Өләсәйем Маһира Абдулла ҡыҙы Йәркәева Учалы районының Ҡотой ауылында йәшәй. Ул бала сағын һөйләһә, күҙҙәргә йәш эркелә.
Ейәнсура районының Аҡдәүләт ауылында дүртенсе бала булып донъяға килә ул. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы фронтҡа китә. Күп тә үтмәй, ҡаты ауырып ятҡан әсәһе вафат була, бәләкәй һеңлеһе лә ҡыҙылсанан үлеп ҡала. “Зыяраттан ҡайтҡанда илай-илай еләк ашағаным күҙ алдымда”, — ти өләсәй. Уны Үрген ауылындағы балалар йортона тапшыралар.
Аслыҡ, яланғаслыҡ көслө була. “Бер бүлмәлә йәшәгән егерме ике ҡыҙға бер пар ғына туфли бар ине”, — тип хәтерләй ул. Өҫтәрендә кейем булмағас, мәктәпкә лә йөрөй алмайҙар. Кешеләрҙән кейем-һалым йыйып, шуларҙы йүнәтеп кейәләр һәм мәктәпкә уҡырға төшәләр. IV кластан һуң яҡшы өлгәшкәндәрҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин исемендәге 2-се балалар йортона ебәрәләр. Шулай итеп, өләсәйем ҡала ҡыҙына әйләнә. Унынсы кластан һуң Стәрлетамаҡтың уҡытыусылар әҙерләү институтында уҡый. 1955 йылда диплом алып, йүнәлтмә буйынса Учалы районының Ҡотой мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә килә. Ошо ауыл егете — олатайым Ғәлимйән Баһауетдин улы Ғиләжев — менән бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң туғыҙ бала тәрбиәләнгән татыу, ҙур ғаиләгә килен булып төшә.
Ауыл тормошон белмәгән өләсәйем ул саҡтарҙы иҫләй ҙә йә илай, йә көлә. Нисек итеп йүшкәһен асмай мейес яҡҡанын, һыйыр һауырҙан алда кәзә һауырға өйрәнгәнен һөйләп ала.
Олатайым менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Ете ейәне, ике ейәнсәре, бер бүләсәре һәм биш бүләһе бар бөгөн өләсәйҙең. Шуныһы йәл: оҙаҡ ауырығандан һуң олатай бынан биш йыл элек беҙҙе ҡалдырып китте.
Һоҡланғыс кеше ул өләсәйем. Үҙ аллы өйрәнеп, хәҙер изге “Ҡөрьән”де ғәрәпсә уҡып ултыра, доғаларҙы ятлап алды. Ауылдаштары уны аятҡа саҡыра. Тағы ла бик күп дарыу үләненең исемен белә өләсәйем. Йәй уларҙы күп итеп йыя, киптерә, аҙаҡ балаларына, ауылдаштарына тарата.
Баҡсаһын ҡарап, бында егәрле йәш ғаилә йәшәй, тип уйларға була, сөнки йыл һайын ҡапҡа алды төрлө-төрлө сәскәгә күмелә. Буш ваҡыты булһа, ҡулына бәйләм ала. Йөн иләп, беҙгә йылы ойоҡбаш, бейәләй бәйләй. Төрлө төҫтәге ептәрҙән ырғаҡ менән бәйләнгән ултырғыс, диван ябыуҙары бигерәк матур килеп сыға. Тағы ла ейәндәренең туйҙарында ырғаҡ менән бәйләп аҡҡоштар бүләк итә. Үҙе яҙған шиғырын да уҡып ишеттерә:
Күҙ нурымды түгеп, көйләй-көйләй
Ике аҡҡош һеҙгә бәйләнем.
Шул ҡоштарҙы бәйләгәндә һеҙгә
Аҡҡош мөхәббәте теләнем.
Уҙған йәй өләсәйем өсөн иҫтәлекле булды. Атайым, әсәйем, апайым һәм мин өләсәйемде тыуған яғына алып ҡайттыҡ. Унда 84 йәшлек бер туған апаһы — Мәрзиә өләсәйем, Фәтҡулла олатайым йәшәй. Өләсәйемдең нисек шатланғанын күрһәгеҙ икән! Юл буйы бала сағын һөйләп барҙы. Һуңғы тапҡыр биш йыл элек барған булған. Өләсәйҙе мауығып тыңлағас, ете сәғәтлек юл һиҙелмәй ҙә ҡалды. Сәй эсеп алғас, өләсәйҙәр матур кейенешеп, ауыл буйлап йөрөп килергә булды. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне уларҙың. Ейәнсура яҡтары матур икән. Беҙҙә, Учалыла, ҡайындар нәфис булһа, был яҡта йыуан-йыуан өйәңкеләр, пирамида кеүек тауҙар оҡшаны. Икенсе көн беҙ йоҡонан уянғанда өләсәйем тау башында йөрөй ине. Иртә менән зыяратҡа барып әсәһе, атаһы, вафат булған туғандары рухына аят уҡыған, мәтрүшкәләр йыйып алған, үҙе шундай шатланған. Ул беҙгә йәшәреп киткән һымаҡ булды. Ейәнсуранан ҡайтҡанда өләсәйем юл буйы рәхмәттәрен әйтеп, балаларына һаулыҡ, бәхет теләне.
Һәр ялым, каникулым уның янында үтә. Атайым, бабайҙарым, ағайҙарым менән йорт-ҡураны матурлайбыҙ. Былтыр һарайҙы яңырттыҡ, баҡсаға ҡурай еләге ултырттыҡ.
Өләсәйем беҙҙе һәр саҡ тәртипкә, ололарҙы хөрмәтләргә, ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә, тура һүҙле, ғәҙел, ярҙамсыл булырға өйрәтә.