Ҡайһы саҡ бик уңышлы кешеләрҙән дә үҙ тормошон өр-яңынан башлау теләге тураһында ишетергә була. Ысынлап та, Яңы йылда һәр беребеҙ яҡшыға ғына өмөт итә, ә уңышһыҙлыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы артта ҡалдырырға ынтыла. Бөтәһе лә имен кеүек, әммә кеше барыбер тормошон әҙ генә булһа ла үҙгәртеү уйы менән яна. Был теләк көйөнсә генә ҡалмаһын өсөн иң тәүҙә үҙ өҫтөңдә эшләү һәм уңышҡа инаныу мотлаҡ.
l Өр-яңы тормошҡа аяҡ баҫыр алдынан үткәндәргә бәйле бөтөн эшегеҙҙе йомғаҡлап ҡуйыу яҡшыраҡ. Барыһына йомғаҡ яһағыҙ, уңыштарығыҙҙы барлап сығығыҙ, тормошҡа ашмаҫтай маҡсаттарығыҙҙы билдәләп ҡуйығыҙ. Быларҙың барыһын да ҡағыҙға теркәргә онотмағыҙ.
l Яңы тормошоғоҙҙан нимә көтәһегеҙ, үҙегеҙҙе нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ, ниндәй уңыштарға өмөт итәһегеҙ – ошонда уҡ тәфсирләп яҙығыҙ. Мәҫәлән, "бай булғым килә" тигәнерәк дөйөм һүҙҙәр кәрәкмәй, бөтөн теләктәрегеҙҙе аныҡ итеп теркәгеҙ.
l Хәҙер ошо маҡсаттарға өлгәшеү өсөн ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк буласаҡ, нимәләр эшләйәсәкһегеҙ – ошолар тураһында уйлағыҙ. Һәр баҫҡысты үтер өсөн һеҙҙән күпме ваҡыт, аҡса, көс талап ителә – ентекләп фекер йөрөтөгөҙ. Хәлегеҙҙе саманан артыҡ баһаламағыҙ, сөнки "өр-яңы" тормошоғоҙҙа ла ваҡыты-ваҡыты менән ял итеп алыу кәрәк буласаҡ. Артыҡ көсәнеүҙән теләгегеҙ һүрелеп ҡалыуы ла ихтимал.
l Был "яңы тормош" альбомын матур итеп биҙәүҙән тартынмағыҙ. Үҙ мөйөшөгөҙ тураһында хыялланаһығыҙ икән, унда үҙегеҙгә оҡшаған йорттоң йә фатирҙың тышҡы һәм эске һүрәттәрен йәбештерегеҙ. Еңел автомобиль кәрәккәндә лә шулай итергә мөмкин. Интернет селтәренән, журналдарҙан алынған һүрәттәрҙе ҡулланығыҙ. Планығыҙ тәфсирлерәк булғанда, маҡсатығыҙҙы ла күҙ алдына анығыраҡ килтерерһегеҙ, ул мәлдә уңышҡа өлгәшеү ҙә байтаҡҡа еңелерәк, әлбиттә. Ҡағыҙҙы иғтибарығыҙҙы йәлеп итерлек урынға элегеҙ. Уға һәр көн иртән күҙ ташларға онотмағыҙ. Маҡсатығыҙға яҡынлашҡанығыҙҙы күрер өсөн һәр пунктын үтәгән һайын билдәләп барығыҙ. Шул саҡта, үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән, хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәр тыуа башлағанына шаһит булырһығыҙ.