Кемгә ышанырға була?10.01.2013
Былтыр Өфөләге 47-се һәм 2-се поликлиникаларға, “БашРЭС-УГЭС” һәм “Оптимедсервис” йәмғиәттәренә “Ышаныс сертификаты” тапшырылды.

Әле республикала ошондай сертификатҡа эйә булған 29 предприятие һәм ойошма бар. Хәтерегеҙгә төшөрәйек: 2008 йылдан алып илебеҙҙә “Предприятиеның хеҙмәт хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу эшмәкәрлеген декларациялау” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Шул осорҙан алып 2 меңдән ашыу эш биреүсегә “Ышаныс сертификаты” тапшырылған. Проект юғары социаль яуаплылыҡҡа эйә булған ойошмалар менән таныштыра, дәүләт хеҙмәт инспекцияларының ҡайһы эш биреүсегә ышаныс күрһәтеүен сағылдыра.
Был сарала төрлө ойоштороу-хоҡуҡ һәм милек формаһындағы предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. Төп шарт — эшмәкәрлек күрһәткестәренең хеҙмәт ҡануниәте талаптарына тап килеүе.
“Ышаныс сертификаты”на эйә булыусылар планға ярашлы тикшереүҙәрҙән азат ителә. Тик уларҙа бәхетһеҙ осраҡтар, хеҙмәткәрҙәр яғынан ялыу булмаҫҡа тейеш. Сертификат эш биреүсегә хеҙмәт хоҡуҡтарын ҡәтғи үтәү бурысын йөкмәтә. Ошо шарт үтәлмәһә, предприятие “Ышаныс сертификаты”нан мәхрүм ителә. Әле Башҡортостанда бер генә предприятиенан — “Мәләүез минераль ашламалары” йәмғиәтенән – сертификат тартып алынған.


Вернуться назад