Өфө “Рәсәй ҡалаһы. Милли һайлау-2012” конкурсының тәүге тиҫтәһенә инде. Башҡортостандың баш ҡалаһы, 60 023 тауыш йыйып, рейтингтың һигеҙенсе баҫҡысында урын алды. Интернет проектында 7 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты.
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Смоленск яуланы. Уның өсөн 285 805 кеше тауыш биргән. Өфөнө шулай уҡ Псков, Иркутск, Бөйөк Новгород, Чебоксар, Улан-Удэ, Төмән ҡалалары уҙып киткән.
“Рәсәй ҡалаһы” — илебеҙҙәге иң әһәмиәтле, киң танылыу яулаған һәм символик ҡаланы һайлауға йүнәлтелгән проект. Уның сайтында ҡалаларҙың тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, үҙенсәлекле фотолар, иҫтәлекле урындар, архитектура ҡомартҡыларының һүрәтләмәләре бирелә. Порталда үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған ҡала тураһында тулы мәғлүмәт алырға, тәьҫораттар менән уртаҡлашырға мөмкин. Проект мөһим ижтимағи ваҡиғаға әүерелде. Конкурста ҡатнашыу һөҙөмтәһендә күптәр илебеҙ тарихы хаҡында хәбәрҙар булды, башҡа ҡалаларҙа йәшәүселәр менән аралашты.