“Асылыкүл” тергеҙелә10.01.2013
“Асылыкүл” тәбиғәт паркы дирекцияһы ғалимдар менән берлектә биләмәне төҙөкләндереү һәм йыһазландырыу буйынса генераль план схемаһын эшләй. Ул быйыл июндә тамамланырға тейеш.
Документ экология туризмын үҫтереү буйынса сараларҙы билдәләү мөмкинлеген бирәсәк.
— Парк инфраструктураһын үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына зыян килтермәҫлек итеп ойоштороу зарур, — тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Ильдар Һаҙыев “Йәмәғәт электрон гәзите”ндәге онлайн-конференцияла. — Инвесторҙар йәлеп итеүгә килгәндә, “Асылыкүл” тәбиғәт паркын үҫтереү буйынса аныҡ проекттарыбыҙ бар. Генераль план схемаһы раҫланғандан һуң, уларҙы ентекле тикшереп, тормошҡа ашырасаҡбыҙ.