Ҡайҙа йәшәйбеҙ: Башҡортостандамы, әллә Башкирияламы?13.12.2011
Өлкәнәйә барған һайын ғүмерҙең ҡәҙерен баһалау менән бергә борсолоуҙар ҙа арта икән. Тәрән ғәжәпләндергән бер мәсьәлә хаҡында еткергем килә.
Һуңғы ваҡытта донъя кимәлендә танылыу яулаған Башҡортостан Республикаһын йыш ҡына Башкирия тип атауҙарын ишетәм. Борон-борондан Башҡорт иле тип йөрөтөлгән Башҡортостан ни өсөн Ичкерия, Чехия кеүек Башкирияға әйләнә әле?! Ҡаҙағстан, Татарстан, Үзбәкстан, Мари Иле һәм башҡа төбәктәрҙең исемдәре бер ҙә үҙгәртелмәй ҙә баһа! Башҡортостан Республикаһының закон менән нығытылған атамаһы боҙола.
Был күренеш ҡануниәтте һанға һуҡмау була түгелме? Сит ил ҡунаҡтары һәм туристар Башҡортостан тип һөйләй, ә ошо ерҙең һыуын эскән, икмәген ашаған ҡайһы берәүҙәр өсөн ул, ни сәбәплелер, Башкирияға әйләнде. Хатта радио һәм телевидение дикторҙары ла ҡайһы ваҡыт "Башкирия" тип тәҡрарлай.
Гөлкәй АЛЛАҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад