Бүләкбай11.01.2013
БүләкбайТөн уртаһы етте, ә Шакирҙы һаман йоҡо алмай. Уйлана ла уйлана ул. Бигерәк тә ҡустыһы өсөн борсолоуы тынғы бирмәй. Ана бит, йүткерә лә йүткерә бәләкәс. Етмәһә, туҡтауһыҙ илай. Сәғәттән ашыу инде. Әсәһе лә йоҡлай алмай: бәпесенә дарыу эсереп тә, шешә менән һөт имеҙеп тә ҡарай. Атаһы күптән ятҡан, башҡаларҙың тынысланмауына һуҡранып бер була: «Йоҡо буламы бөгөн, юҡмы? Мәлһеҙ ҡуҙғатып кешене, тапҡан бит ауырырға ваҡыт! Бында килмәһәк, бала ла сирләмәҫ ине. Рәхәтләнеп үҙ өйөбөҙҙә Яңы йыл ҡаршылап ултырыр инек бына!..»

…Улар ауылға бөгөн иртәнсәк килеп төштө. Шакирҙың өләсәһе – әсәһенең әсәһе – ауырып киткән дә ҡайтыуҙарын һорап шылтыратҡайны. Ҡала алыҫ түгел, сәғәт ярымда килеп тә еттеләр. Төшкә ҡарай өләсәһен район үҙәгенә дауаханаға оҙаттылар. Унан инде Яңы йыл табынын әҙерләй башланылар. Атаһы: «Бындай буранда ҡайтыр юлға сыҡҡансы, ошонда байрам итәбеҙ ҙә ҡуябыҙ», – тигәс. Үҙе араҡы менән шарабын да, ҡайһы бер тәм-томон да алып килгән икән. Шакирҙың ене һөймәгән колбаса, сало, бәшмәк, тоҙланған йәшелсә…
Мунса яғып төшөргә лә өлгөрҙөләр. Тик кискә ҡарай бәпестәре ауырып алды ла китте. Тәүге тапҡыр сөскөргәнендә үк Шакир һағайып ҡуйғайны: бая атаһы машинаның тәҙрәһен асып тәмәке тартып килгәндә үк һалҡын алдырҙы шикелле, мунса ингәнгә генә түгел. Бик йыш сирләй ул, ҡышын айырыуса. Йәш ғүмеренең күберәк өлөшө дауаханала үткәндер.
Бер нигә ҡарамаҫтан, табын ҡорҙолар. Дүртеһе генә инде: әсәһе менән атаһы, Шакир һәм ҡустыһы. Күп тә ултырманылар, атаһы иҫереп алды. Үҙенән башҡа эсеүсе булмағас, араҡыны яртышар стаканлап минут һайын тиерлек күтәрә бит. Шакирҙың ҡалала бер тапҡыр ҙа уның былай ҡыланғанын күргәне юҡ.
Сәғәт ун ике тулғанда бокал сәкәштерҙеләр, тик телевизорҙағы Президенттан тыш бер кем дә берәүҙе лә ҡотламаны. Атаһының: «Һау булайыҡ!» – тиеүенән башҡа һүҙ ишетелмәне. Бер нисә минуттан өй телефоны шылтыраны. Әсәһе алды. Ҡотлаусылар түгел ине, күрәһең – шым ғына һөйләштеләр. «Ярар, иртәгә иртүк килергә тырышырбыҙ. Әле буран тынмаған, ирем дә юлдан арыған, – тине әсәһе, оҙаҡ ҡына тыңлағас. – Тура шунда барырбыҙ. Үтә инде, оло кеше бит…»
Телефонды һалғас, өлкәндәр ни тураһындалыр бер-ике һүҙ шыбырлашты ла икеһе лә һыу уртлағандай шымды. Атаһы мейес алдына тәмәке тартырға ултырҙы, ҡапыл боролоп, ниңәлер Шакирҙы уҫал ҡарашы менән өтөп алды. Һәр хәлдә, малайҙың үҙенә шулай тойолдо. Күп тә үтмәй, әсәһе урын йәйергә тотондо. Үҙе бер ни өндәшмәй, башы түбән эйелгән.
