Төндә һыра һатылмай11.01.2013
Быйылдан “Этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереүҙе, уларҙың әйләнешен дәүләт көйләүе тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Федераль закон менән билдәләнгән нормаларҙың бер өлөшө Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттары көсөнә инә.

Үҙгәрештәргә ярашлы, “алкоголле продукция” төшөнсәһенең мәғәнәһе киңәйтелде. Хәҙер был иҫәпкә этил спиртын ҡулланып һәм ҡулланмайынса етештерелгән аҙыҡ-түлек тә инә. Һүҙ һыра һәм уның нигеҙендә етештерелгән эсемлектәр хаҡында бара.
1 ғинуарҙан бөтә магазиндарҙа — төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем, стационар булмаған сауҙа нөктәләрендә был эсемлектәр бөтөнләй һатылмай.
Ҡануниәттә иҫерткес эсемлектәрҙе рекламалауға өҫтәмә сикләүҙәр һәм яңы талаптар билдәләнә. Этил спирты 5 процент һәм унан күберәк тәшкил иткән алкоголле продукцияны матбуғат баҫмаларында, стационар сауҙа нөктәләрендә, Интернет селтәрендә генә маҡтарға рөхсәт ителә. Телетапшырыуҙарҙа, телепрограммаларҙа бындай эсемлектәрҙе, шулай уҡ алкоголле продукцияны һатып алырға өндәгән конкурстар, уйындар, лотереялар үткәреүҙе рекламалау тыйыла. Иҫерткес эсемлектәр рекламаһына ла яңы талап ҡуйыла. Мәҫәлән, эсемлек составында биологик яҡтан әүҙем өҫтәмәләр, витаминдар булыуы тураһында мәғлүмәт бирелмәҫкә тейеш, кеше йәки хайуандар образын ҡулланыу ҙа рөхсәт ителмәй.


Вернуться назад