Йылмайып-көлөп кенә11.01.2013
— Һимерәһең дә һимерәһең, был һине бер ҙә борсомаймы ни?
— Әгәр борсолмаған булһам, тағы ла нығыраҡ һимергән булыр инем.

* * *
— Өҫтәл янында уҡыма! — ти ҡатыны иренә. — Нимә ашағаныңды ла күрмәйһең бит!
— Шуны күрмәҫ өсөн уҡыйым да.

* * *
— Йүтәлдән интегәм, доктор!
— Һеҙгә нисә йәш һуң?
— Етмеш биш.
— Егермелә йүтәлләй инегеҙме?
— Юҡ.
— Ҡырҡта?
— Юҡ.
— Аңлашылды. Ҡартлыҡ сире был, бер нисек тә ярҙам итә алмайым, бабай.

* * *
— Кейәүгә сыҡҡанһың икән, тип ишеткәйнем. Уңдыңмы?
— Юҡ. Ирем ни бешерә белмәй, ни кер йыумай.

* * *
— Ирең йөрөмтәл икән, тип һөйләйҙәр. Шул дөрөҫмө?
— Эйе, таяҡҡа таянып йөрөй башланы.

* * *
— Ишеттеңме әле, Айгиз менән Гөлнәзирәнең туйҙары булған, ти.
— Китсе! Был хәбәр дөрөҫ булһа, Гөлнәзирәне ҡотлайым. Дөрөҫ булмаһа — Айгизде.

* * *
— Кисә төн уртаһында ҡайтып ингәс, ҡатының нимә тине?
— Бер нимә лә әйтмәне... Алғы ике теште былай ҙа алдырырға йөрөй инем.


Вернуться назад