Шәхси тәрбиәселәр артырға тейеш11.01.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Достоевский урамындағы шәхси балалар баҡсаларының береһендә булды.
Республика башлығының был сәфәре мәктәпкәсә учреждениеның эше менән танышыуға, баҡсаның хужаһы һәм төп хеҙмәткәре Эвелина Северина Президент Хакимиәтенә яҙған хатта билдәләгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүгә арналды. Бала ҡарау буйынса шәхси предприятиены 2009 йылда асҡандар. Торлаҡ йорттоң беренсе ҡатындағы 56 квадрат метрлыҡ фатирҙы балалар баҡсаһы итеп йыһазландырғандар. Әле бында ике уйын, йоҡо, йыуыныу һәм аш-һыу бүлмәләре бар.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Президентҡа ҡалала ошондай 54 шәхси баҡса булыуы, шуларҙың туғыҙына мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы лицензияһы бирелеүе, уларға хакимиәт тарафынан компенсация түләнеүе хаҡында һөйләне. Был бик мөһим, сөнки шәхси балалар баҡсаларында айлыҡ хаҡ 10-15 мең һум тәшкил итә. Мәктәпкәсә мәғариф өлкәһендә эшләргә ҡарар иткән эшҡыуарҙарға бик күп бюрократик ҡаршылыҡты үтергә тура килә.
Рөстәм Хәмитов Өфө хакимиәте башлығына шәхси баҡсалар менән эшләү схемаһын тикшерергә ҡушты, инициативалы кешеләрҙең эшмәкәрлегенә ҡаршылыҡ тыуҙырыуҙы енәйәтселек тип атаны.
— Мөрәжәғәт итеп дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, беҙ проблемаларҙы хәл итергә тейешбеҙ, — тине республика башлығы эшҡыуар ханымға.