Яңы "ахырызаман" йыһандан янай12.01.2013
Яңы "ахырызаман" йыһандан янайКешелеккә сираттағы хәүеф янай икән. Боронғо Египеттың ҡараңғылыҡ һәм һәләкәт тәңреһе Апофис исеме менән аталған 300 метрлыҡ астероид Ер шарына яҡынлаша. Белгестәрҙең күҙаллауына ярашлы, ул ерҙән 14,46 миллион саҡрым алыҫлыҡта үтәсәк. Йыһан үлсәме буйынса был әллә ни ҙур ара түгел. Шуға ла Апофис кешелеккә хәүеф менән янаған астероидтар рәтенә инә.

Был йыһан ҡунағы Ер шарына 2029 йылда тағы ла яҡынлашасаҡ. Ул мәлдә беҙҙе быныһынан да бәләкәйерәк ара айырасаҡ – ни бары 36 мең саҡрым. Әйткәндәй, Ерҙең геостационар спутниктары тап шундай алыҫлыҡта урынлашҡан да инде. Был ваҡытта Европа, Африка, Көнбайыш Азияла йәшәгән кешеләр астероидҡа тамаша ҡыла ала. 2036 йылда, әгәр үҙ орбитаһын үҙгәртһә, уның Ер шарына бәрелеү хәүефе лә юҡ түгел. Әлбиттә, бөтөн тереклекте юҡ итер өсөн ул бәләкәй. Шулай ҙа был хәл була ҡалһа, белгестәр иҫәпләүенсә, бихисап ҡорбандан тыш, 400 миллиард доллар самаһы зыян да килтерелеүе ихтимал.


Вернуться назад