“Онотолған” юбилей, йәки Хәҙерге йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлек тураһында уйланыуҙар09.01.2013
Уҙған йылдың төп сәйәси ваҡиғалары теҙмәһе Рәсәй етәкселәренең — Президент Владимир Путиндың һәм Премьер-министр Дмитрий Медведевтың — матбуғат конференциялары менән тамамланды. Йылды йомғаҡлау, киләсәккә мөһим бурыстар билдәләү йәһәтенән ил һәм республика башлыҡтарының мөрәжәғәтнамәләре лә беҙҙең шаҡтай ҙур иғтибарҙы йәлеп итте. Төрлө баҫмаларҙа йыл һөҙөмтәләрен, иң абруйлы шәхестәрҙе билдәләп үттеләр.
Рәсәйҙә, минеңсә, “тандем”дың сәйәси яҙмышы аныҡ билдәләнде. Бер нисә йыл дауамында мәғлүмәт сараларында илдең иң ҙур ике сәйәсмәнен айырылғыһыҙ дуҫтар тип күрһәтергә маташтылар. Тарихта бындай система “дуумвират” тип йөрөтөлә. Уны йыш ҡына ике етәксе араһындағы үҙ-ара низағ олоғара ғауғаға әйләнмәһен өсөн ҡуллана торған булғандар. Белеүебеҙсә, Рәсәйҙә В. Путиндың президентлыҡ дәүере ике мөҙҙәткә тулғас, Конституцияға ярашлы, ул вазифаһынан китергә тейеш ине, шунда ошо конструкция хасил булды: Д. Медведев — Президент, В. Путин — Премьер-министр. Был дуумвираттың тандем тип аталыуы юҡҡа ғына булмаған икән. Тандем — ул ике кеше өсөн яһалған велосипед. Педалде ике кеше ишә, әммә берәүһе генә рулде тота. Арттағыһы юлды күрмәй. Бындай велосипедты, ғәҙәттә, һуҡырҙар ала, сөнки ул физик күнекмәләр өсөн бик ҡулай. Күҙе күрмәгәнгә юлды ҡарап барыу мотлаҡ түгел бит инде.
Сәйәсмәндәр өсөн был системаның тандем тип аталыуының йәшерен мәғәнәһе лә булған икән. Апрель айында Дмитрий Медведев бөтә донъяға “тандем оҙаҡҡа” тип иғлан итһә лә, Владимир Путин үҙенең матбуғат конференцияһында ысынында дүрт йыл буйына президент вазифаһын үтәүен билдәләне. Тандемдың ысынында дуумвират булыуы Кремлдә барған низағтар тураһында белгертте. Медведевтың ҡайһы бер сәйер белдереүҙәре, мәҫәлән, “Путиндан айырмалы, һуңларға яратмауы”, “Ливия мәсьәләһе буйынса фекер ҡапма-ҡаршылыҡтары”на власть өсөн барған аҫтыртын айҡашыуҙарҙы сағылдыра һымаҡ.
Матбуғат конференцияһында милли республикаларҙың атамаһын үҙгәртеү тураһындағы һорауға яуап итеп әйтелгән фекер ҙә беҙҙе ҡәнәғәтләндереп бөтмәне. Власть вертикален нығытам тип, суверенитеттарҙы ҡыҫырға тырышыу, “Магнитский законы”на ҡаршы империалистик риторика Рәсәйҙә милли нигеҙҙә ҡуйырған ығы-зығының сағылышы түгелме? Шул уҡ ваҡытта тап милли республикаларҙың һәр саҡ “Берҙәм Рәсәй” алып барған сәйәсәтте хуплауы, һайлауҙа гел ошо фирҡә файҙаһына күберәк тауыш биреп барыуы иғтибарҙан ситтә ҡала. Таҡыр башлы милләтселәргә ярарға тырышыуға оҡшап китә хатта. Йыл аҙағында булып үткән мөһим юбилейҙы бер сәйәсмәндең дә, бер баҫманың да шәйләмәүе аптыратты. СССР-ҙың төҙөлөүенә 90 йыл тулыу тураһында әйтәм. Үҙ ҡулдары менән быуғас, был “мәрхүм”дең тыуған көнөн билдәләү түгел, хәтергә алыу ҙа ҡыйындыр. Демократтарҙы ла, коммунистарҙы ла күҙ уңында тотам. В. Путин, бер нисә йыл элек “Советтар Союзының тарҡалыуы — ХХ быуаттағы иң ҙур сәйәси катастрофа” тип әйтеп үтһә лә, был тарихи ваҡиға тураһында ниңәлер ләм-мим ҡалды.
