үҙенә бикләнә, йыш ҡына тәҙрәгә текәлеп нимәлер күҙәтә. Табиптарҙы ла, теге ерем ауырта, был ерем һыҙлай, тип юҡ-барға борсомай.
Айгөлгә бер көн шулай Таңһылыу апаһы менән төнгө сменала эшләргә тура килә. Ауырыуҙарҙың картаһын барлап, кемгә ниндәй укол яһарға теркәп һөйләшеп ултырғанда, Таңһылыу шыбырҙап ҡына Айгөлгә өндәшә:
– Бүлексәлә ауырыуҙар йоҡларға ятҡас, Римде киске ашҡа саҡырырға уйлайым, уның һыҙланыуҙарын тойоп, ғазаплы йөҙөн күреп, үҙем дә ауырыуға һабыша башланым, буғай. Әллә ҡатынын һағына инде, уныһы инвалид ирен ике ай элек ташлап сығып киткән.
Айгөл дә Римде ашҡа саҡырыуға ҡаршы төшмәй, киреһенсә, ризалығын белдереп, табын әҙерләргә тотона. Яйлап ҡына Таңһылыуҙан Рим тураһында күберәк белешергә теләп, төрлө һорау яуҙыра.
...Рим элек бындай аяныслы хәлдә йәшәмәгән, һау-сәләмәт тормош алып барған. Атаһы хәрби кеше булған, уның юлын һайлап, егет юғары хәрби уҡыу йортон тамамлаған. Өйләнгән, балалар үҫтергән. Тормош үҙ яйы менән алға табан тәгәрәгән мәлдә, яҙмыш Римгә ҡаты һынау ебәрә. Хәрби кеше булараҡ, уны Афғанстанға хеҙмәткә оҙаталар. Капитан ҡурҡыныс һәм аңлайышһыҙ һуғышҡа эләгеүен һиҙә, әммә бойороҡто үтәргә кәрәклеген аңлап, ҡыҙыу нөктәгә юллана. Рәхимһеҙ һуғышта ул ҡаты яралана. Табиптар егеттең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн күп көс һала, әммә яҙмыш егеткә үтә лә аяуһыҙ була – госпиталдә уның аяҡтарын киҫәләр. Һуңынан капитанды хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тыуған яғына ҡайтаралар. Ҡатыны ирен яҡты йөҙ менән ҡаршы алмай, ризаһыҙ ғына тамағына әҙерләй, өҫтөн яҙа-йоҙа тәрбиәләй. Тик уны ташлап сығып китергә форсат ҡына тапмай, "һин түмәр менән йәш ғүмеремде үткәрергә йыйынмайым" тип тураһын әйтергә генә ҡыймай. Ике йыл ошолай йәшәгәс, Римгә санаторийға һаулығын нығытырға тип путевка тотторалар.
Ике айҙан һуң ҡайтып инеүгә, уны буш фатир ғына ҡаршы ала. Ҡатыны Заһира, форсаттан файҙаланып, әйберҙәрен йыйнап, тыуған яғына ҡайтып киткән. Бер ҡағыҙ киҫәгенә "Башҡаса былай йәшәй алмайым, ғәфү ит, мине эҙләмә. Һау-сәләмәт кеше менән йәшәргә теләйем" тигән яҙыу ҡалдырған. Шул мәлдән Римдең йән-күңел тыныслығы, йәшәүгә дәрте юғала, "аяҡһыҙ ғәрип кемгә кәрәк инде" тип өҙгөләнә. Ашамағас-эсмәгәс, үтә ҡайғырып, егет йәмһеҙ булып ябыға, һарыға һабыша. Шуға ла ҡаланың социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге уны, бөтөнләй кешелектән сыға күрмәһен тип, госпиталгә дауаланырға ебәрә.
Киске ашҡа килергә Рим тәүҙә уңайһыҙлана, шулай ҙа батырсылыҡ итә. Өсәүләшеп таңға ҡәҙәр һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Таңһылыу Римдең һәр һүҙен тиерлек йотлоғоп тыңлай, хатта күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары күренә башлай. Айгөл ошо кистән һуң Таңһылыуҙың ҡапыл күңелсәк ҡатынға, һөйләп һүҙе бөтмәҫ телсәргә әйләнеүен шәйләй. Таңһылыу апаһының ҡыуаныслы йөҙөн күреп, Айгөл дә шатлана.
Аҙаҡ уларҙың сменаһы оҙаҡ ваҡыт тура килмәй, шуға ла Айгөл Таңһылыу менән Рим араһында ошо киске аштан һуң нығынған дуҫлыҡ хаҡында хәбәрҙар булмай. Әммә тиҙҙән бүлексәлә, Таңһылыу менән аяҡһыҙ Рим араһында мөхәббәт уты уянған, тигән һүҙ тарала. Ҡатын-ҡыҙға шул етә ҡала: Таңһылыу иҫәрләнгәндер ул, ғәрип менән йөрөмәһә, башҡа ир бөткәнме, тип хәбәрҙе ҡуйырталар. Бер кем дә уларҙың мөхәббәтенә ышанмай, әҙерәк шаярырҙар ҙа туҡтарҙар әле, тип уйлайҙар.
