Йәш дуҫтарыбыҙ күңеленә юл ярҙыҡ09.01.2013
Былтыр көҙ төрлө йәштәге мәктәп уҡыусылары араһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына бағышланған “Минең өләсәйем” тигән интернет-конкурс иғлан иткәйнек. Хаттар әле лә килеүен дауам итә, шулай ҙа сараға йомғаҡ яһарға ваҡыт.
Мәктәп уҡыусыларынан йөҙҙән ашыу хат ҡабул иттек. Бала күңеленә ойотҡо һалып, конкурста ҡатнашырға этәргес биргән өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәтлебеҙ. Иң тәүге инша Мишкә районының Камай мәктәбе уҡытыусыһы Лиана Фәнәүи ҡыҙы Кәримованың уҡыусыһы Илфир Кәримовтан килде. Илеш районының Т. Рахманов исемендәге Үрге Йәркәй мәктәбенән тотош III класс уҡыусыларының эштәрен туплап ебәргән Юлиә Радик ҡыҙы Ғибәҙуллина менән Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернатының IX — XI класс уҡыусыларын йәлеп иткән Фәүзиә Ғирфан ҡыҙы Ишкининаның хеҙмәтен айырым билдәләге килә. Балаларҙың ижади һәләтен, фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә ынтылыуҙарын, уларҙа башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләй алыуҙарын тойҙоҡ.
“Баламдың иншаһы барып еттеме? Ҡасан сығыр икән?” — тип өтәләнеп шылтыратып торған атай-әсәйҙәргә лә рәхмәтлебеҙ. Тимәк, һеҙҙең йорттарға “Башҡортостан” гәзите килә, балаларығыҙ туған телебеҙҙә һөйләшә, өләсәйҙәрен яратып, хөрмәт итеп үҫә.
Иншаларҙы баһалаған саҡта авторҙың тел байлығына, һүрәтләү оҫталығына, фекерен еткереү ҡеүәһенә, һөйләмдәрҙең төҙөклөгөнә иғтибар иттек һәм ике номинация булдырҙыҡ. “Иң бай телле уҡыусы” номинацияһында — Эльвира Рафиҡова (Илеш районының Ишкар мәктәбе), Салауат Кәримов (Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы), Ғәҙилә Кинйәбаева, Аҡйондоҙ Ғәббәсова, Әминә Дауытова, Әлиә Хисаметдинова (Бөрйән районының Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол, Нәби мәктәптәре), Наҙгөл Ишеғолова (Ейәнсура районының Иҫәнғолдағы 2-се мәктәп), Лилиә Әхмәтшина (Ишембай районының Биксән мәктәбе), Гөлназ Баязитова (Ауырғазы районының Үтәймулла мәктәбе), Гөлназ Күсмәева (Салауат ҡалаһы) еңеү яуланы. “Иң бай хисле уҡыусы” тип түбәндәге йәш ҡәләм оҫталары танылды: Лиана Ғәлиева (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 17-се мәктәбе), Ләйсән Сәйфуллина, Гөлназ Ғәббәсова (Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал, Кинйәбай мәктәптәре), Нурзилә Мортаева (Учалы районының Мулдаҡай мәктәбе), Айнур Игелеков (Күмертау республика политехник лицей-интернаты), Гөлназ Юлыҡова (Ғафури районының Еҙем-Ҡаран мәктәбе), Илүзә Сәғитова (Ҡыйғы районының Ибрай мәктәбе), Нурания Мортазина (Баймаҡ районының Байыш мәктәбе), Әлиә Ғилемханова (Нефтекама ҡалаһының 6-сы мәктәбе). Уларға 2013 йылдың “Ғаилә календары” ебәрелә.
Конкурстың маҡсаттарының береһе заман өләсәһенең образын булдырыу ине. Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәүсе кроссворд сисеү оҫтаһы Рәхилә Әбдрәхимова, ейәнсәрендә башҡорт халыҡ әкиәттәренә һөйөү уятҡан һәм әкиәт һөйләү конкурсында еңеү яулауына булышлыҡ иткән Гөлсирә Баһауетдинова (Учалы районының Ураҙ ауылы), ейәнсәре уҡыған мәктәпте төҙөткән һәм бөгөн ауыл халҡын сәләмәт тормошҡа йәлеп итеп гимнастика түңәрәге ойошторған Әлмира Юламанова (Архангел районының Убалар ауылы), ейәнсәрҙәрен бейергә һәм шашкала уйнарға өйрәткән Мәүлиҙә Фәтҡуллина (Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы) “Иң шәп өләсәй” тип табылды. Уларға “Башҡортостан” гәзитенең иҫтәлекле бүләктәре тапшырыласаҡ.
Ә еңеүселәр кемдәр һуң тиһегеҙме? Бына улар:
I урынға Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Әлфиә Туҡбаева лайыҡ булды. Ҡыҙҙың һәр һөйләме өләсәһенә ҡарата һөйөү, ихтирам, рәхмәт тойғолары менән һуғарылған. Еңеүсебеҙ “Красноусол” балалар шифаханаһына юллама менән бүләкләнә.
II урын Ағиҙел ҡалаһындағы 1-се мәктәптең IX класс уҡыусыһы Ленара Вилдановаға бирелде, бүләк — электрон китап.
III урынды Учалы ҡалаһындағы 3-сө лицейҙың VII класс уҡыусыһы Заһир Ғиләжев яуланы, ул МР3 уйнатҡысы менән бүләкләнә.
Конкурстың уңышлы һәм йәнле барыуына тос өлөш индергән һәр уҡыусыға һәм уҡытыусыға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Ижад емештәрен беренсе булып киң майҙанға сығарған “Башҡортостан” гәзите һәр йәш дуҫыбыҙҙың яратҡан баҫмаһына, ғүмерлек дуҫына әүерелер тип ышанабыҙ.