Аллаһ йортонда ҡунаҡта10.01.2013
Аллаһ йортонда ҡунаҡта(Хажиә яҙмалары)
Арҙаҡлы дин әһелдәре, сер ғилеме эйәләре шәйех Ғабдулла Сәйеди, Сабир хәҙрәт Халиҡов, Шәмсетдин хажи кеүек мәшһүр шәхестәребеҙгә арналған китаптарымда уларҙың меңәр саҡрым юл үтеп, ауылдан ауылға, илдән илгә һыбай йә дөйәгә атланып, берсә йәйәүләп, берсә диңгеҙҙәр кисеп, икешәр тапҡыр Аллаһы Тәғәләбеҙ йорто әл-Хәрәм мәсетенә барыуҙары, хаж ҡылыуҙары, унан зәм-зәм һыуы алып ҡайтып, ауылдаштарына балғалаҡлап ҡына эсереп сығыуҙары тураһында яҙғайным инде.

Доға көсө

Уларҙың юлда күргән аҙап-михнәтен, юлда осраған кешегә бик күп изгелек ҡылыуҙарын да халыҡтан ишеткән хәтирәләргә таянып тасуирлағайным. Мәҫәлән, Сабир хәҙрәттең бер ғәрәп байын үлемдән ҡотҡарыуы хаҡындағы бәйәнде Сәйетбаба халҡы бөгөн дә һөйләй. Хажға барғандағы түбәндәге ғибрәтле хәл Сабир хәҙрәттең һөйөклө ҡыҙы Сафуранан тыуған Асия апай менән Ғәбделхәй улының ҡыҙы Клара апай хәтирәләренә нигеҙләнеп яҙылды. Һеҙҙең иғтибарығыҙға "Табип әүлиәһе" тигән әҫәремдән бер өҙөк тәҡдим итәм.

***

… Зирәк, ҡыҙыҡһыныусан 17 йәшлек Әбйәлилдең Сабир хәҙрәттең хаждан ҡайтҡандағы ошо кәрамәтен үҙ ауыҙынан ишеткеһе килде.
— Хажи хәҙрәт, теге ғәрәп байының исеме нисек ине әле?
— Әбү Басир ибн Латиф.
— Ни өсөн һиңә алтын тәңкә бирҙе ул?
— Ҡыҙыл диңгеҙ аша сыҡҡанда үлемдән ҡотолоп ҡалды.
— Нисек? — Ҡыҙыҡһыныуы хаттин ашҡан Әбйәлил, күҙҙәрен ҙур асып, остазына төбәлде. – Һөйләгеҙ әле?
— Мәккә менән Башҡортостан араһындағы юлды күп тапаған бер дәрүиш беҙгә диңгеҙ юлынан ҡайтырға кәңәш итте. Юлығыҙ күпкә ҡыҫҡарыр, тине. Мәккәнән дүрт-биш көнлөк юлда ятҡан Джидда ҡалаһына барып, пароходҡа ултырҙыҡ. Диңгеҙ уртаһына еткәйнек кенә, көслө шторм ҡупты. Өй дәүмәлек тулҡындар беҙҙең карапты әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа тапсыҡтай алып ташлай башланы. Шул ваҡыт капитан килде лә: «Диңгеҙбикә ҡорбан һорай. Арағыҙҙан берәүҙе һыуға ташламайынса, ҡотороуынан туҡтамаясаҡ. Уның холҡо шундай», – тине. Карап артынан йөҙөп килгән бер нисә акулаға төртөп күрһәтеп: «Ана, улары ла был йолаға өйрәнгән. Табышына ташланыр мәлде көтөп, эйәреп киләләр», — тип тә өҫтәне.
Күп уйларға ваҡыт юҡ ине: йә кәфенләп, йыназа уҡып, берәүҙе диңгеҙгә ырғытырға, йә тотош карап менән диңгеҙ төбөнә китергә.
— Шыбаға тотошайыҡ, – тине бер айыҡ аҡыллыһы. — Ғәҙел булһын.
Шул арала ҡайҙандыр оҙон бау табып килтерҙеләр. Бер-бер артлы бауҙы ус аялап тота башланылар. Осарымға кем сыға, шул ҡорбан була. Иң осҡа Мәккәлә аралашып йөрөгән Әбү Басир ибн Латиф тигән ғәрәп байы сыҡты. Ул мине бер нисә рәт өйөнә алып ҡайтып ҡунаҡ та иткәйне. Һәйбәт кеше йәл булып китте. Капитанға:
— Әфәндем, зинһар, туҡтап тороғоҙсо, ашыҡмағыҙ! — тинем. Үҙем алҡышланып Аллаһы Тәғәләгә ялбара башланым:
— Эй, Хоҙайым, Раббым Аллам, мосафирҙарға шәфәғәт итеүе хаҡына йомарт ғәрәп байына ярҙам итһәңсе! Ошбу изге күңелле ҡолоңдо афәттән ҡотҡар! — тинем дә «Ер һәм күк хазинаһы асҡыстары» доғаһын өс ҡат уҡып, диңгеҙгә ҡарап өрөп ебәрҙем. Үҙем дә хайран ҡалдым, ажғырып торған тауҙай тулҡындар ҡапыл йыуашайҙы. Бер аҙҙан диңгеҙ бөтөнләй тынып ҡалды. Палубалағы кешеләрҙең был көтөлмәгән хәлгә иҫе-аҡылы китте. Минең диңгеҙгә ҡарап доға ҡылғанымды күреп ҡалған бер нисә юлсы:
— Эй, мосафир, ғәрәсәтте әллә һинең доғаң туҡтаттымы? — тип өндәште.
— Аллаһы Тәғәлә туҡтатты. Мин ни бары сәбәпсеһе генә. Әбү Латифты диңгеҙгә ташлатмауҙы һорап доға ҡылдым.
— Һин әүлиәме әллә? — тине берәү.
Палубалағы халыҡҡа кемлегемде, ҡайҙан икәнлегемде, хаж ҡылып, ауылыма ҡайтып барыуымды һөйләп бирҙем. Ҡотҡарыусым да ҡотҡарыусым, тип Әбү Басир эргәмдән китмәй. Ни биреп ризалатырға белмәй. Аҙаҡ, минән айырылғыһы килмәйенсә, Сәйетбабаға тиклем үк оҙата килде. Ауыл халҡы беҙҙе, хажиҙар, тип ҙурлап ҡаршы алды. Ҡорбанлыҡҡа бер һыйыр салып ебәрҙеләр. Мәндем буйына сығып, беҙҙең имен ҡайтыуҙы ауыл менән байрам иттек. Шунда ауылдаштарыма мосафир булып йөрөгәндәге күргән- белгәнемде һөйләп бирҙем. Ауылда мәҙрәсә төҙөү тураһында ла һүҙ сыҡты. Ҡунағым шул саҡ:
— Минән дә изге эшкә бер ярҙам булһын! — тип ҡулыма бер нисә алтын тәңкә тотторҙо. Шулай итеп, ауыл мәҙрәсәһен һалдырыуға ғәрәп байы ла үҙ өлөшөн индерҙе.