Айгөл бер көн эшкә килгәнендә ял бүлмәһендә ҡатындарҙың ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшкәнен ишетә. Улар Таңһылыуҙың иренән айырылғанын, өс бүлмәле фатирҙарын һатып, ире үҙенә бер бүлмәле, ә ҡатынына ике балаһы менән коммуналкала ике бәләкәй бүлмә һатып алғанын һөйләй.
– Тиҙҙән һине туйға ла саҡырырҙар әле, Айгөл. Ана, апайың теге ғәрип Римгә кейәүгә сығырға йыйына, – тип тә өҫтәй ҡатындар, Таңһылыу яғына ымлап. – Күпме әйттек, тыңламаны, үҙенә үпкәләһен, әйҙә, ғүмерен аяҡһыҙ ир ҡарап үткәрһен.
Бер мөйөштә илап ултырған Таңһылыуҙы күреп, Айгөл уны йыуатырға тотона.
– Миңә ҡалһа, Рим бына тигән егет. Таңһылыу апай, бер тамсы ла уйлап торма, кейәүгә сыҡ, яңылышмаҫһың. Араҡы менән дуҫлығы юҡ, күңелсәк кеше. Ә аяғы булмаһа ни, ҙур бәлә түгел, иң мөһиме — аҡылы бар һәм һине өҙөлөп ярата, – ти Айгөл.
Минеңсә, йәш ҡыҙ ғәҙел һәм мәғәнәле кәңәш биргән. Тик оло апайҙары ғына ҡыҙҙы: "Башың йәш әле кешегә кәңәш бирергә", – тип әрләп ташлай. Шулай ҙа Айгөлдөң кәңәшенә ҡолаҡ һала Таңһылыу. Тиҙҙән ул эштән китә. Айгөл уның менән оҙаҡ ваҡыт осраша алмай.
Шулай бер-бер артлы йылдар үтә, һыуҙар аға. Айгөл дә госпиталдән китә. Әле баш ҡала дауаханаларының береһендә эшләй. Бер мәл иртән эшкә барышлай урамда ул элекке хеҙмәттәшен, үҙ иткән Таңһылыу апаһын осрата. Ул Айгөлдө ял көндәренә үҙҙәренә ауылға ҡунаҡҡа саҡыра. Ҡыҙ осрашыуҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала...
Кәрәкле йорттоң ишеген асҡан Римде күреп, тәүҙә Айгөл аптырап ҡала. Тимәк, Таңһылыу менән Рим бергә, башынан "минең кәңәшем юҡҡа булмаған, күрәһең" тигән уй йүгереп үтә. Уны йылы ҡаршылайҙар, бер туғанылай күреп һыйлайҙар.
– Айгөл, беҙҙең ошолай матур донъя көтөүебеҙҙә һин "ғәйепле", теге ваҡыт кәңәш бирмәһәң, бәлки, бындай ғаилә килеп тә сыҡмаҫ ине, – ти Таңһылыу Айгөлгә. – Бүлексә ҡатындары Римгә кейәүгә сыҡмаҫҡа өгөтләп бөткәйне инде, тик һинең йылы һүҙҙәрең генә миңә дәрт өҫтәне. Йәш булһаң да, кәңәшең дөрөҫ булды. Ана, Рим дә бөгөн һиңә рәхмәтле.
Таңһылыу менән Рим бөгөн ҡаланан йыраҡ түгел ауылда, ирҙең ата-әсәһенең йортонда йәшәй. Ауылдаштары өсөн улар — өлгөлө ғаилә. Балалары күптән инде үҙаллы донъя ҡорған, тик сабыйҙар тауышы был йортта һис тынмай. Улар әле ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙамлаша. Күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡса үҫтерәләр. Римдең ҡалалағы фатирын ҡуртымға биргәндәр, ай һайын аҡсаһын алып торалар. Ауыл ерендә йәшәгәс, уныһы-быныһы ватылып тора, әммә Римдең ҡулы оҫта, ҡулынан балта төшмәй. Афғанстанда бергә хеҙмәт иткән дуҫтары ла, балалары ла йыш ҡына ярҙам ҡулы һуҙа.
"Эштән ҡайтыуыма өҫтәлдә йылы аш, өй эсе таҙа, һәр нәмә үҙ урынында, балаларҙың үҙ мөйөшө, үҙ ғаиләһе бар – ошо бәхет түгелме ни?!" – ти бөгөн Таңһылыу.


Вернуться назад