Электрон карталарҙан баш тартмағыҙ10.01.2013
Электрон карталарҙан баш тартмағыҙБыйыл 1 ғинуарҙан Башҡортостанда граждандарҙың ғаризаһы буйынса универсаль электрон карталар эшләп сығарыу башланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: универсаль электрон карта берҙәм федераль стандарт нигеҙендә эшләнгән. 2014 йылда ул Рәсәй төбәктәрендә сығарылған бөтә пластик социаль карталарҙы алмаштырасаҡ. Уның ярҙамында дәүләт һәм коммерция хеҙмәттәренә түләүҙәрҙе башҡарырға, сауҙа-сервис нөктәләрендә иҫәпләшергә мөмкин. Ул сауҙа ойошмалары тарафынан бирелгән бөтә дисконт һәм бонус карталары эшмәкәрлеген үҙ өҫтөнә ала.
Универсаль электрон карта алыуға ғариза биргәндә шәхесте раҫлаусы документ, дәүләт пенсия страховкаһының страховка таныҡлығы, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы һәм льгота алыуға хоҡуҡты раҫлаусы документ алып килеү талап ителә. Ғаризаны граждан үҙе генә түгел, ә уның законлы вәкиле лә тапшыра ала. Был осраҡта уның вәкәләттәрен раҫлаусы документтың булыуы шарт.
Шулай уҡ законда электрон картанан баш тартыу мөмкинлеге лә ҡаралған. Ғаризаларҙы ҡабул итеү һәм карталарҙы биреү пункттары Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бөрө, Сибай, Белорет, Салауат, Нефтекама һәм Мәләүез ҡалаларында урынлашҡан. Улар “Рәсәй һаҡлыҡ банкы”, “УралСиб” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре офистарында һәм “Башҡортостан социаль карталар регистры”нда ойошторолған.
Милли банк рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, республикала электрон картаға мең ярым кеше эйә булған да инде.


Вернуться назад