Ауылымдың тәүге хажиәһе булдым

Әҫәрҙәремде яҙғанда шәхестәремдең үткән юлын, уй-кисерештәрен күҙ алдына килтереү өсөн хаж ҡылыу тураһындағы ҡулыма эләккән барлыҡ китапты уҡып Аллаһ йортонда ҡунаҡтасыҡтым, хаж ғәмәлдәренең нисегерәк булыуын төшөнөргә тырыштым. Шул саҡтарҙа Ғаләмдәр хужаһына: «Раббым, Аллаһым, миңә лә шул изге ерҙәрҙе барып күрергә насип итһәңсе!» — тип ялбарҙым. Ишеткәндер Раббым үтенестәремде, ишеткәндер, күңелемә шулай тойола! Көтөлмәгәндә изге тарафҡа юлдар асылды. Артыҡ ашҡынмайынса, сәбәләнмәйенсә, динебеҙ ҡушҡанса, тулы күңел тыныслығымды һаҡлап, юлға әҙерләндем. «Бәндәләргә бәндә итмәйенсә, кешеләргә ауырлығымды һалмай ғына хаж ғәмәлдәрен үтәп, хаҡ юлдарҙан йөрөп, илгә хажиә булып ҡайтырға яҙһын!» — тип һораным намаҙҙарымда. Ни тиһәң дә, йәшем оло ғына бит. Иншалла, юлдарыбыҙ гел уңай булды. Әллә, юғиһә, китаптарымда яҙған әүлиәләребеҙҙең изге рухтары Аллаһ ҡаршыһында беҙгә шәфәғәтсе булдымы? Хатта беҙҙе оҙата барыусы хәҙрәттәребеҙ ҙә әйләнгән һайын:
– Быйылғылай уңышлы йөрөгәнебеҙ юҡ ине әле. Мина тауында нисек шәп ҡаршы алдылар! Тәүәф ҡылғанда Ҡәғбәтуллаға юлдар асылды, — тине, быйылғы сәфәрҙәребеҙҙән ҡәнәғәт ҡалып.
Әйткәндәй, ауылымдың тәүге хажиәһемен икән дәһә! Ир-ат боронғо замандарҙа ла, әле лә хаж ҡылырға барып, имен-аман йөрөп ҡайта. Мосафир булып, алыҫ сәфәргә сығып китергә баҙнат иткән сая ҡатын-ҡыҙҙың тәүгеһе икәнмен, собханаллаһ, машаллаһ. Илемә, ауылыма, туған-тыумасама иман, яҡты киләсәк теләп, именлектә, һау-сәләмәт йәшәүен ялбарып һорап, ил инәһе — хажиә булып йөрөп ҡайтырға насип итте, Раббым! Тәҡдиремә мең-мең рәхмәтлемен, Аллаһымдың биргәненә мең-мең шөкөр, тим!

