Тормош именлеге — егәрлеләр ҡулында11.01.2013
Тормош именлеге — егәрлеләр ҡулындаАуылығыҙҙағы берәй эшҡыуар тураһында мәҡәлә әҙерләргә ине, тигән теләк белдергәс, урындағы хакимиәт вәкилдәре лә, бүтәндәр ҙә бер тауыштан: “Ана, Ҡунаҡбаевты яҙығыҙ. Эше уңышлы бара, ауылға ярҙамы ҙур, үҙе хәтәр шәп кеше”, — тине.

Ишембай районындағы Ҡолғона — иң төпкөл ауылдарҙың береһе. Унда барып етер өсөн үргә ҡарай асфальтһыҙ юлдан сәғәт ярымдан ашыу күтәрелергә кәрәк. Тау-урман араһында тәбиғәт ҡырыҫыраҡ, халыҡ та үҙенсәлекле кеүек.
Эшҡыуар йәшәгән урын әллә ҡайҙан күренеп тора. Ҙур йорт, киң ихата. Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр, бында ла күркәм ҡапҡа-ҡоймалар булдыҡлы ғаилә йәшәүе тураһында һөйләй. Йортҡа ингәс, быға тағы бер ҡат инандыҡ. Яландай иркен, ете бүлмәле өй зауыҡ менән йыһазландырылған, тап-таҙа, йылы һәм яҡты.
— Заманында эш урындары бөтә, сауҙа көсәйә башланы. Ғаиләм ҙур, балаларҙың үҫер мәле бит инде. Нимә лә булһа эшләргә кәрәк, тигән уйға ҡалдым. Шул саҡта “фермер хужалығы” тигән төшөнсә килеп сыҡты. 2006 йылда: “Туҡта әле, кеше тиккә һөйләмәйҙер, мин дә тырышып ҡарайым. Моғайын, ҡулдан килер”, — тинем дә үҙаллы кәсепкә тотондом. Ярҙам да вәғәҙә иттеләр, — тип башланы һүҙен Риф ағай.
Ул осорға тиклем завод цехында эшләгән кешенең шәхси шөғөлгә тотоноп китеүен үҙенә күрә батырлыҡҡа тиңләргә мөмкиндер. Тәүҙә ул эшҡыуар булараҡ теркәлә, аҙаҡ крәҫтиән (фермер) хужалығы асып ебәрә. Ергә ереккән ауыл кешеһе булараҡ, мал-тыуар тотоуҙан башлай. Һыйыр малы 18 башҡа етә, әммә хужа таулы, урманлы ерҙә был тармаҡтың файҙаһы аҙлығына төшөнә. Йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнә ул.
Ҙур бизнесҡа яңы аяҡ баҫыр өсөн Риф Миңлейәр улы ағымға теге яҡтан да, был тарафтан да инеп ҡарай. Киоск асып, ваҡлап тауар һатыу менән шөғөлләнә, тик, был тармаҡта дәғүәселәр күбәйеп киткәс, сауҙаны ташлай. Төрлө юлдарҙы эҙләп, һынап ҡарай торғас, таҡта ярыу цехы асырға кәрәк тигән уй килә башына. Яҡын булһын тип пилораманы үҙ баҡсаһында урынлаштыра. Эш китә гөрләп! Килем көндән-көн арта башлай, яйлап янына ярҙамсылар йыйыла.
— Мәшәҡәтле булһа ла, ағас эшкәртеүҙән файҙа күберәк. Бөгөн миндә 11 кеше эшләй, шуның бишәүһе водитель. Техника, Аллаға шөкөр, етерлек, — тип хужа ихатаһында торған йөк машиналарына ымлап ала.
Тормош именлеге — егәрлеләр ҡулындаЫсынлап, ярайһы уҡ күп йыйылған улар: ике “Урал”ы, бер “КамАЗ”-ы бар, тракторҙарының береһе ауылда, икенсеһе урманда икән. Пилорама янында торған “ЗиЛ” янында нимәлер эшләп маташҡан ирҙәр яғына һораулы ҡарағас, хужа: “Быныһы ла минеке, тик ошоғаса эшкиндерә алмайбыҙ. Аяҡҡа баҫтырһаҡ, өҫтөнә будка ҡуйып, урманға алып китер инек. Ҡуна ятып эшләгәндә кәрәк ул”, — тине.
Таҡта ярыу цехында төҙөлөш өсөн кәрәкле төрлө материал етештерергә була икән. Эшҡыуар үҙенең ағасын да быса, ауылдаштарына ла таҡта ярыуҙа ярҙам итә. Киләсәктә, яңыртылған техника алып, урманда уҡ бысыу технологияһын үҙләштермәксе. Әлбиттә, Ҡолғонаның Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан йырағыраҡ булыуы, юлдың насарлығы эшенә бер аҙ аяҡ сала. Ни тиһәң дә, ҡалала ихтыяж да, һатып алыу мөмкинлеге лә ҙурыраҡ.
