Иҫке Ҡамышлы яңырҙы11.01.2013
Иҫке Ҡамышлы яңырҙыЯңы йыл алдынан ниндәйҙер мөғжизә көтөргә күнеккәнбеҙ. Илаһи ҡөҙрәткә ышанғандары ла, ышанмағандары ла була. Кушнаренко районының Иҫке Ҡамышлы ауылы халҡы бынан һуң мөғжизә барлығына тамсы ла шикләнмәҫ, моғайын. Шулай булмай ни!

Яңы йылды ҡаршыларға йөрөгәндә генә мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто һәм китапхана, төҙөкләндерелеп, үҙ ишектәрен асты. Бер юлы мөһим мәғариф усаҡтарының, ял үҙәгенең сафҡа индерелеүе ауыл халҡы өсөн оло шатлыҡҡа әүерелде. Ҡамышлыларҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Алмас Йосопов, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев та килде.
Мәктәпте яңыртыуға уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ҡыуанып бөтә алмай.
— Хәҙер бында уҡыуы ла күңелле, — ти балалар. — Элек иҫке тәҙрәләрҙән ел өрөп йонсота торғайны. Көҙгө көслө яуындарҙан һуң түбәнән һыу тамыр ине. Мәктәптең ҡыйығы яңыртылғас, заманса ишек-тәҙрә ҡуйылғас, рәхәткә күстек.
Ошондай уҡ төҙөкләндереү эше “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында ла башҡарылған.
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Иҫке Ҡамышлыла 897 кеше йәшәй. 2002 йыл менән сағыштырғанда, ауыл халҡы 20 процентҡа артҡан. Мәктәбе лә, Иҫке Ҡамышлы яңырҙыбалалар баҡсаһы ла уңышлы эшләп килгәндә, был күрһәткес артасаҡ ҡына, тигән фекерҙә урындағылар.
Ауыл уртаһында урынлашҡан мәҙәниәт йорто ла, бындағы башҡа биналар кеүек үк, үткән быуат урталарында сафҡа индерелгән. Яңы һулыш алғандан һуң мәҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел. Ә инде уның эсендәге яңы китапхананан кеше өҙөлмәҫ. Төрлө журнал, гәзиттәрҙең, милли китаптарҙың ниндәйе генә юҡ! Бында Интернет селтәренә инеү мөмкинлеге лә бар.
Әйткәндәй, районда мәҙәниәтте үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Һуңғы ике йыл эсендә генә төбәктә биш китапхана асылған. Был — республика буйынса юғары күрһәткес. 2012 йылда райондың 36 ауылында шәжәрә байрамы үткәрелгән. “Кушнаренко таңдары” фольклор фестивале иһә биш йыл рәттән республикабыҙҙың төрлө төбәгенән ижади төркөмдәрҙе йыя.
— Мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереү — мөһим йүнәлештәрҙең береһе, — тине, ауыл халҡын ҡотлап, район хакимиәт башлығы Алмас Йосопов. — Балалар һәм йәштәр уҡыған, ял иткән урында һәр саҡ уңайлы шарттар булырға тейеш. Бөгөн ауылда мөһим социаль объекттар асылыуға һөйөнәбеҙ. Бының өсөн республика етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев яңы асылған китапханаға компьютер алыуға сертификат тапшырҙы.
Яңы йылды нисек ҡаршылаһаң, ул шулай үтәсәк, тигән фекер ныҡлы урын алған. Байрамды ҙур төҙөкләндереү эштәре менән ҡаршы алғас, быйыл да Кушнаренко районында яңы социаль объекттар сафҡа инеүен дауам итер, тип ышанабыҙ.


Вернуться назад