Ҡултамғалар йыйҙыҡ та ул...11.01.2013
Ҡултамғалар йыйҙыҡ та ул...2012 йыл Рәсәй һәм республикабыҙ тарихында мөһим урын алған ике ҙур ваҡиға менән халыҡ хәтерендә уйылып ҡалды. Беренсеһе — ил Президенты йылды “Рәсәй тарихы йылы” тип иғлан итеүе уңайынан киң ҡоласлы саралар уҙғарылды. Икенсеһе — данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ойошторолоуына 70 йыл тулыу айҡанлы, уның легендар командиры генерал Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исеме биреү өсөн бөтә ил буйынса ҡултамғалар йыйыу дәррәү барҙы. Был акцияға мин дә ҡушылып, ауылыбыҙҙан 426 имза тупланым һәм дивизияның Өфөләге Дим биҫтәһендә урынлашҡан музейына ебәрҙем.

Минеңсә, “ҡултамғалар йыйҙыҡ та, эшебеҙ бөттө” тип ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай, данлы яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Иң беренсе, әлбиттә, күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Миңлеғәле Шайморатов тураһында тупланған материалдарҙы, төрлө баҫмала донъя күргән мәҡәләләрҙе, уның хаҡындағы шиғырҙарҙы, яуҙаштарының хәтирәләрен бергә туплап, китап итеп баҫтырып сығарырға кәрәк. Тик музейҙарҙа һаҡлау өсөн 5-10 дана итеп кенә түгел (ул халыҡҡа барып етмәйәсәк), ә бөтә республикаға таратырлыҡ итеп һатыуға сығарырға. Минең уйлауымса, башҡорт атлы дивизияһында һуғышҡан яугирҙәрҙең балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре ундай китапты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыр һәм олаталарының иҫтәлеге итеп һаҡлар ине. Ишетә белеүемсә, Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәре дивизияның яу юлы буйлап сәйәхәт ойоштороу ниәтен белдергән, был оло маҡтауға лайыҡ. Экспедиция буласаҡ китап өсөн өҫтәмә мәғлүмәт йыйыуҙа бик мөһим әһәмиәткә эйә буласаҡ.
Китап сығарыу мәсьәләһенә туҡталып, тағы бер фекеремде әйтеп үтмәксемен. 1962 йылдың аҙағында, әрме сафтарында хәрби хеҙмәтемде тултырғас, хушлашыу кисәһендә командир миңә иҫтәлеккә1812 йылғы Ватан һуғышының төп геройҙарының береһе Багратион тураһында китап бүләк иткәйне. Бына шул китапты дуҫтарым һәм таныштарым, һуңыраҡ балаларым, ейәндәрем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡты.
Ә ниңә республикабыҙҙың һәләтле яҙыусыларының берәйһенә, халҡыбыҙҙың батыры, талантлы ғәскәр башлығы, генерал Шайморатов тураһында йөкмәткеле әҙәби әҫәр яҙып сығармаҫҡа? Ул киләсәк быуын өсөн яҡташыбыҙ тураһында ҙур иҫтәлек булыр ине.
Һуғыш башланғас, Сталиндың ҡушыуы буйынса һәр автономиялы республикала тиерлек махсус милли дивизиялар ойошторола. Уларҙың береһе лә, ҡаты һуғыш шарттарына яраҡлашып, үҙ исемен һаҡлап ҡала алмай тарҡала. Генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ғына үҙен аҡлай. Улай ғына ла түгел, дүрт йыллыҡ һуғыш барышында дивизия яугирҙәре иҫ киткес батырлыҡтар күрһәтә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: бер дивизиянан 78 яугир — Советтар Союзы Геройы, биш кеше — Дан орденының тулы кавалеры. Башҡа ундай дивизия Рәсәй тарихында булмаған, юҡ һәм булмаҫ та. Бындай батырлыҡтарҙың нигеҙендә ағас ҡылыстар, мылтыҡтар менән йөҙәр, меңәр тапҡыр ҡабатланған, сирекләп тир түгеп башҡарылған күнекмәләр, командирҙың ныҡышмаллығы һәм иҫ китмәле оҫта ойоштороу һәләте ята. Һәм, әлбиттә, командирҙың һәр һалдатҡа үрнәк булырлыҡ шәхси батырлығы. Миҫал өсөн Шайморатовтың дошман тылы буйлап оҙайлы рейдтан һуң фронт линияһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығын ғына алайыҡ. Корпус командирынан “оҙайлы рейдтан һуң хәлһеҙләнгән төп көстәрҙе фронт линияһы аша сығарыу өсөн дошмандың нығытылған оборонаһы аша тура юл асырға” тигән бойороҡ алғас, ул башта дивизияның төп көстәрен тәрән йырын аша йәшерен юлдан оҙата, ә үҙе бер төркөм һалдат менән дошмандың һан яғынан йөҙәр тапҡырға артыҡ булған, яҡшы ҡоралланған көстәренә ҡаршы ҡыйыу һөжүмгә ташлана. Ҡайһы берәүҙәрҙең ундай аҙымды алйотлоҡ тип ҡабул итеүе лә мөмкин, әммә әлеге осраҡта был дивизияны һаҡлап алып ҡалыу өсөн берҙән-бер дөрөҫ ҡарар була. Шайморатов дивизия именлеге өсөн үҙен ҡорбан итә. Был ваҡиғанан һуң уның уландары, дошманға ҡаршы икеләтә нәфрәт менән һуғышып, Одер ярҙарына тиклем барып етә һәм яуҙа күрһәткән батырлыҡтары менән командирҙарын мәңге үлмәҫ данға күмә.
Геройҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатындағы эштәр бының менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Шайморатовтың хөрмәтенә Ҡырмыҫҡалы район үҙәгендәге һәм баш ҡалабыҙ Өфөләге урамдарға уның исемен биреп, һәйкәл ҡуйыу мотлаҡ. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: урамдар ҡайҙалыр Дим биҫтәһендә йәки район үҙәгенең кеше һирәк йөрөй торған бер ситендә түгел, ә үҙәктә булырға тейеш. Әйтәйек, район үҙәгендә Парк урамы булһа (уның башындағы быуа буйында һәйкәл өсөн бик уңайлы урын бар), Өфөлә Әй урамы бик ҡулай тип иҫәпләйем.


Вернуться назад