Ҡыйыуыраҡ, әүҙемерәк булығыҙ!13.12.2011
15 декабрҙә республикабыҙҙың ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге ҡатын-ҡыҙ өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” ойоштора.
Аҫыл затты борсоған, тулҡынландырған, ҡыҙыҡһындырған һәр һорауға билдәле педагог һәм психологтар — Флүрә Хөсәйенова, Галина Шурухина һәм Ғәлиә Сәлихова яуап бирәсәк.
Ҡатын-ҡыҙ ғаиләне йәки карьераны һайлау алдында торғанда, атай кеше эскелеккә бирелгәндә, көс ҡулланғанда ни эшләргә? Сәләмәтлекте һәм матурлыҡты һаҡлау өсөн ниндәй саралар күрергә? “Ҡыҙыу бәйләнеш” көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем ошо телефон аша ойошторола:
8(347) 273-09-00. Стационар телефондан шылтыратыу түләүһеҙ. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, ҡыйыуыраҡ, әүҙемерәк булығыҙ, һеҙҙе “ҡыҙыу бәйләнеш”кә саҡырабыҙ!