Маҡтауҙың да, шелтәнең дә самаһы бар11.01.2013
Портфолио кемгә кәрәк?

Яңыраҡ бер районда командировкала булғайныҡ. VI класта уҡыған малайҙың 22 маҡтау грамотаһы бар. Әле уҡыу йылының яртыһы ғына үткәнен иҫәпкә алһаҡ, йыл һайын уға кәмендә дүрт маҡтау ҡағыҙы бирелә тигән һүҙ.
Үҙебеҙҙең заман менән сағыштырам да аптырабыраҡ ҡуям. Мин, мәҫәлән, тәүге маҡтау ҡағыҙын университетҡа уҡырға килгәс алдым. Ни ғәжәптер, беҙҙең мәктәптә ундай грамота биргәндәрен хәтерләмәйем. Әгәр бирелә ҡалһа, бер маҡтау ҡағыҙы булһа ла алыр инем, сөнки төшөп ҡалғандарҙан түгелмен дә.
Әле үҙем эшләгән “Йәншишмә” гәзите редакцияһы үткәргән әҙәби конкурстарҙа еңеүселәргә, элекке матур йола буйынса, яҙыусыларҙың автографлы китаптарын бүләккә әҙерләйбеҙ. Шул хаҡта ҡыуаныс уртаҡлашып, уҡытыусыларға хәбәр итһәк, уларҙан йыш ҡына шундай яуап ишетәбеҙ: “Зинһар, китап түгел, маҡтау грамотаһы ебәрегеҙ. Беҙгә портфолио өсөн кәрәк. Китапты унда һалып булмай бит”.
Ғәжәпләнерлек тә шул: мәктәпте тамамлаған йәш хәбәрселәр редакцияға ҡалын портфолио тотоп килә. Унда кәмендә 50–60 маҡтау грамотаһы була. Ошо сама бүләктәрҙең ҡәҙере бармы икән, тип тә уйлап ҡуяһың ҡайһы саҡта. Уҡыусыһы ундай ҡағыҙ алған һайын уҡытыусының да абруйы күтәрелә икән. Хәҙер хатта ҡайһы бер уҡытыусылар уҡыусылары өсөн үҙҙәре шиғыр, мәҡәлә яҙып, редакцияға ебәрә башланы. Шиғырҙың аҫтында — баланың фамилияһы, шунан һуң — уҡытыусыһыныҡы. Компьютерҙа баҫып ебәргәс, уҡыусы яҙғанмы, әллә өлкән кешеме икәнлеген тәү ҡарауға белеп тә булмай.
Әммә әҙерәк уҡый башлаһаң, башланғыс класс балалары хатта ғилми эш кеүек мәҡәлә ебәргән булып сыға. Ундай тырышлыҡ кемгә кәрәк: үҙе яҙмаған балағамы, әллә уҡытыусығамы? Бала өсөн ижад итеп, уның уйлау, фекерләү ҡеүәһен үҫтереп буламы? Ошондайыраҡ юл менән алынған маҡтау ҡағыҙҙарынан йыйылған портфолионың әһәмиәте, ҡәҙере бармы? Бының менән балаларҙы маҡтауға табындырып, почет грамоталарының бәҫен ебәреп, ҡағыҙ ҡолона әйләндермәйбеҙме? Төрлө сарала ҡатнашҡан балаларҙың барыһына ла бүләк биреү һәйбәттер һәм кәрәктер ҙә. Ә маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, сертификаттар һирәктәр өлөшөнә генә төшкән баһа булырға тейеш түгелме икән?

Атай ниңә башын эйҙе?

Хеҙмәттәшемдең II класта уҡып йөрөгән малайы эшкә килгәс, унан:
— Бөгөн нисә алдың? — тип һораным.
— “Биш”! — тине. Атаһы улына ҡарап ғорурланып ҡуйҙы. Тик шул саҡ малай, һүҙен дауам итеп:
— Тағы “ике” алдым, — тип өҫтәне.
Атаһы, сит кеше алдында улының был һүҙҙәренән уңайһыҙланып, башын түбән эйҙе.
— Белмәгән өсөн түгел бит, мин дәрескә һәйбәт әҙерләнгәйнем ул, һүҙлекте онотоп ҡалдырғанға ғына “ике” ҡуйҙы, — тине малай, аҡланған һымаҡ.
Минең дә малайым шул мәктәптә уҡығайны. Берәй нәмәһен онотһа, уға ла шулай “ике” сәпәй торғайнылар. Шуны иҫкә төшөрөп:
— Улай дөрөҫ түгелдер ул, — тип фекеремде белдерҙем. — Билдә белем өсөн ҡуйылырға, ә онотҡан нәмә өсөн иҫкәртеү генә яһалырға тейеш түгелме икән?
Шул саҡ атай кеше, улына талапсан ҡарап:
— Барыбер ул онотмаҫҡа тейеш ине, — тине лә башҡаса бер нәмә лә әйтмәне, башын эйгән килеш ултыра бирҙе.
Ә шулай ҙа дәфтәрҙе онотоп өйҙә ҡалдырған өсөн шул фән буйынса “ике” ҡуйыу ғәҙел түгелдер, тип уйлайым. Ошолар хаҡында, бәлки, башҡаса уйлаусылар барҙыр. Бигерәк тә уҡытыусыларҙың фекерен ишетке килә.


Вернуться назад