Өҫтәмә түләнәсәк11.01.2013
1 ғинуарҙан Башҡортостанда йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан, йәғни 5600 һумдан артмаған ишле ғаиләләргә йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемге өсөнсө йәки артабанғы һәр балаһы өсөн 3 мең һум күләмендә айлыҡ түләү билдәләнде.
Республикалағы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был аҡса 13 мең самаһы балаға түләнәсәк тип күҙаллана. Быйыл ошо маҡсатҡа 230 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Бынан тыш, ғаиләләрҙең үрҙә билдәләнгән категорияһына физкультура-һауыҡтырыу, мәҙәниәт учреждениеларына йөрөүгә, йәмәғәт транспортын файҙаланыуға льготалар аҡсалата түләнәсәк. Өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгәндәр ай һайын 410 һум аласаҡ.