Ятҡас, Шакир күрше бүлмәләге тауыштарҙы асыҡ ишетте. «Өйөн Бүләкбайға яҙҙырып өлгөргән тинеңме әле? Бына һиңә бәлә! – тип һөйләнде атаһы. – Һиңә ҡалдырһа, һатыр ҙа ҡотолор инек. Ә бының менән… Бәлиғ булғанса туғыҙ йыл көтәһе бар. Ул ваҡытҡа тиклем әллә ниҙәр булып бөтөр әле. Өй күптән инде иҫкергән, ремонт кәрәк. Аҡса яуы инде. Әле бына бөгөн нисәмә меңем китте, ҡарсыҡты ҡуйыуға тағы әллә күпме исрафлаясаҡмын...»
Бүләкбай – Шакирҙың икенсе исеме. Олатаһы мулланан шулай ҡуштырған. Тәүге ейәне булғанғамы икән, әллә Яңы йыл байрамында тыуғанғамы – уныһын белмәй. Малай тыуғанда әсәһе менән атаһы өйләнешмәгән булған әле. Шуға ла документтарында атаһының исеме яҙылмаған, фамилияһы ла Вәлиев түгел, ә олатаһы менән өләсәһенеке кеүек — Ҡасҡынбаев. Әсәһе ҡалала уҡығас, Шакир сәңгелдәктән алып ауылда тәрбиәләнде. Өс йыл элек, мәктәп йәшенә еткәс кенә килеп алдылар уны.
Ауылда Шакирҙың ысын исемен бер кем дә белмәй тиерлек. Барыһы ла Бүләкбай ти ҙә ҡуя. Яңылышыпмылыр, Бәхетбай, Өмөтбай тип тә ебәрәләр. Малай ҡалала Шакир тиеүгә саҡ күнегеп китте. Хәҙер тәүге исеме ятыраҡ яңғырай һымаҡ…
Йоҡоға тарта ғына башлағайны, ҡустыһы тағы ла өҙлөкһөҙ йүткерергә тотондо. Ниндәй дарыу табырға тип баш ватып ятҡан Шакир йәйгеһен өләсәһе менән йыйып алып ҡайтҡан шифалы үләндәрҙе иҫенә төшөрҙө. Бая мунса соланында эленеп тора ине лә баһа! Алдан белһә, алып ҡайтып ҡуйыр ине. Үәт, хәтерең! Өләсәһе һыйырын да ҡарап тороуҙарын һорағайны бит, ошо арала быҙауларға тейеш, тине. Әсәһе онотҡандыр, моғайын. Шакирҙың уны борсоғоһо ла килмәй, былай ҙа бәпесе менән ҡаңғырып арыған.
Малай өҫтөнә өләсәһенең мал араһына сыҡҡанда кейә торған иҫке курткаһын ғына ябынды ла, аяғына ҙур резина кәлүштәрҙе эләктереп, тышҡа сыҡты. Буран баҫылған, ниһайәт. Солан ишеге саҡ асылды – күтәрмәгә ҡар күп өйөлөп киткән.
Мунсаға тиклем көрт йырып килеү еңел булманы. Ҡар ҡалын ғына, кәлүш бата ла сыҡмай ҙа ҡуя. Аптырағас, Шакир ялан аяҡ атларға ҡарар итте. Бер аҙ туңып алһа ла, мунсала йылынасаҡ бит.
Үлән бәйләмен алып сыҡҡас, малай аҙбарға ла күҙ һалмаҡсы булды. Уныһы мунсанан әллә ни алыҫ түгел, өҫтәүенә, был тирәлә көрт тә һайыраҡ. Тиҙ үк барып етте. Ярай әле килгән – һыйыр быҙаулап торған икән. Шакир өләсәһенең элек ни эшләгәнен иҫенә төшөрҙө: малға бындай саҡта йылы һыу эсерергә кәрәк буғай. Тимәк, тағы ла мунсаға бараһы.
Һыйыр ярты биҙрәнән ашыу һыуҙы бер тынала һемерҙе лә ҡуйҙы. «Ярар, әлегә еткәндер, – тип ҡуйҙы Шакир. – Барыбер феләктә башҡа бер тамсы ла ҡалмаған. Ә бына быҙау өшөмәҫме икән?» Өләсәһе уларҙы бурап эшләнгән мал өйөнә индерә торғайны. Шакирҙың быҙау күтәрергә көсө етмәҫ, әлбиттә.