Дүрт тарафтан ағыла халыҡ әл-Хәрәмгә

Йә, Ибраһим! Кешеләрҙе хажға саҡырып
хәбәр бир; нәҙерҙәрен үтәһендәр,
өйөмдө (Ҡәғбәне) тәүәф итһендәр.
(«Әл-Хәдж» сүрәһенән).
Ҡорбан байрамы етеүен, хаж ҡылыу сәфәренә юлланыуҙы изге Мәккәгә ғибәҙәт ҡылырға әҙерләнгән бөтә донъя мосолмандары һымаҡ уҡ тулҡынланып көтөп алдыҡ. Хаж ҡылыуға ярҙам күрһәткән Рәсәй Хаж фонды мөрәжәғәт итеү менән беҙ, изге урынға сәйәхәт ҡылыусы өс йөҙҙән ашыу кеше, йәһәтләп аэропорт бинаһына килеп тулдыҡ.
19-20 октябрҙә, төркөм-төркөм булып, Иорданияның Акаба ҡалаһына остоҡ. Унда барып төшөүгә, беҙҙе Рәсәй Хаж фонды тарафынан хәстәрләнгән автобустар көтөп тора ине, бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ изге Мәккә тарафтарына юл алдыҡ. Бөтә күк йөҙөн иңләп-буйлап ямғыр болоттары ҡаплап алғайны. Акабанан Мәҙинәгә килеп еткәнсе ямғыр һибәләп яуып торҙо. Йыл да ошо юлдарҙан хажиҙарҙы оҙатып йөрөгән Шәмсетдин хәҙрәт:
— Күпме йөрөп, был яҡтарҙа ямғыр яуғанды тәүләп күреүем, – тине. – Башҡа йылдарҙа автобуста Акабанан Мәккәгә тиклемге меңдән ашыу саҡрым араны эҫе ҡояш нуры аҫтында янып-бешеп бара торғайныҡ.
Күңелдә яҡты бер хис яралды: әйтерһең дә, Аллаһы Тәғәләбеҙ беҙҙе үҙ ҡурсаулығына алған да изге фәрештәләре иһә иркәләп, яратып ҡына пәйғәмбәрҙәр йәшәгән төбәккә оҙатып килә. Ана, автобус та һелкетмәй, йөҙөп кенә бара. Акаба – Мәккә юлында яралған ошо илаһи хис йөрәгемә инеп ҡалды ла сәфәр буйы ташламаны: хаж ғәмәлдәрен үтәгәндә лә, аҙаҡтан да был тойғо мине оҙата йөрөнө.
Юлда осраған мәсеттәрҙә туҡтап, тәһәрәтләнеп, намаҙ уҡый-уҡый барабыҙ. Алыҫ юлдан килеүселәрҙән сауап алып ҡалырға тырышҡан урындағы халыҡ туҡталыштарҙа мосафирҙарға төрлө-төрлө ашамлыҡ, һут, емештәр алып килеп тарата. Үҙ һөнәренең оҫтаһылыр шоферыбыҙ, Аллаһ унан риза булһын, таҫма кеүек тигеҙ юлдарҙан беҙҙе елдереп кенә алып бара. Мәккәгә етер алдынан бер миҡәткә инеп, ғөсөлләнеп, ихрам кейеп алдыҡ.
Изге ҡала беҙҙе йылы ҡаршы алды: килгән ыңғайы бөтә шарттары булған, бынамын тигән һәйбәт, таҙа ҡунаҡханаларға индереп урынлаштырҙылар. Төркөм етәкселәребеҙ Вәсил менән Шәмсетдин хәҙрәттәр беҙҙе шул көндә үк әл-Хәрәм мәсетенә алып китте. Юлда арып килеүебеҙгә ҡарамаҫтан, беҙгә көс-ҡөҙрәтте Аллаһ үҙе биргәндер, барыбыҙ ҙа баҙыҡ аҙымдар менән алға, мәсеттәрҙең мәсете булған әл-Хәрәмгә табан йүнәлдек.
