Рухи донъябыҙҙы ла хәстәрләйек11.01.2013
Һәр төрлө бәлә-ҡазаға бай булған, ҡоролоҡло йәйе менән бәкәлгә һуҡҡан 2012 йыл – ысын мәғәнәһендә Кәбисә йылы – тарихта тороп ҡалды. Матбуғат даирәһе өсөн дә еңелдән булманы ул. Аҙыҡ-түлектең генә түгел, рухи аҙыҡтың да хаҡы йылдан-йыл, айҙан-айға ҡиммәтләнә барыуы әкренләп мәҙәни-рухи донъябыҙҙың ярлыланыуына килтерә.

Бынан ике-өс тиҫтә йыл элек гәзит-журнал алдырмаған ғаиләләрҙе эҙләп табыу мөмкин булмаһа, бөгөн иһә был тәңгәлдә хәл киреһенсә. Күп ауылдарыбыҙҙа республика матбуғатын алдырған ғаиләләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Гәзит-журналға яҙылырға аҡса юҡ бит тип зарланыусыларҙың һүҙенә ышаныу мөмкин түгел. Ҡайҙа ҡарама: кемдер йорт күтәрә, кемдер машина ала, кемдер, тиҫтәләгән баш мал аҫрап, шәхси донъяһын бөтәйтә. Ә Себер һәм башҡа тарафтарҙа аҡса «һуғыусылар» күпме! Бик тә мәслихәт! Халҡыбыҙҙың көнитмеше көндән-көн яҡшыра барыуы – һөйөнөслө күренеш. Ләкин матди байлыҡ артынан ҡыуып, рухи донъябыҙҙы хәстәрләмәүебеҙ генә ныҡ көйөндөрә. Бөгөнгө ауыл, ысынлап та, аҡсаһыҙлыҡтан интегәме? Атап әйткәндә, урындағы власть вәкилдәре, уҡытыусылар, мәҙәниәт, социаль һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре эш хаҡы алмаймы? Шөкөр, оло йәштәгеләр ҙә пенсиябыҙ әҙ тип зарланмай хәҙер. Бынан тыш, һәр ауылдың үҙ йүнселдәре бар: фермерҙар, эшҡыуарҙар, һөнәрмәндәр…
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың күпселек районында малсылыҡ ҡына түгел, игенселек тә яңы һулыш кисерә. Заман технологияларын оҫта ҡулланған хужалыҡтар иҡтисади хәлен яҡшырта бара. Ошо шарттарҙа етәкселәр үҙ эшсәндәренең рухиәтен дә хәстәрләһә, һис тә насар булмаҫ ине. Бының отошло юлы ла бар бит: әйтәйек, хужалыҡ рәйесе алдынғы малсыларҙы, игенселәрҙе гәзит-журнал менән бүләкләне, ти. Бынан ғаилә башлығы ғына отмай, уның балалары ла рухи аҙыҡҡа эйә була. Райондарҙа хәҙер китап магазиндарының булмауын иҫәпкә алғанда, матбуғат баҫмаларының мәктәп уҡыусылары (ә уларҙың уҡытыусыларын әйтеп тораһы ла түгел!) өсөн үтә лә ҡиммәтле әсбап икәнлеген һәр кем аңларға тейештер. Әгәр ҙә ауылдарыбыҙ – бөгөнгө рухи-мәҙәни бишегебеҙ – матбуғатһыҙ йәшәй бирә икән, уларҙың киләсәге тәрән борсолоу тыуҙыра. Мәктәпһеҙ ауыл – тамыры ҡороған ағас ул. Ә мәктәптең йәншишмәһе — милли матбуғат. Ҡайһы бер етәкселәрҙең ошо хәҡиҡәтте аңларға теләмәүе, иртәгәһе көн тураһында уйламайынса, бөгөнгөһө менән генә мөрхәтһенеп йәшәүе күңелдә ауыр тойғо уята. Сер түгел, урындарҙа күп нәмә – эше лә, ашы ла, рухиәт тә – төбәк етәкселәренә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айырым ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, хужалыҡ, ойошма етәкселәре генә түгел, хатта мәктәп директорҙары ла республика баҫмаларына яҙылыуҙы ойоштороуға ҡул һелтәп ҡарай. Йәнәһе, уларға район гәзите лә еткән. Ә «Башҡортостан»ды, «Йәшлек»те, «Ағиҙел»де, «Башҡортостан ҡыҙы»н һәм башҡа милли матбуғат баҫмаларын кем алдырып уҡырға тейеш һуң? Урыҫтармы, әрмәндәрме?..