Аҙбарҙан көрәк алып, малай өйгә ҡарай юл һалырға кереште. Һуңғараҡ әсәһе, бәлки, һыйырҙы ҡарарға тип сығыр, улының һуҡмаҡ эшләп ҡуйыуына ҡыуаныр… Шакир уның йылмайыуын күҙ алдына килтерергә тырышты. Бәй, әсәһенең ысын күңелдән шатланған сағын да хәтерләмәй икән! Эйе шул, гел уйсан, бойоҡ уның йөҙө. Элегерәк ҡаланан уҡыуҙан ҡайтып йөрөгәнендә бөтөнләй башҡа кеше кеүек ине: шаяра, иркәләй, һөйләп хәбәре бөтмәй... Хәҙер ҙә һөйөп ала ул улын, тик икәү ҡалғанда ғына. Ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫа ла бер ни ҙә өндәшмәй, ҡарашын ситкә төбәй…
Улының төнгө мажараларын белһә, барыбер йылмайыр, моғайын. Иртәнсәк өләсәһе янына дауаханаға барғанда һөйөнөслө хәбәр еткерәсәктәр. Һыйырының имен быҙаулауына нисек ҡыуанасаҡ ул! Өйөнә ҡайтҡас та бер аҙ ял итеп тора алыр өләсәһе – Шакирҙың каникулы оҙон әле.
Юл һалып бөткәс, малай көрәкте күтәрмә ситенә һөйәне лә кире аҙбарға юлланды. Баяғы үләндәрҙе шунда ҡалдырғайны, өҫтәүенә, һыйырға тағы бер ҡат күҙ һалғыһы килә. «Куртканы быҙауға ябып ҡалдырғанда ла булыр ине, малҡай өшөр бит юғиһә, – тип уйлап ҡуйҙы Шакир. – Мин ни, хәҙер таҡыр һуҡмаҡтан тиҙ генә ҡайтам да етәм өйгә».
Шулай эшләне лә. Тик, йүгереп килеп етеп, солан ишеген тартыуы булды, уның тотҡаһы һынды ла сыҡты. Өләсәһе олатаһына: «Шуны йүнәтеп ҡуй, бер ыҙаһы сығып торор аҙаҡ», – тип йыш әйтә торғайны, ниңәлер ваҡытында эшләй һалманы бит уныһы. Күтәрмә лә бер яғы ғына көпләнгән килеш тора. Хәҙер олатай юҡ, өйҙө рәтләү бер кемгә лә кәрәкмәй. Өләсәйгә хәжәттер ҙә, тик уның үҙенең хәленән килмәй, йомош ҡушыр кешеһе лә юҡ янында. «Ҡыҙ – кеше өлөшө. Улың булһа икән, – ти ҙә ултыра торғайны олатаһы. – Әлдә Бүләкбайыбыҙ бар, исмаһам, ҡарт көнөбөҙҙә таяныс…»
Нисек кенә теләмәһендәр, Шакир уларға таяныс була алманы шул. Ҡала мәктәбендә уҡыр, белемлерәк булыр тип, әсәһе менән атаһы алды ла ҡайтты уны. Тәүҙә ятаҡта ғына торһалар ҙа, оҙаҡламай ике бүлмәле фатирға күстеләр. «Мин дәүләт ойошмаһында етәксе булғас, ҡыҙығыҙ менән ейәнегеҙ иң шәп йортта йәшәй», – тип маҡтанып та алғайны атаһы ҡайныһы менән ҡәйнәһе алдында.
Шакир ишекте шаҡырға баҙнат итмәне. Берҙән, әсәһенең йонсоған, бойоҡ йөҙөн күргеһе килмәй, икенсенән, атаһының һуҡраныуынан ҡурҡа. Былай артыҡ тупаҫ кеше түгел ул атаһы, тик Шакирға асыҡ йөҙ күрһәтеп бармай. Дөрөҫөрәге, һирәк иғтибар итә. Тәүҙәрәк һөйләшә, ҡайһы саҡта уйнап та ала инеләр, тик яңы фатирға күсеү менән мөнәсәбәттәр үҙгәрҙе. Әсәһе Шакирҙы гел генә: «Тауышланма, атайыңа ҡамасаулама», – тип иҫкәртеп тора. «Кризис» тигән нәмәһе дүртенсе йылға китте инде. Кистәрен атаһы үҙ бүлмәһенә бикләнә лә нимәлер һанарға керешә, әллә ниндәй аҡсаларының осона сыға алмай. Их, анау телевизорҙан күрһәткән лотереяға күп аҡса отоп булһа ла мәшәҡәттәренән арындырырға ине шуны. Бәлки, әсәһенең дә йөҙө яҡтырып ҡалыр ине. Ҡустыһын иң яҡшы шифаханаға ебәреп дауалаттырыр ине Шакир. Юҡ, лотереяға отоп түгел, үҙе эшләп табыр ул байлыҡты. Үҫеп кенә алһын әле! Олатаһының өйөн һатырға тура килер, тиҙәр, юҡ, һаттырмаҫ, ә урынына яңы йорт күтәртеп ултыртыр. Юғиһә өләсәһе ҡайҙа йәшәр? Ҡаланы барыбер үҙ итмәйәсәк бит ул. Шакирҙар үҙҙәре ҡайҙа ҡайтып йөрөр, ауылда өй булмаһа?