Йылҡы үрсетеүен дауам итә Риф Ҡунаҡбаев. Ғөмүмән, был йүнәлеште нығыраҡ үҫтерергә теләй. Әле 16 аты бар. Киләсәктә бейә бәйләп, ҡымыҙ бешергә йыйына, сөнки һораусылар күп, ти. Шулай уҡ һыбай сәфәрҙәр ойоштороу, туристар йәлеп итеү ниәте лә күңеле түрендә нығына бара.
Ҡыҙыҡһыныуы сикһеҙ уның. Яңыраҡ умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә уйлай башлаған.
— Тәүге йыл ғына тотоуыма ҡарамаҫтан, былтыр үҙебеҙҙең балды ашаныҡ былай. Был йүнәлештең килемле, файҙалы булыуын беләм, шуға күрә ҡорт күсен киләсәктә арттырырға ине, — ти Риф Миңлейәр улы.
Йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, ағас эшкәртеү... Ғөмүмән, уҙаман башҡорт халҡының борондан килгән кәсептәрен үҙ итә һәм артабан үҫтерергә теләй.
Ауыл халҡы уңған эшҡыуарҙы ярата һәм хөрмәт итә. Ауыл Советы депутаты итеп һайлап ҡуйыуҙары ла ошо хаҡта һөйләй. Кеше эшләгәнде күрә, белә бит ул.
— Депутат булараҡ байтаҡ ғәмәл башҡарылды инде. Мәҫәлән, үҙебеҙҙең урамға машина менән менеп булмай торғайны. 57 тонна таш түктек, форсат сығыу менән юл түшәтеүгә өлгәштек. Аллаға шөкөр, йыл аҙағында оҙаҡ йылдар төҙөлмәй ултырған мәсетте һалып бөттөк. Ҡоҙоҡтарҙы йүнәтеү, һыу үткәреү — һанай китһәң, ысынлап та, нисауа ғына эшләнгән. Быны үҙемдең генә хеҙмәтем тип әйтмәйем. Беҙҙең депутаттарҙың күптәре — эшҡыуар, бергә эшләйбеҙ. Ауыл халҡы ла һәр саҡ ярҙамға әҙер, — ти Риф ағай.
Ауылдаштарының уңыштарына ихлас шатлана ул. Эшләгәнгә эш ҡарышмай, ти. Урамда хәҙер бушты юҡҡа ауҙарып йөрөүселәр һирәк осрай икән. Үҙебеҙ ҙә күрҙек: кеше матур йәшәргә тип тырышып ята, Ҡолғонала ғына 80-дән ашыу “Урал” машинаһы бар, башҡа техниканың иҫәбе-һаны юҡ. “Һуңғы ике йыл эсендә халыҡтың матди хәле ныҡ яҡшырҙы беҙҙә. Йорт һалыу өсөн ағас бирелә, ошо ныҡ дәртләндерә. Тиҫтәнән ашыу эшҡыуар бар”, ти Риф Ҡунаҡбаев, ауылдаштары өсөн ҡыуанып.
Ул — өлгөлө ғаилә башлығы ла. Дүрт балаһы үҫә: Рамазан, Руслан, Рөстәм һәм Алһыу. Өлкән малайҙары хәҙерҙән терәк: Рамазан, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, әле атаһы янында эшләй, Руслан да Өфөләге урман хужалығы техникумынан һуң ауылда мәшғүл.
Хужа ҡатыны Таңһылыу апайға ҙур рәхмәтле:
— Тәртип, таҙалыҡ, күңел тыныслығы — барыһы ла ҡатындан. Кәрәк саҡта бухгалтер ҙа, иҡтисадсы ла булып китә ул. Барлыҡ уңыштарымдың башланғысы — ғаиләмдә! Һис шикһеҙ, ауыр саҡтарҙа яҡындарыма таянам.
Донъя именлеге — егәрлеләр ҡулында. Уңышының формулаһы шундай Риф ағайҙың. Юл насар, тышта һыуыҡ тип йә башҡа сәбәп табып өйҙә ятмай, ә эшләй ул, идара итә лә белә. Әҙер тауарын ышаныслы кешеләргә үтескә биргеләй, яҡшылап һөйләшкәндәргә хаҡын төшөрөп тә һата. Һәр кемдең күңеленә үҙ юлы бар эшҡыуарҙың.
— Алдағы йылдарҙа бизнесты киңәйтеп, ауыл халҡына күберәк эш бирергә ине иҫәп. Беҙҙең халыҡтың ҡулынан барыһы ла килә ул. Тәбиғәтебеҙ бай, мөмкинлектәр күп, файҙалана белергә генә кәрәк. Киләсәктә милли кәсептәребеҙҙе нығыраҡ өйрәнергә, тормошта ҡулланырға ине. Умарталар, йылҡы менән йәйҙәрен йәйләүгә күсенеп йәшәргә теләйем, — ти Риф Миңлейәр улы.


Вернуться назад