Ил башлыҡтары ҡайһы саҡта: “Рәсәйҙә йәшәгәнебеҙ өсөн ғорурланырға тейешбеҙ”, — тип әйтеп ҡуя. Бының өсөн беҙ, йәнәһе, тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә тейешбеҙ. Уйлап ҡараһаң, беҙ хәҙер нимә менән ғорурлана алабыҙ? Абрамовичтың донъялағы иң ҙур яхтаһы өсөнмө? Донъялағы иң күп миллиардерҙарыбыҙ менәнме? Наркомания, коррупция, эскелек йәһәтенәнме? Исмаһам, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы ла уңыштары менән ҡыуандырмай, унда ғорурланырлыҡ үҙ уйынсыларыбыҙ булмағас. Ҡайҙа һуң хәҙерге Ғимаевтар, Мөфтиевтәр?
Ә бына СССР дәүерендә ғорурланырлыҡ нәмәләребеҙ етерлек булды. Әгәр Союздың элекке барлыҡ республикаларында референдум үткәрһәләр, халыҡтың күпселеге, һис шикһеҙ, дәү һәм көслө илебеҙҙе тергеҙеү өсөн тауыш бирер ине, моғайын. 2015 йылдан бөтә сит дәүләт граждандарын, шул иҫәптән БДБ илдәрендә йәшәүселәрҙе Рәсәйгә сит ил паспорттары менән генә индерә башлау тәҡдиме СССР-ҙың табутына һуңғы сөй булып ҡағыласаҡ. Заманында, бынан туғыҙ тиҫтә йыл элек, дәүләт етәкселәренең, бигерәк тә грузин Иосиф Сталиндың, Рәсәйҙе СССР-ҙың эсенә РСФСР тип йәшерергә башы еткән. Фәҡәт ошо шарт менән төрлө милләт халыҡтары берҙәм дәүләт төҙөргә ризалыҡтарын биргәндер. Советтар Союзын тарҡатыу ҙа РСФСР-ҙың айырым коммунистар партияһын төҙөүҙән, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеүҙән башланды. Хәҙерге Федерация эсендәгеләрҙең ҡайһы берҙәрен “урыҫ төбәктәре” тип айырып ҡарау, уларҙы милли республикаларға ҡаршы ҡуйырға тырышыу (“Рәсәй Кавказды ашатырға тейешме?” һ.б. лозунгтар менән) яҡшыға алып бармаясаҡ.
Заманында Башҡортостан менән Татарстан етәкселәренең Рәсәй йәмғиәтенең берҙәмлеген һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергәнлеген оноторға ярамайҙыр. СССР-ҙағы түләүһеҙ медицина ярҙамы, белем биреү, бушлай фатир һәм башҡалар хаҡында һағынып һөйләргә генә ҡала. Эшһеҙлек тураһында элек ишетеп кенә белгән халыҡты ошо афәткә дусар итеү үҙгәртеп ҡороуҙарҙың төп мираҫы булмағайы. Сирек быуат эсендә “капитал” тигән йыртҡыс бөтөн нәмәләрҙе тиерлек түләүлегә әйләндереп бөтөрҙө. Советтар Союзының барлыҡ ҡаҙаныштары ошо арҡала юҡҡа сыҡты. Ниндәй генә халыҡ-ара рейтингты алып ҡарама, Рәсәй арттан тәүге позицияларҙы биләй. Дәүләтебеҙҙең иҡтисади мөмкинлектәре был күрһәткестәрҙең юғарылығын тәьмин итергә тейеш һымаҡ та ул, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙең хәләл байлығын һатыуҙан килгән аҡса олигархтар, чиновниктар кеҫәһенә инеп олаға.
Журналистарҙың: “Ун ике йылда берәй хата яһанығыҙмы?” — тигән һорауына Владимир Путин: “Һуңғы иҡтисади көрсөккә ҡаршы көрәш ваҡытында дәүләт тарафынан финанс гарантиялары системаһын булдырыу”, — тине. Ысынлап та, тап ошо система арҡаһында Резерв фондында тупланған миллиардтар олигархтар кеҫәһенә инеп ятты ла инде. Ни хәл итәһең, һуңғы йылдарҙа төҙөлгән дәүләт системаһы байҙар һәм хакимдар мәнфәғәтенә генә хеҙмәт итә. Ниндәй генә өлкәне алма, бөтәһе лә айырым бер ҡатлам өсөн эшләнелә икәне көн кеүек асыҡ.