Ғинуар башланды бит әле! Шакирҙың тыуған көнө. Элек был көндө өләсәһе уның яратҡан балан бәлешен бешерер, иртәнән төнгә тиклем төрлө әмәлен табып күңелен күтәреп торор ине. Күршеләге малай, ҡыҙҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырып һыйлай торғайнылар. Хәҙер инде Яңы йыл мәшәҡәттәре менән ҡалала Шакирҙың байрамын иҫкә алыусы юҡ тиерлек: өләсәһе шылтырата ла әсәһе бүләккә берәй кейем алып бирә. Ауылда булғастар, бәлки, бөгөн балан бәлешен әсәһе бешерер? Бүләк тә алып ҡуйғандыр әле, кем белә? Ни тиһәң дә, ун йәше тула Шакирҙың.
Малай үҙе лә һиҙмәҫтән – әллә уйҙарының тормошҡа ашыуын күҙ алдына килтереп, әллә аяҡтарының туңыуын баҫыр өсөн – күтәрмәлә бейергә кереште. Бына берәйһе сығыр, ишекте асыр. Ҡустыһы һаман йоҡлай алмаған булһа, уға үлән ҡайнатып эсерерҙәр… Шакир бәйләмде ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты. Шундай тәмле еҫ: мәтрүшкә, меңъяпраҡ, йүкә сәскәһе, болан үләне… Йәй, ҡояш, йылы…
Ҡапыл өй ишеге асылды. Кем икән? Моғайын, атаһылыр – аҙымдары ауыр. Бына ул солан ишегенә яҡынлаша. Шырпы һыҙҙы – тәмәке тоҡандырҙы, моғайын…
Ишектең ҡапыл этеп асылыуы менән Шакир күтәрмәнең көпһөҙ яғынан көрткә осто ла төштө. Әллә тертләүҙән, әллә ныҡ туңыуынан – бер ни ҙә әйтә алманы ла ҡуйҙы. Ауыҙы нишләптер ҡарышты. Ҡулдарын да ҡыбырлата алмай. Шулай ҙа бик яҡшы күрә: бына атаһы килеп сыҡты, салбарын төшөрҙө лә Шакир ятҡан яҡҡа ҡарай саптыра башланы. Ә малай һаман өндәшә алмай…
«Эшен» бөтөргәс, атаһы тәмәкеһен ҡабаланып һурҙы-һурҙы ла ситкә сиртеп ебәрҙе. Төпсөк осҡан яҡҡа ҡарап торғанында абайлап ҡалды ул Шакирҙың көрттә ятҡанын.
– Кем унда?! – тип тертләп үк китте. – Ә, һинме ни, кем… Шакир?..
Малай ҙа тертләгәндәй булды, сөнки атаһы ауыҙынан үҙ исемен тәүгә ишетә.
– Нимә ҡарайһың унда? Һыуыҡ тейҙерерһең бит, яланғас йөрөп. Әйҙә, сыҡ, өйгә инәйек! – тигәс, Шакир тағы ла бер аҙ аңшайып ятты. Атаһы йылмайғандай иткәс, тәненә бер аҙ йылы йүгереүен тойҙо. Ул, бар көсө менән көрттән уң аяғын һурып алғандан һуң, ныҡ ҡына ынтылып, алға бер аҙым яһаны ла, үҙенә һуҙылған ҡулға барыбер буйы етмәҫен аңлағас, бая күтәрмә ситенә һөйәп ҡуйған көрәктең һабына барып йәбеште...


Вернуться назад