Бында күҙгә ташланған тәүге күренеш алһыҙ-ялһыҙ ағылған ап-аҡ кейемле, ихрамлы халыҡ даръяһы булды. Дүрт тарафтан: Европа, Азия, Америка, Африканан йыйылған халыҡ… Бында Йәмән, Мысыр һымаҡ яҡыныраҡ илдәрҙән 500-600 саҡрымдай араны айҙар буйы йәйәүләп килеүселәр ҙә бар. Улар ҡунаҡханаларға ла урынлашып тормай, мәсеттең ап-аҡ мәрмәр ташлы урамында йоҡлап йөрөй. (Таш бында яғылған мейес һымаҡ йылы). Хаж ҡылыусылар араһында ниндәй генә милләт юҡ: ҡап-ҡара тәнле негрҙарҙан ап-аҡ тәнле европаларға тиклем. Йөҙләгән илдән килгән, йөҙ төрлө телдә һөйләшкән биш-алты миллион кешенең барыһын был оло ҡорға ислам дине йыйған, төрлө ҡитға мосафирҙарын ислам дине туған яһаған, берләштергән. Бына ниндәй берҙәмлекте булдыра ала икән дин! Бында һәр кем үҙен бер ата, бер әсә, йәғни, Әҙәм ғәләйһис-сәләм менән Һауа радиаллаһу балалары икәнлеген таный. Хаж ҡылырға килгән бар халыҡ өсөн уртаҡ хис — ул Аллаһы Тәғәләбеҙҙең хаҡлығына, берлегенә, илаһи ҡөҙрәтенә инаныу; изге китап «Ҡөрьән»де сикһеҙ ихтирам итеү; пәйғәмбәрҙәрҙең сәййеде Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең ҡылған бөйөк эштәрен таныу; фарыз ғәмәлдәрҙе үтәү зарурлығы. Бөтә донъя мосолмандарын берләштергән, бер тығыҙ сафҡа теҙгән ислам диненең бөйөк ҡөҙрәтен, ҡаҡшамаҫ ҡеүәтен мин әл-Хәрәм мәсетендә асыҡ тойҙом.
Мәсеткә йыйылған барса халыҡ бер тауыштан:
— Ләббәйкәл-лааһуммәм ләббәйк! — тип әйткәндә хатта Мәккәнең ҡаты суйыр таштарына нигеҙләнгән әл-Хәрәм мәсете һелкенеп ҡуйғандай була.
Бына беҙ мәсеттең беренсе ҡатында — Ҡәғбәтулла ҡаршыһындағы йәшел ут янған табло эргәһендә торабыҙ. Хистәргә тулышҡан йөрәктәребеҙ ярһып тибә, әйтерһең, Аллаһы Тәғәләнең үҙе ҡаршыһындабыҙ.
— Бисмилләһи, Аллаһу әкбәр! Бисмилләһи, Аллаһу әкбәр! Бисмилләһи, Аллаһу әкбәр! — Барсабыҙ ҡулдарыбыҙҙы Ҡәғбәгә табан йүнәлтеп, Аллаһты сәләмләйбеҙ. Эргәбеҙҙән һулдан уңға ҡарай тәлбиә әйтә-әйтә әйләнгән ап-аҡ ихрамлы халыҡ ағымы араһында энә төртөрлөк урын юҡ. Икенсе, өсөнсө ҡаттарҙа ла шул уҡ хәл. «Бындай мәхшәрҙә бөгөн Ҡәғбәтулла тирәләй тәүәф ҡылыу насип булырмы?» — тип борсолобораҡ тора инем, Шәмсетдин хәҙрәттең көр тауышы, тәүге фарманы яңғыраны:
— Ир-ат, дүрт яҡлап, уңдан, һулдан, алдан, арттан сафҡа тороғоҙ, апаларҙы уртаға алығыҙ! Сафтар ныҡ булһын, ҡулдарығыҙҙы бер-берегеҙҙең яурынына һалығыҙ, беҙҙең аранан һис кем үтерлек булмаһын!
(Дауамы бар).


Вернуться назад