Иҡтисадсы булараҡ, бер фекерем менән бүлешмәксемен. “Бөтә нәмәне суд хәл итергә тейеш” тип һылтаныу яуаплы кешеләрҙең үҙ иңендәге бурысты икенсегә ауҙарырға маташыуы икәнен бөтәһе лә аңлап тора. Советтар заманындағы иптәштәр суды һағындырып иҫкә төшә. Судта еңгәнсе, эште был органға еткермәү яҡшыраҡ түгелме һуң? Һәр ваҡ-төйәк мәсьәлә буйынса хөкөмдарға мөрәжәғәт итеп тороп булмай бит. Тимәк, былай дауам итһә, йәмғиәттә ғәҙелһеҙлек артабан да һаҡланып ҡаласаҡ. Өҫтәүенә, адвокат ялларға аҡсаһы булғандарҙың суд ҡарарын үҙ файҙаһына сығартыу мөмкинлеге күберәк. Шунлыҡтан бер кило балыҡ урлағанды төрмәгә оҙаталар, ә миллиардлап һоғонғанды, ситкә сығып йөрөмәү хаҡында яҙма вәғәҙә генә алып, шәхси затлы һарайҙарында, бөтә мөмкинлеге булған хөрриәт донъяла, тоталар. Иң ҡурҡынысы шул: был беҙҙә ғәҙәти күренеш тип ҡабул ителә.
Бөгөнгө Рәсәй депутаттары закон сығарырға шул тиклем оҫтарҙы! Яңы ҡанундарҙың иҫәбен алам тиһәң, осона сығырлыҡ түгел. Профессиональ юристар аптырай: аңлап-үҙләштереп тә өлгөрмәйбеҙ бит. Әлеге хәлде, бер яҡтан, дәүләт етәкселәренең икеһенең дә юрист булыуы менән аңлатырға мөмкиндер. Әйткәндәй, Ленин менән Керенский ҙа хоҡук белгесе булған. Икенсенән, күптәр хоҡуҡи йәмғиәт төҙөүҙең нигеҙен закондар күплегендә күрә, бының хата юл икәнен аңлаған сәйәсмәндәр етешмәй. Заманында Ҡытайҙағы бер аҡыл эйәһенең: “Закондар күберәк булған һайын кеше уларҙы аҙыраҡ беләсәк”, — тигәнен оноторға ярамай.
Яңынан-яңы закондар сығып тора, ә проблемалар хәл ителмәй икән, бының төп сәбәбе — йәмғиәт ҡоролошоноң ғәҙел принциптарға нигеҙләнмәүе. Ҡанун ижад итеүселәр араһында ябай хеҙмәт кешеһе юҡлығы закондарҙың, концепцияһы башта дөрөҫ булыуына ҡарамаҫтан, һуңғы вариантта халыҡҡа ҡаршы ҡуйылыуына килтерәсәк. Депутаттар араһында уралған төрлө лоббистар законда барыбер үҙ мәнфәғәтен яҡларлыҡ норма үткәрә. Миҫал итеп иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәр тураһында статьяларҙы алайыҡ. Ниндәй генә саралар тәҡдим ителмәне! Барыһында ла эскән водителдәргә бирелгән яза тураһында һүҙ бара. Бер депутаттың да башында: “Эскән кешене нисек рулгә ултыртмаҫҡа?” — тигән уй тыуманы. Бының өсөн автомобилгә “алкойоҙаҡ” тигән прибор ҡуйыу етә бит. Йәки икенсе законды алып ҡарайыҡ. Бөтә донъя алдында АҠШ-ҡа үс итеп ҡабул ителде ул. Нишләп был закон Дима Яковлев тигән малай үҙен уллыҡҡа алған американдар тарафынан машинала онотоп ҡалдырылыу сәбәпле эҫенән янып үлгәс тә ҡабул ителмәгән? Бер генә депутат та балаларҙы нисек ошо хәлгә төшөрмәҫкә тип уйланмай. Өфөнөң бер сауҙа йортондағы бәҙрәфтә яңы тыуған баланы ташлап ҡалдырыуҙарына бәйле ниңә шундай уҡ шау-шыу ҡуптарманылар? Был бала әсәһенең беренсеһе түгел икән — тағы ла дүрт туғаны бар. Ҡатынды үҙ балаларынан баш тартып, уларҙы дәүләт ҡарамағына ҡалдырып китергә мәжбүр иткән сәбәптәр бер кемде лә борсомай. Ғөмүмән, башҡа бер йән эйәһенә лә хас булмаған ҡылыҡҡа этәреүсе шарттар беҙҙәге бөгөнгө йәмғиәттең цивилизация талаптарынан шаҡтай йыраҡлығын күрһәтә. Хәлде яңы закондар сығарып ҡына үҙгәртеп булырмы икән?