Йәшәү минимумы — 5 690 һум10.01.2013
1 ғинуарҙан “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы Закон көсөнә инде. Уға ярашлы, республикала пенсионерҙың йәшәү минимумы 5 690 һум тип билдәләнде.

Йәшәү минимумы ҡулланыу кәрзиненә нигеҙләнә. Ошо күрһәткестән түбәнерәк пенсия алыусыларға федераль ҡаҙнанан өҫтәмә түләнергә тейеш.
Федераль ҡануниәткә ярашлы, социаль өҫтәмә Рәсәй төбәгендә билдәләнгән йәшәү минимумынан аҙыраҡ пенсия алыусыларға тәғәйенләнә. Былтыр республикала пенсионерҙар өсөн был күрһәткес 5 220 һум тәшкил иткәйне, пенсияһы кәмерәк булғандарға федераль бюджеттан айырма түләнде. Башҡортостанда 100 836 кеше ошондай түләүгә эйә булды. Уртаса өҫтәмә 960 һум тәшкил итте.


Вернуться назад