Шарлауыҡты һаҡлаясаҡбыҙ11.01.2013
(Эльмира Мөхәмәтйәнова, “Ғәҙелша ҡурсалау көтә”, 2012 йыл, 13 ноябрь)
“Ысынлап та, Ғәҙелша шарлауығы — тәбиғәтебеҙҙең ҙур бер ҡомартҡыһы. Уның матурлығына, хозурлығына ҡырҙан килгән халыҡ, ял итеүселәр генә түгел, үҙебеҙ ҙә һоҡланып туя алмайбыҙ.
Автор “был һоҡланыу оҙаҡ дауам итмәй” тип яҙа. Әлбиттә, һоҡланып ҡына тәбиғәтте һаҡлап ҡалып булмай. Шуның өсөн йыл һайын яҙ еткәс тә район хакимиәте предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы менән берлектә Талҡаҫ, Граф күлдәре, Ғәҙелша шарлауығы тирәләрен сүп-сарҙан таҙалау маҡсатында өмәләр үткәрә. Бынан тыш, ай һайын тиерлек хакимиәттең йәштәр комитеты етәкселегендә Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары, 105-се һөнәрселек лицейы уҡыусылары ошондай уҡ өмәләргә сыға. Һәр өмәлә өс-дүрт машина сүп-сар йыйыла.
Ләкин тау-тау сүп өйөмөнә ҡаршы был юл менән генә көрәшеп булмай. Ошо йәһәттән Баймаҡ районы хакимиәте республика етәкселегенә Ғәҙелша шарлауығы янында агротуризм зонаһын булдырыу ниәтендә Төйәләҫ һыу һаҡлағысын төҙөү тәҡдиме менән сыҡты.
Һөҙөмтәлә Төйәләҫ йылғаһында “Ғәҙелша” һыу һаҡлағысын төҙөү Башҡортостан Хөкүмәтенең 374-се ҡарары менән раҫланған “Башҡортостан Республикаһында 2013–2020 йылдарҙа һыу хужалығы комплексын үҫтереү” маҡсатлы программаһына индерелде. Был объект 2016–2020 йылдарҙа төҙөләсәк.
Һүҙҙе йомғаҡлап, шуны әйтке килә: Баймаҡ районы хакимиәте лә, Башҡортостан Хөкүмәте лә тәбиғәт байлыҡтарын, шул иҫәптән Ғәҙелша шарлауығын, һаҡлау мәсьәләһенә битараф түгел.