Башҡортостан вәкилдәре Рәсәй Федерацияһының Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Геннадий Онищенконың селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Кәңәшмә халыҡты иммунизациялау мәсьәләләренә арналды, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Республика, дөйөм алғанда, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм өлкәндәрҙе вакцинациялау планын Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлаған ваҡытта үтәй. Профилактик прививкалар планы 2011 йылдың 11 айында 94,6 процентҡа үтәлгән. Әммә ҡайһы бер йүнәлештәр, мәҫәлән, өлкәндәрҙе В гепатитына ҡаршы вакцинациялау, 35 йәшкә тиклемге кешеләрҙе ҡыҙылсаға ҡаршы иммунизациялау, ҡыҙамыҡҡа, туберкулезға ҡаршы ревакцинация буйынса бер аҙ артта ҡалыу күҙәтелә. Белгестәр әйтеүенсә, был вакциналарҙың һуңлап килеүенә бәйле. 2011 йылда республикаға 3 миллион 586 мең күләмендә 20 төрлө иммунобиологик препарат ҡайтартыу планлаштырылған.
Геннадий Онищенко Рәсәйҙә туберкулезға һәм ҡыҙылсаға ҡаршы вакцинацияға бәйле етешһеҙлектәр булыуын билдәләп үтте.
— Хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, халыҡты вакцинациялау өсөн барыһын да эшләргә кәрәк, — тип иҫкәртте илдең баш санитар табибы.
Быйыл грипты профилактикалау маҡсатында “2011—2015 йылдарҙа социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш” айырым маҡсатлы республика программаһына ярашлы бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен вакцинациялау өсөн 2,969 миллион һумлыҡ дарыу һатып алынған.
М. ӘМИНЕВА.