Һаумы, Гәзит әфәнде!09.01.2013
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ауыр осор. Ғафури районының Сәйетбаба урта мәктәбендә туғыҙынсы класта уҡый инем. Бер мәл "Совет Башҡортостаны" гәзитендә колхоз бесәнселәре тураһында хәбәрем баҫылды.

Мәҡәләм донъя күргәс, дәрт нығып киткәндәй булды һәм матбуғатта күләмле генә хәбәрҙәрем дә күренә башланы. Гонорар элек мул ине. Беҙ биш бала үҫтек, атайым Мөхәмәтшәрип һуғышта батырҙарса һәләк булды, шуға мохтаж ғаиләгә редакция аҡсаһы бик йәтеш булып ҡала торғайны. Мин шул иҫәпкә ауыл магазинынан костюм һатып алдым. Һуғыштан һуңғы аслыҡ-ҡытлыҡ саҡта был үҙе ҙур байлыҡ һаналды. Ошо костюмды кейеп, Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтына килеп керҙем.
Студенттар араһында кейем тураһында һүҙ сыҡһа, мин: "Совет Башҡортостаны" гәзитенә рәхмәтлемен", — тип әйтә торғайным. Шунан һуң бүтән студенттарҙың да гәзиттәргә яҙыша башлағанын хәтерләйем. Улар араһында Ишембай егете Вилләр Дауытов та бар ине. Ул аҙаҡ республикабыҙҙың Телевидение һәм радио тапшырыуҙар комитеты рәйесе лә, мәҙәниәт министры ла булды.
Армияға алынғас та редакция мине онотманы, хәбәрҙәремде, шиғырҙарымды баҫып сығара ине. Әйткәндәй, шул ваҡыт гәзиттә донъя күргән "Поста" тигән шиғырымды әле булһа хәтерләйем:

Сик буйында ҡышҡы һыуыҡ төндәр
Аҡ ҡар өҫтөн ҡаплап яттылар.
Төрлө төҫтә яҡты нур уйнатып,
Йондоҙҙар ҙа посҡа баҫтылар.

Ҡаршы ярҙа нарат ағастары
Шартлап ярылалар һыуыҡҡа.
Быны күрмәгәндер һалдат элек,
Урал тауҙарында тыуып та.

Керпегенә зәңгәр һыуыҡлыҡтан
Борсаҡ-борсаҡ боҙҙар эленгән.
Мең йәшәгән шыршы, имәндәрҙең
Ботаҡтары түбән эйелгән.

Ҡалтырамай, һиҙгер тора һалдат,
Ныҡ ышанып үҙенең көсөнә,
Сөнки илде һөйөү хисе унда
Мең градус менән үлсәнә.

Шөкөр, "Башҡортостан" ҡатмарлы заманда ла кешеләр көткән хәбәрҙәргә үҙенең биттәренән урын бирә, сөнки редакция коллективында тәжрибәле журналистар, һәләтле яҙыусылар эшләй. Һәр хәбәргә тәрән мәғәнә һалына, буш һүҙгә, сафсатаға юл ҡуйылмай. Гәзиттең әҙәби әҫәрҙәргә, сәнғәткә тейешле иғтибар биреүе лә һөйөндөрә. Юғиһә, телде, әҙәбиәтте ҡыҫыу заманы килде. Ә бит кешене тәрбиәләү кесе йәштән үк сабыйҙарға ҡысҡырып китап уҡыуҙан, әҙәби ҡомартҡыларға мөрәжәғәт итеүҙән башлана. Әҙәбиәтте үҙенсәлекле күренеш тип баһалап, гәзит ҙур булмаған, әммә тәрән мәғәнәле хикәйәләр, шиғырҙар, юмор һәм сатира менән һуғарылған әҫәрҙәр, фельетондар тәҡдим итә. "Аҡмулла" ла ғәйәт уҡымлы.
Гәзиттең ыңғай сифаттары тураһында бик күп һөйләргә булыр ине. Ул кеше яҙмышына ыңғай йүнәлеш биреүҙә ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Был илаһи гәзит менән 60 йылдан ашыу дуҫ булыуым өсөн ғорурлыҡ кисерәм. Яңы хәбәрҙәр, шиғырҙар, сатира-юмор шәлкемдәре яҙып ебәргән һайын "Һаумы, Гәзит әфәнде!" тип өндәшәм.


Вернуться назад