Эйе, бөгөн, әҙип Ринат Камал, журналист Кәримә Усманова һәм башҡа алдынғы ҡарашлы замандаштарыбыҙ «Башҡортостан» биттәрендә яҙыуынса, беҙгә саң ҡағырға ваҡыт етте! Иртәгә һуң булыуы ихтимал: 2013 йылдың тәүге яртыһына гәзиткә яҙылыу һөҙөмтәләре шул хаҡта һөйләй.
Ғөмүмән, подписка мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республикала нәшер ителгән күпселек гәзит-журналдарҙың тиражы шаҡтай кәмегән. Өҫтән төшөрөлгән күрһәтмә, йәғни административ ысул менән генә милли матбуғатты һаҡлап ҡалып булмай. Туған телдә сыҡҡан гәзит-журналды бары тик халҡым, телем, Башҡортостаным тип янып көйгән, ошо хаҡҡа — изге эшкә — бер-ике мең һум аҡсаһын йәлләмәй сарыф иткән ысын илһөйәр, рухлы кешеләр генә йәшәтә ала. Арабыҙҙа бөҙрә һүҙҙәргә төрөнөп, сафсата һатырға яратыусыларҙың бихисап булыуы башҡорт баҫмаларының дөйөм тиражында асыҡ сағыла: республикала йәшәгән 1 миллион 172 мең башҡортҡа яҡынса ни бары 92 мең дана гәзит-журнал тура килә. Ә баш ҡалабыҙҙа йәшәгән 173 мең башҡорт «Башҡортостан» гәзитен 580 дана ғына алдыра. Бик тә күңелһеҙ һәм аяныслы күренеш… Вәлидиҙәр, Бабичтар, Ғариповтар беҙҙең моңһоҙлоҡто, маңҡортлоҡто, меҫкенлекте кисерер инеме?!
Ә шулай ҙа киләсәккә өмөт бар. Рухи көрсөккә тарыған халҡыбыҙ асылына ҡайтыр, ата-бабалары яратып уҡыған матбуғат баҫмаларын алдыра башлар тигән уйҙабыҙ. Былай тип әйтергә тулы ышаныс бар: әйтәйек, йылдың-йылы Ишембай (быйылғы ярты йыллыҡта — 718 дана), Баймаҡ (654), Бөрйән (531), Әбйәлил (414), Хәйбулла (342), Илеш (315), Мәләүез (303) райондары «Башҡортостан»ға әүҙем яҙыла. Үткән йыл күрһәткестәрен яҡшыртыуға өлгәшкән Белорет, Бишбүләк, Благовар, Бәләбәй, Бүздәк, Ейәнсура, Ҡыйғы, Краснокама, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Миәкә, Туймазы, Шишмә райондары, Күмертау, Межгорье һәм башҡа ҡалалар етәкселәренә һәм гәзитебеҙҙе үҙ иткән уҡыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Архангел, Балаҡатай, Бөрө, Дыуан, Иглин, Мишкә, Нуриман, Тәтешле, Өфө райондарына ең һыҙғанып эшләйһе бар әле.
«Башҡортостан» быйыл да үҙ уҡыусыларын өр-яңы проекттары, иғтибарға лайыҡ рубрикалары, көн ҡаҙағына һуҡҡан сығыштары менән һөйөндөрмәксе. Киләсәктә лә һеҙҙең зауығығыҙҙы иҫәпкә алған махсус биттәр даими сығып торор. Бынан тыш, редакция ойошторасаҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә булыр. Авторҙарыбыҙҙың мөһим мәсьәләләр күтәргән хаттарына гәзит биттәрендә һәр ваҡыт ҙур урын бирелә. Ҡыҫҡаһы, ижади эҙләнеүҙәр дауам итә, төп маҡсатыбыҙ – һәр кемдең күңеленә хуш килерлек, яҡшы сифатлы гәзит нәшер итеү.
Бары тик “Йома”ны алдырып уҡыусылар гәзиттең ҡалған дүрт һанында донъя күргән уҡымлы мәҡәләләрҙән мәхрүм ҡала килә – шуныһы үкенесле. Тимәк, артабан баҫмабыҙға 50600 индексы буйынса яҙылыуҙы хәстәрләргә кәрәк, бары тик шул саҡта һеҙ ҙә, беҙ ҙә отасаҡбыҙ. Берҙәм булайыҡ, бергә ҡалайыҡ!


Вернуться назад