Мәктәбемде төҙөткән09.01.2013
Мәктәбемде төҙөткәнӨләсәйем Әлмирә Сәйетмырҙа ҡыҙы 1947 йылда Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында донъяға килә. Бәләкәйҙән үк һөймәлекле булып үҫә. Атаһы уны уҡытыусы итеп күрергә теләй. Ҡарт олатайымдың һүҙен йыҡмай өләсәйем — БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә. 1968 йылда Архангел районының Убалар башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә.

Ошо ауылда буласаҡ тормош иптәшен — бил бирмәҫ көрәшсе Рәмил Юламановты осрата. Улар ауылдың алдынғы ҡарашлы, өлгөлө ғаиләһенә әйләнә. Өс балалары донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайым йәшләй фажиғәле һәләк була. Балаларҙы тәрбиәләү, уҡытыу, донъя көтөү — барыһы ла өләсәйемдең сибек кенә иңенә төшә. Өҫтәүенә, ауылда берҙән-бер юғары белемле уҡытыусы булараҡ, агитатор итеп тәғәйенләнә, мал иҫәбен ала, һайлау осоронда исемлек төҙөй, халыҡ вәкиле сифатында иптәштәр судында ҡатнаша. 1975 йылда Убалар башланғыс мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Тырышлығын күреп, партия сафына ҡабул итәләр һәм сәйәси дәрестәр үткәреү бурысын йөкмәтәләр.
Йылдар үткәс, яңы мәктәп төҙөү мәсьәләһе килеп тыуа. Уның хәстәрлеге менән дүрт бүлмәле бина ҡалҡып сыға. 1991 йылда белем усағы урта мәктәп итеп үҙгәртелгәс, Ғафури районының Ҡауарҙы мәктәбенә йөрөп уҡыған балаларҙың хыялы тормошҡа аша — барыһы ла үҙ ауылында белем ала башлай.
Өләсәйем башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡыусылары район күләмендәге олимпиадаларҙа гел еңеү яулай. Ул үҙе лә белемен үҫтереүҙән туҡтамай: конференцияларҙа ҡатнаша, гәзит һәм журналдар алдыра, матбуғатта мәҡәләләр, шиғырҙар менән сығыш яһай.
Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы — юғары категориялы уҡытыусы, тәжрибәле етәксе. Намыҫлы хеҙмәте өсөн республика Мәғариф министрлығының маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.
Әйткәндәй, өләсәйем мәктәптә этнографик музей ойоштороуға ла ҙур көс һалған, уҡыусылары менән ауыл буйлап ҡомартҡылар йыйған.
Ҡыҙҙары Ләйсән һәм Гөлнур, әсәләренең юлын һайлап, уңышлы эшләй. Икеһе лә районда "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында еңеү яулап, республика кимәлендәге ярышта ҡатнашты.
Әле ҡәҙерлебеҙ хаҡлы ялда, ләкин тик ултырғанын күрмәҫһең. Ул шундай тынғыһыҙ: мал аҫрай, ҡош-ҡорт көтә, өйөн бөхтә итеп тота. Элгәрге йыл беҙҙең Убалар "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашты, өләсәйем бында ла йүгереп йөрөнө. Ололарҙы йыйып, көн дә физик күнекмә яһанылар, йүгереү ойошторҙолар, йәштәрҙе лә йәлеп иттеләр. Былтыр шәжәрә байрамында үҙе төҙөгән Юламановтар шәжәрәһе менән сығыш яһаны һәм "Ауылыбыҙҙың иң әүҙем ветераны" тигән маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Эльвида һылыуым менән өләсәйемә ҡунаҡҡа йыш киләбеҙ. "Баланың балаһы балдан татлы. Минең хазиналарым", — тип ярата ул беҙҙе.


Вернуться назад