Ҡойоп ҡуйған әртис!09.01.2013
Ҡойоп ҡуйған әртис!Өләсәйем Нажиә Әхтәрйән ҡыҙы Зәйниева ғүмере буйы Нуриман районының Иҫке Күл ауылында йәшәй. Олатайым Самат Заһретдин улы менән биш бала үҫтерҙеләр. Барыһына ла бына тигән тәрбиә биреп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып бөтә алмайҙар.

Ҡәҙерлебеҙҙе яратмаған, ихтирам итмәгән кеше юҡтыр, сөнки ул гел ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Йомош менән килгәндәрҙе сәй эсермәйенсә сығармай. Һәммәһенең хәл-әхүәлен һорашып, кәңәш биреп тора.
Өләсәйем үҙенең әсәһенән халыҡ им-томон өйрәнгән, хәҙер шуны төрлө осраҡта оҫта файҙалана. Мәҫәлән, бала йыш илаһа һәм йоҡлай алмай яфаланһа, тәҙрә быялаһындағы дымды "Бисмилла" тип, тиҙ генә һөртөп ала ла шуның менән бәләкәстең битен сылата. Сабый шунда уҡ тынысланып, йоҡлап китә. Төндә "балыҡ тотоп ятҡан" балаларға ла тейешле ырымы бар — ҡустым Бәхтийәрҙе шул ғәҙәттән ҡотолдорҙо.
Йор һүҙле, ифрат бай телле минең ҡәҙерле кешем. Унда боронғоларҙың тәрән аҡылы тупланған. Былтыр йәй быға йәнә бер ҡат инандым. Өфөнән ауылға ҡайтып килгәндә булды ул хәл — йыландарҙың күмәкләшеп юл аша сығып барыуын күрҙек. Әйтерһең, урмандағы барлыҡ йылан йыйылған! Һуңынан өләсәйемдән төплө аңлатма ишеттем. "Июндең һуңғы көндәре "йылан аҙнаһы" тип атала. Ошо ваҡытта йылан балалары күсенә. Элек был мәлдә кешеләр юлға сыҡмаған", — тине ул.
Өләсәйемдән күп нәмәгә өйрәнәм. Айырыуса башҡаларҙы рәнйетмәй, ауыр һүҙ әйтмәй генә дөрөҫ юлға баҫтырыуы, тәрбиәләй белеүе оҡшай. Тағы ла ул оҫта итеп төш юрай — насарҙарын да яҡшыға булыр тип ышандыра белә.
Өҫтәүенә, гүзәллеккә мөкиббән ғашиҡ: ихатаһы, өйө ауылда иң матурҙарҙан иҫәпләнә. Йорт тирәләй йәй буйы төрлө-төрлө сәскә үҫә, тәҙрә төптәрендә гөлдәре күҙҙең яуын ала. Шуныһы ҡыҙыҡ: бүтәндәрҙә тамыр йәйә алмаған үҫемлектәр уның өйөндә шаулап үҫә лә китә.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, өләсәйемдең күңеле йәш, дәрте ташып тора. Ауылдағы халыҡ театрында матур ролдәр башҡарып, Нуриман районында танылыу яуланы. Сәхнәгә сыҡһа, "Ҡойоп ҡуйған әртис!" тиҙәр уның тураһында.
Гәзит һәм журнал уҡырға ла ваҡыт таба өләсәйем, күп итеп башҡорт баҫмаларын алдыра. Олатайым да гәзитһеҙ йәшәй алмай. Икеһе лә республика, ил яңылыҡтары менән даими ҡыҙыҡһынып тора.
Ҡыҫҡаһы, бындай өләсәй бер кемдә лә юҡ!


Вернуться назад