“Тимер ат”лылар сафы артты09.01.2013
“Тимер ат”лылар сафы арттыЯңы йыл алдынан Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе өр-яңы “ВАЗ-21041” бүләк итеп, эш урынында ҡазаланған тағы ла 13 кешене ҡыуандырҙы.

Автомобилдәрҙе йыйыу барышында буласаҡ хужаларының физиологик үҙенсәлектәре иҫәпкә алынғанлыҡтан, техникаға идара итеүҙә ауырлыҡ булмаясаҡ.
Хөснулғат Хөснуллин да башҡалар менән бергә Фондтың ярҙамы һәм хәстәрлеге өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Ул бынан 58 йыл элек Алыҫ Көнсығыш шахталарының береһендә, бәхетһеҙлеккә тарып, һул аяғынан яҙған, шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәгән, бухгалтер һөнәрен үҙләштергән һәм тағы ла ҡырҡ йыл хеҙмәт иткән.
— Машина бына тигән, шәп! Яңы йылға ошондай ҙур бүләк алыуыма бик шатмын. Фондтың ярҙамын яҡшы тоябыҙ, ҙур рәхмәт, — тине Хөснулғат Миңлеғата улы.
Шулай итеп, Аждаһа йылында 48 кеше махсус машина алып ҡыуанды. Төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов инвалидтарҙы һөйөндөрә һәм уларҙың тормошон еңеләйтә алыуҙарынан үҙе лә бик ҡәнәғәт. “Бүләгебеҙ донъя көтөүҙә ҙур ярҙамсы булһын. Йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгеҙ”, — тип, машина хужаларын Яңы йыл менән ҡотлап, һаулыҡ һәм уңыштар теләне ул.


Вернуться назад