Өйөндә һикһән гөл үҫә09.01.2013
Өйөндә һикһән гөл үҫәТыуғанда уҡ кеше күңеленә матурлыҡ сатҡыһы һалына, тиҙәр. Шуға күрә матурлыҡты күреү, уға ынтылыу хастыр инде беҙгә. Ғүмер ебен һүткән һайын донъяның йәмен күрә белеү, уның менән һоҡланыу һәм тирә-яғыңды ла шулай биҙәү теләге арталыр, күрәһең. Йылдан-йыл өләсәйемдең матурлыҡ тыуҙырыу һәләтенә, зауығына һоҡланам.

Өләсәйем Миңлегөл Рәйес ҡыҙы Яппарова (Ғәлиева) донъяға бөйөк Аҡмулланы биргән Миәкә районының Әнәс ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләлә өлкән ҡыҙ булараҡ, кесе йәштән үк ҡул араһына кереп, әсәһе иңдәренә ятҡан йорт эштәрен уртаҡлаша. Мәктәпте тамамлағас, Иглин районындағы Урман ҡасабаһында йәшәгән апаһы уны үҙе янына саҡырып, хәрби заводҡа эшкә урынлаштыра. Өләсәйем ошо ҡасабалағы хәрби часта хеҙмәт иткән бер егет — буласаҡ олатайым — менән таныша, оҙаҡламай уртаҡ тормош ҡоралар. Олатайымдың тыуған ауылы Иҫәнбайға ҡайталар. Оҙаҡ йылдар колхозда эшләп, ауылдаштарының ихтирамын ҡаҙаналар.
Тыуған яҡтарынан алыҫ китһә лә, үҙ нәҫел-нәсәбенең ғөрөф-ғәҙәтен онотмай өләсәйем. Ҡарт өләсәйем Миңлебаныу аҫаулы балаҫ һуғырға, шәл бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә бик оҫта булған. Өләсәйем үҙенә бирнәгә бирелгән сағыу балаҫтарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай, күргәҙмә, фольклор байрамдары ойоштороусылар уларҙы йыш ҡына һорап ала.
Килен булып төшкәс, кәзә һатып алып, мамыҡ эшкәртеп, әсәһе кеүек шәл бәйләй башлай һөйөклөбөҙ. Илеш районында ундай кәсеп киң таралмағанлыҡтан, уның хеҙмәт емештәрен һатып алыусылар, өйрәнергә теләүселәр күп була. “Миәкәләрсә” ҡомалаҡ әсеткеһендә бешерелгән икмәге лә иҫәнбайҙарға хуш килә, күрше ҡатындары өләсәйемә йомошҡа йышыраҡ йөрөй башлай.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡәҙерлебеҙ дәртләнеп яңы шөғөлдәр үҙләштерә. Һуңғы йылдарҙа олатайым менән бергәләп умарта ҡарау серҙәрен өйрәнде. 88 йәшлек ҡарт олатайым ейәндәре менән бүлә-бүләсәләренең татлы балдан һыйланыуына һөйөнөп бөтә алмай.
Өс ҡыҙҙары ла белем алып, ғаилә ҡороп, ситкә таралышҡас, өй бушап ҡалғандай була, ләкин күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә яратмаған өләсәйем йыуанысын гөлдәрендә таба. “Гөлһөҙ донъя — тәҙрәһеҙ бер тирмә”, — тип йыш ҡабатлай ул. Ҡунаҡҡа барған бер еренән үҫенте алып ҡайта, магазиндарҙан да һатып ала. Гөл үҫтереү серҙәрен китаптарҙан өйрәнә, хатта уларҙың тел әйләнмәҫтәй исемдәрен яттан белә. Хәҙер өйө ҡышҡы баҡсаны хәтерләтә. Бер һанағанда һикһән төпкә яҡын гөлө бар ине. Олатайым йорт-ҡураны төҙөкләндерһә, өләсәйем өй алдында сәскә ултыртып, матур донъяға тағы ла йәм өҫтәй.
Йәй үҙ мәшәҡәттәре менән үтә, ә ҡышҡы оҙон кистәрҙә ҡул эштәренә тотона өләсәйем. Хәҙерге ваҡытта онотолоп барған шыма нағыш һалып сигеү менән мауыға. Ҡыҙҙарының бушап ҡалған бүлмәләрен сигеүле мендәрҙәр, картиналар менән биҙәп ҡуйған. Биҙәктәрҙе ул яулыҡтарҙан, һауыт-һабанан күсерә, үҙе лә уйлап сығара. Беҙ ҡайтҡас: “Бына ниндәй матур биҙәк таптым!” — тип шатлығы менән уртаҡлаша. Мин дә Интернет селтәренән үҙенсәлекле нағыштар табып алып ҡайтам, уларҙы туҡымаға күсерергә ярҙамлашам.
Ҡәҙерле өләсәйемдең тормошон күҙәтеп, унан үрнәк алам. Алты ейәне араһында мин берҙән-бер ейәнсәр булғас, ҡул эше менән мауығыуыма бигерәк тә һөйөнә. Сигеп, ырғаҡ менән бәйләп әҙерләгән бүләктәремде ҡыуанып тотона.


Вернуться назад