Ағас үҙҙәрендә эшкәртеләсәк10.01.2013
Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереү программаһына ярашлы, Баймаҡ районында яңы производстволар асыу, халыҡҡа эш урындары булдырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла.
Һуңғы ике йылда ғына төбәктә ошоғаса булмаған бихисап проект тормошҡа ашырыла, үҙенсәлекле предприятиелар төҙөп, уларҙы асыу эштәре киң йәйелдерелә. Ситтән инвестициялар йәлеп итеп, Темәс ауылында һөт комбинаты, Икенсе Этҡолда брикет етештереүсе предприятие төҙөү ҡаралған. Улар район иҡтисадын күтәреүгә, төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаясаҡ.
Райондың иң төпкөл ауылдарының береһе Бетерәлә ағас эшкәртеү цехы асыласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урманға бай төбәк булыуына ҡарамаҫтан, ошоғаса районда ағас эшкәртелмәне. Шунлыҡтан сифатлы тауар һәр ваҡыт арзан сеймал рәүешендә ситкә китте. Тап шул проблеманы күҙ уңында тотоп, район хакимиәте ошо ауылда ағас эшкәртеү производствоһы асыу буйынса инвесторҙар менән һөйләшеү алып барҙы һәм төҙөлөшкә "Башагрофик" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен йәлеп итте.
Бетерәлә төҙөлөш йылдам бара. Яңы цехҡа 62,5 миллион һум инвестиция һалыу планлаштырыла. Ул йәбештерелгән бурса, цилиндр формаһындағы бүрәнә, өй комплекттары етештерәсәк. Әле предприятиеның директоры итеп И. Нәбиуллин тәғәйенләнгән. Цех үҙ көсөнә эшләй башлағас, 30–40 кешене эш менән тәьмин итәсәк, тип күҙаллана.
Илсур Ғәйнетдин улы Нәбиуллин әйтеүенсә, әле объектта киптереү камераһы монтажлана. Төҙөлөшкә ситтән махсус белгестәр ҙә саҡырылған. Тәүҙәрәк Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларынан оҫталар тәжрибә уртаҡлашып ҡайтһа, әле Санкт-Петербургтан ике белгес эшләй.
Ҡоролмаларҙың барыһы ла юғары етештереүсәнле, Финляндияла эшләнгән цехты тергеҙеүҙә Бетерә ауылы халҡы ихлас ҡатнаша. Операторҙар Ринат Заманов менән Вилдан Хөснөтдинов махсус рәүештә Санкт-Петербург ҡалаһында белемен нығытҡан. Водитель Әхмәт Абдрахманов, дискылы таҡта ярыу ҡоролмаһы операторы Рәсүл Мусин, монтажсылар Алмас менән Вәкил Байназаровтар, Илнур Хөснөтдинов тырышып эшләй.
Белгестәр фекеренсә, яңы производство тулыһынса үҙен аҡлаясаҡ. Иң мөһиме — ағас үҙҙәрендә эшкәртеләсәк һәм халыҡҡа өҫтәмә эш урындары буласаҡ.